Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 72 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

ЛАМПАДА
журлы утыҙлы лампаны яндырып элде. Һ. Дәүләтшина. Залда лампа ла ҡараңғыраҡ яна ине. С. Агиш. Мәсеттең эсе ун алтылы лампа менән яҡтыртылған, ләкин тышҡы яҡтан һис бер яҡтылыҡ куренерлек тугел. Ғ. Дәүләтшин.
2. махс. Төрлө эш өсөн махсус маҡсат менән эшләнгән прибор. □ Лампа (прибор, специально предназначенный для различных работ). Кварц лампаһы. Вольфрам лампа. Ультрафиолет лампа.
ЛАМПАДА [рус. < гр. lampados] (Р.: лампада; И.: oil lamp; lampad; T.: kandil) и.
Икона алдына яндырып ҡуйыла торған лампа һымаҡ һауыт. □ Лампада. / Лампадный. Лампада урынлаштырыу. Лампада майы. Лампада яндырыу.
ЛАМПАЛЫ (Р: ламповый; И.: electrontube; T: lâmba) с.
Лампаһы булған. □ Ламповый. Лампалы радиоалғыс.
ЛАМПАС [рус. < фр. lampas] (Р: лампас; И.: trouser stripe; lampas; T: zıh) и.
Салбарҙың тышҡы йөйө буйлатып тегелгән бер йәки ике һыҙатлы таҫма. □ Лампас. Генерал лампастары. Аҡ лампас. ■ [Генерал Урусовтың] сағыу ҡояш нурҙарында буркенең кокардаһы, панталонының лампастары, биленә таҡҡан ҡылысы ялт-йолт килде. Ғ. Ибраһимов.
ЛАМПАСЛЫ (Р: лампасный; И.: braid; stripe;T.: zıhlı) с.
Лампас баҫылған. □ Лампасный. Лампаслы салбар. Лампаслы кейем. ■ Аяғына кун ҡата, ҡыҙыл лампаслы салбар кейгән, ҙур тубәле ҡыҙыл ситле фуражкалы, кәрәк һаҡаллы казачий ҡарттарҙың, икешәр угеҙ егеп, бесәнгә барғандары куренеп ҡала. А. Таһиров. Ишмөхәммәттең башында тар тирәсле оҙонса ҡырма бурек, өҫтөндә ал погонлы текә яғалы, еңдәре көмөш галун менән сигелгән кук куртка, аяғында ал лампаслы кук буҫтау салбар, ҡара итек. М. Өмөтбаев.
ЛАМПАСЫЙ [рус. < фр. montpensier] (Р: монпансье; И.: fruit drops; T: meyveli şeker) и. һөйл.
Шәкәр менән емеш һутынан эшләнгән ҡаты кәнфит. □ Монпансье (сорт леден
цов). Лампасый менән сәй эсеу. ■ Лавкала лампасый ҙа юҡ. Д. Бүләков.
ЛАМПОЧКА [рус.] (Р: лампочка; И.: light bulb; T: ampul) и.
Ток тәьҫирендә сымдан яҡтылыҡ биргән быяла баллон. □ Лампочка. Йөҙ ватлы лом -почка. Янған лампочка. Лампочканы бороп алыу. Лампочканы патронға бороу. ■ [Сәйфулла:] Өйөңдә лә, соланыңда ла, хатта аҙбарҙа ла электр ғына янып торор, уҙебеҙгә иң яҡты лампочкалар ҡуйып ебәрермен, тип тә ебәргәйнем, йомшарҙы теге [ҡатыным]. Н. Мусин. Тушәмдә, тоноҡ ҡына яҡтылыҡ таратып, һунер-һунмәҫ янған лампочка. Ә. Хәкимов.
ЛАНГЕТ [рус. < фр. languette] (Р: лангет; И.: languet; T: biftek) и. кул.
Иоҡа ғына телеп ҡурылған ит. □ Лангет. Гарнир менән лангет. Лангет әҙерләу.
ЛАНГУСТ [рус. < фр. lanqouste} (Р: лангуст; И.: sea crawfish; T: langust) и. зоол.
Ҡаты ҡабырсаҡлы, оҙон мыйыҡлы, ун аяҡлы, ите ашарға яраҡлы диңгеҙ ҡыҫалаһы. □ Лангуст, морской рак (лат. Асһе-lata). Лангуст ите. Лангуст тотоу.
ЛАНГУСТА [рус. < фр. lanqouste\ и. зоол. ҡар. лангуст. Лангуста ашау.
ЛАНДШАФТ [рус. < нем. Landschaft} (Р: ландшафт; И.: landscape; T: manzara) и.
1. геогр. Ер өҫтөнөң үҙенә генә хас төҙөлөшө, рельефы, климаты, тупрағы, үҫемлек һәм хайуандар донъяһы булған бер өлөшо. □ Ландшафт (рельеф земной поверхности, общий вид местности). Тау ландшафы. Ландшафт картаһы. ■ Легендаларҙа ландшафт уҙенсәлектәренең барлыҡҡа килеуе мөғжизәле ваҡиға, ғәҙәти булмаған хәл-әх-уәлдәр аша һурәтләнеусән. Ф. Нәҙершина.
2. иҫк. Тәбиғәт күренеше, һүрәтләнеше; пейзаж. □ Ландшафт, пейзаж. ■ ТубәнгеАғиҙел буйындағы ландшафты йыш ултырған колхоз ауылдарынан башҡа куҙ алдына кил-тереуе ҡыйын. Интернет селтәренән.
3. иҫк. Тәбиғәтте һүрәтләгән сәнғәт әҫәре, һүрәт. □ Ландшафт, произведение искусства, картина, посвящённая описанию пейзажа.
72