Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 70 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

ЛАҠАН
ЛАҠАН [ғәр. û^] (Р.: лоханка; И.: tub; Т.: tekne) и.
1. Ағас тәпән. □ Лоханка, лохань. Ярыҡ лаҡан. Бер лаҡан һыу. ■ Ҡолаҡлы ҙур ағас һауытты лаҡан тиҙәр беҙҙә. Экспедиция материалдарынан.
2. кусм. Ауыр кәүҙәле кеше. □ Грузный, тяжёлый, полный человек.
ЛАҠАП [ғәр. и. ҡар. ләҡәп. Лаҡап һөйләу. Лаҡап тыңлау. ■ Лаҡаптың тағы әллә нисәмә төрлөләре таралды. Н. Мусин.
ЛАҠАШЫУ (лаҡаш-) (Р: пачкаться; И.: besmear; T.: kirlenmek) ҡ. диал. ҡар. ҡаҡашыу.
Бысраҡҡа буялыу. □ Пачкаться, сильно загрязняться. Кейеме лаҡашып киткән. Лаҡашып бөтөу. ■ Мәскәй сусҡаның ауыҙ-мороно тупраҡҡа, батҡаҡҡа лаҡашып бөткән, ти. Әкиәттән.
ЛАҠ-ЛАҠ I и. зоол. диал. ҡар. өкө.
■ Беҙҙең яҡтарҙа өкөнө лаҡ-лаҡ тип тә әйтәләр. Экспедиция материалдарынан.
ЛАҠ-ЛАҠ II (Р: подражание громкому разговору; И.: imitation of loud talking; T: dırdır) оҡш. диал.
Туҡтауһыҙ ҡысҡырып һөйләшкәнде белдергән һүҙ. □ Подражание громкому разговору. Лаҡ-лаҡ һөйләшкәндәре ишетелә.
ЛАҠ-ЛАҠ ИТЕҮ (лаҡ-лаҡ ит-) ҡ. диал. ҡар. лаҡылдау. Лаҡ-лаҡ иткән тауыштар ишетелә.
ЛАҠБА и. зоол. диал. ҡар. лаҡы. ■ Беҙҙең яҡ кулдәрендә лаҡбалар куп. Экспедиция материалдарынан.
ЛАҠЫ (Р: вьюн; И.: loach; T.: çopra balığı) и. зоол. диал.
Һаҙандар ғаиләһенә ҡараған, сөсө һыуҙа йәшәүсе оҙонса шыма ваҡ балыҡ. □ Вьюн (лат. Misgumus). ■ Лаҡы — бик йылғыр балыҡ. Экспедиция материалдарынан.
ЛАҠЫЙ (Р: болтливый; И.: talkative; Т: geveze) с.
Күп һүҙ һөйләп, йүнләп эшләмәй торған кешегә ҡарата әйтелә. □ Болтливый. Лаҡый кеше. Лаҡый кейәу.
ЛАҠЫЛДАҠ I (Р: шумный; И.: noisy; Т.: geveze) с. һөйл.
Күп һөйләүсән, һөйләүгә әүәҫ. □ Шумный, крикливый, болтливый. Лаҡылдаҡ кеше.
ЛАҠЫЛДАҠ II (лаҡылдағы) (Р: тараторка; И.: chatterbox; T.: geveze) и. һөйл.
Күп һөйләүсән, һөйләүгә әүәҫ кеше. □ Тараторка, трещотка, болтун, болтунья. ■ Ә ныҡлап ҡарағанда, башҡарған бер йунле эштәре юҡ, айлыҡ взнос туләгән булып, йыйылыш-митингыларҙа төрлө лаҡылдаҡтарҙың буш һуҙ тирмәне тартыуына сәпәкәй итеп йыйылып йөрөйҙәр шунда, исемгә һан яһап. М. Садиҡова.
ЛАҠЫЛДАТЫУ (лаҡылдат-) ҡ. йөкм. ҡар. лаҡылдау, понуд. от лаҡылдау. Бер туҡтауһыҙ лаҡылдатыу.
ЛАҠЫЛДАУ (лаҡылда-) (Р: тараторить; И.: jabber; gibber; T: lakırdamak) ҡ. һөйл.
Күп һөйләү; лығырлау. □ Тараторить, трещать, говорить без умолку, громко. Лаҡылдап тороу. Лаҡылдарға тотоноу. Юҡты лаҡылдама. ■ Йосоптоң эш тураһында уйлап та ҡарамай еңел-елпе хәбәр лаҡылдап йөрөуе, Зөһрә менән таныша һалырға өлгө-рөуе Ғәлимгә һис оҡшаманы. Н. Мусин. Һай-Һай, — тип баш сайҡай донъя кургән кешеләр, — алмағас хикәйәтен ҡарт уҙ теле менән уҙе һөйләмәҫ, уның теле менән бутәндәр лаҡылдайҙыр, моғайын. М. Кәрим.
ЛАҠЫЛДАШЫУ (лаҡылдаш-) ҡ. урт. ҡар. лаҡылдау, взаимн. от лаҡылдау. Лаҡылдашып йөрөу. Лаҡылдашып тороу.
ЛАҠЫМ (Р: марево; И.: haze heat; T: serap) и.
Алыҫтан һыу кеүек леберләп күренгән һауа тулҡыны; монар, һағым. □ Марево; мираж. ■ Тауҙар алыҫта, лаҡым эсендә кугәреп ята. Ғ. Ибраһимов.
ЛАЛОФОБИЯ [рус. < гр. lalophobos] (Р: лалофобия; И.: lalophobia; T: konuşma fobisi) и. мед.
Тотлоғоуҙан ҡурҡыу хәле. □ Лалофобия. Лалофобия менән ауырыу. Лалофобияны дауалау. Лалофобиянан интегеу.
ЛАЛӘ и. иҫк. бот. ҡар. ләлә. Лалә сәскәһе. Лалә гөлө. Лалә тутәле.
ЛАМА I [рус. < исп. llama] (Р: лама; И.: lama; T: lama) и. зоол.
70