ЛАҢҠЫЛДАУ
ЛАНДЫШ [рус. I (Р.: ландыш; И.: lily-of-the-valley; T.: müge) и. бот. ҡар. ынйы сәскә.
Ләләләр ғаиләһенә ҡараған, хуш еҫле, ваҡ ҡына аҡ сәскәле күп йыллыҡ үҫемлек.
□ Ландыш. / Ландышевый (лат. Convalla-ria). Ландыш сәскә атҡан мәл. Ландыш дарыуы. ■ [Владимир] ауыр эшен утәп ҡайтҡан арала ла балаларға ҡуп итеп ландыш, роза гөлләмәләре алып ҡайтырға онотмай, ҡайтҡас, һәр берәуһе менән һөйләшергә, һәр ҡайһыһын теҙенә ултыртып һөйөргә ваҡыт таба ине. Ә. Чанышев.
ЛАНДЫШ АҒАСЫ (Р.: ландышевое дерево; И.: lily-of-the-valley tree; T.: yalancı kızılağaç) и. бот.
Ынйы сәскәләре еҫе килгән, аҡ сәскә ата һәм көньяҡта үҫә торған мәңге йәшел ағас йәки ҡыуаҡ. □ Ландышевое дерево (лат. Clethra arborea). Ландыш ағасы уҫтереу.
ЛАНКЫ (Р: ткань в разноцветную полоску; И.: multicolored tissue; T.: bir tür kumaş) и. иҫк.
Төрлө төҫтәге буйлы тауар. □ Ткань в разноцветную полоску. Ланкы кәзәкей. Ланкы сапан.
ЛАНОЛИН [рус. < лат. lana + oleum] (Р: ланолин; И.: lanolin; Т: lanolin) и.
Медицинала һәм косметикала киң ҡулланылған, һарыҡ йөнөнән махсус ысул менән алынған май. □ Ланолин. Ланолин һабыны. Ланолин кремы.
ЛАНОЛИНЛЫ (Р: ланолиновый; И.: lanolin; T: lanolinli) с.
Ланолин ҡушылған, ланолины булған.
□ Ланолиновый. Ланолинлы крем. Ланолинлы һабын.
ЛАНЦЕТ [рус. < нем. Lanzette] (Р: ланцет; И.: lancet; T: neşter) и. мед. иҫк.
Хирургияла ҡулланыла торған осло тотҡалы, ике пластинкалы йыйылмалы бысаҡ.
□ Ланцет. / Ланцетный. Ланцет һауыты. Ланцетты стерилләу.
ЛАНЦЕТНИК [рус. < нем. Lanzette] (Р: ланцетник; И.: lancelet; T: batrak) и. зоол.
Йылы диңгеҙ төбөндә ләмгә йәки ҡомға күмелеп йәшәй торған, иң ябай төҙөлөшлө хайуандар вәкиле булған, балыҡ һымаҡ бик бәләкәй хайуан. □ Ланцетник (лат.
Branchiostomidae). Дицгеҙ буйҙарында лан-цетниктар бик куп.
ЛАНЦЕТ ЯПРАҠТАР (Р: ланцетолистные; И.: lance-leaved; T: dar yapraklılar) и. бот.
Ланцет япраҡлылар отрядына ингән үҫемлектәр йыйылмаһы. □ Ланцетовидные листья (лат. Branchiostomd). Ланцет япраҡтар төркөмө.
ЛАНЬ [рус.] (Р: лань; И.: fallow deer; T.: alageyik) и. зоол. ҡар. ҡоралай.
Боландар ғаиләһенә ингән, ыҡсым кәүҙәле йүгерек хайуан. □ Лань. Лань балаһы. Ата лань. Инә лань.
Л АҢ [фарс. (Р: тяжёлая ноша; И.:
heavy load; T: ağır yük) и.
Артыҡ йөк булып ауырлыҡ килтергән нәмә; ауыр йөк. □ Тяжёлая ноша. Лац тартыу.
ЛАҢҠ-ЛАҢҠ (Р: гав-гав; И.: bow-wow; T.: hav hav) оҡш.
1. Эт өргән тауышты белдергән һүҙ.
□ Подражание лаю собаки: гав-гав. Лаңҡ-лаңҡ итеу. Лаңҡ-лаңҡ өрөу.
2. кусм. Күп кеше бер юлы һөйләгәндә сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание неясному шуму множества голосов. Лаңҡ-лаңҡ тауыш сығыу.
ЛАҢҠЫЛДАҠ (Р: постоянно лающий; И.: constanly barking; T.: durmadan havlayan) c.
1. Күп өрөүсән. □ Постоянно лающий, гавкающий (о собаке). Лаңҡылдаҡ эт.
2. кусм. кәмһ. Туҡтауһыҙ күп һөйләүсән.
□ Болтливый. Лаңҡылдаҡ әҙәм. Лаңҡылдаҡ ҡатын.
ЛАҢҠЫЛДАТЫУ (лаңҡылдат-) ҡ. йөкм. ҡар. лаңҡылдау, понуд. от лаңҡылдау. Бер туҡтауһыҙ лаңҡылдатыу.
ЛАҢҠЫЛДАУ (лаңҡылда-) (Р: лаять;
И.: bark; T: havlamak) ҡ.
1. Теңкәгә тейеп, өҙлөкһөҙ өрөү (эткә ҡарата). □ Лаять, гавкать. Эт бер туҡтауһыҙ лаңҡылдай.
2. кусм. кәмһ. Туҡтауһыҙ ҡысҡырып күп һөйләү. □ Беспрестанно и громко говорить, тараторить. Лаңҡылдап башты ауыртты
73