ЛАУРЕАТЛЫҠ
ЛАУРЕАТЛЫҠ (лауреатлығы) (Р.: звание лауреата; И.: laureat’s rank; T.: ödül sahibi olma durumu) u.
Лауреат исеме. □ Звание лауреата, лауреат. ■ [Олатайымдың] булмәһенең стенаһын төрлө кимәлдәге халыҡ-ара һәм республика конкурстарында яулаған лауреатлыҡ дипломдары биҙәй. «Башҡортостан ҡыҙы», № 10, 2010.
ЛАУЫЛДАҠ (Р.: шумный; И.: noisy; cla-moursome; T.: gürültülü) с.
Ҡысҡырып, шаулап барыусан. □ Шумный, крикливый. Лауылдаҡ кеше. Лауылдаҡ хеҙмәткәр. ■ Лауылдаҡ кешеһең дә инде, Ғәшурә! Картотека фондынан.
ЛАУЫЛДАУ (лауылда-) (Р: гавкать; И.: bark; T.: havlamak) ҡ.
1. Ғауғалап өрөү (эткә ҡарата}, лаулау. □ Гавкать, лаять. // Лай. ■ Шамилов ғәрлегенән ҡапҡаны тибеп асыуға, сылбырын сылтыратып, Һарбай лауылдап килеп сыҡты. Ә. Хәкимов. Инде ошонан һуң эт лауылдап әрмәк булды. Д. Бүләков.
2. кусм. Тауыш күтәреү, ҡысҡырыу, шау-шыу килеү. □ Шуметь, кричать; галдеть. // Шум. Лауылдап йөрөу. ■ Минеке һәйбәт, минекен ал, — тип лауылдай башлай алма һатыусылар. Р. Солтангәрәев.
ЛАУЫЛДАШЫУ (лауылдаш ) ҡ. урт.
лауылдау, взбшлш.оти лауылдау. ■ Тупаҫ командалар яңғырай, ауыҙҙарынан кубек сәсеп, буре ҙурлыҡ уҫал эттәр лауылдашып өрә. Ә. Хәкимов. Ул арала эттәр лауылда-шыуы былай табан яҡынлаша башланы, бер ситтә дерелдәп ултырған айыу балаһы йәнә шыңшып аяҡ аҫтына килеп керҙе. Б. Рафиҡов.
ЛАУЫР I (Р: туберкулёз шейных желез; И.: white plague; T: boyun bezi tüberkülozu) и. мед.
1. Ҡып-ҡыҙыл булып сурайып, эренләп аҡҡан муйын шешеге; ҡылауыр. □ Туберкулёз шейных желез. Лауырҙан дауаланыу. Лауыр булыу. Лауыр менән ауырыу.
2. миф. Муйын шешегенең йәне. □ Дух туберкулёзных желез. Лауыр эйәһен ҡыуыу.
ЛАУЫР II (Р: лекарственная трава; И.: herb; T: şifalı bir bitki) и. бот.
Оҙонса аҡһыл йәшел япраҡлы дауа үләне. □ Лекарственная трава. ■ Лауыр уләне айыу емеше уләненә оҡшап уҫә. Интернет селтәренән. Һалҡын һыуҙа йыуылған лауыр уләнен эренле яраға һалып, бәйләп ҡуйырға мөмкин. В. Ғүмәров.
ЛАФ [фарс. (Р: хвастовство; И.: boasting; blague; T: lâf) и.
Буш һүҙ, маҡтансыҡлыҡ. □ Хвастовство, бахвальство, пустословие. • Лаф менән былау бешмәҫ. Мәҡәл.
ЛАФЕТ [ рус. < нем. Lafette] (Р: лафет; И.: gun-mount; T: top arabası) и.
1. хәрби. Артиллерия тубын ҡуя торған станок. □ Лафет (станок артиллерийского орудия). Кусмә лафет. Пушка лафеты. Лафетҡа ҡуйыу. ■ Улай ярамағанын аңлағас, аҙаҡтан һалдаттарҙың барлыҡ ауыр нәмәләрен ылауҙарға һәм артиллериялар лафетына һалып алып барырға ҡушты генерал Обручев. Я. Хамматов. Туптарҙың лафеттары ватылды, йәҙрәләр юғалды; аттар ябыҡты, кешеләр сиргә һабышты. Ғ. Ибраһимов.
2. Тағылма урғыс машина. □ Лафет (жатка, крепящаяся к специальному основанию, прицепленному к трактору). Комбайн лафеты. ■ [Агроном:] Игендең бер бөртөгөн дә әрәм итмәйәсәкбеҙ. Бөтә лафеттарға ла башаҡ кутәргестәр ҡуябыҙ. Р. Ғабдрахманов.
ЛАФЕТЛЫ (Р: лафетный; И.: reaper carriage; T: kundaklı) с.
Лафетҡа тағылған. □ Лафетный. Лафетлы урғыс.
ЛАФЕТСЫ (Р: лафетчик; И.: gun-carriage serviceman; T: orak makinesi çalışanı) u.
Лафет (2) менән ашлыҡ урыусы. □ Лафетчик. Ағайым лафетсы булып йөрөй. ■ [Тимербай — Ғөбәйҙуллаға:] Йөрөу куп бит. Бына әле лә лафетсылар эргәһенә китеп бара инем. Ә. Хәкимов.
ЛАФ ОРОУ (лаф ор-) (Р: хвастаться; И.: brag; T: övünmek) ҡ.
Маҡтанып, ҡабартып һөйләү; шапырыныу. □ Хвастаться, бахвалиться; пустословить. ■ Себен кеуек, у ҙең эшләмәгәнде эшләнем тип лаф ороп йөрөмә, әҙәм. М. Өмөтбаев. Әптеләхәт йыйылыш һайын: «Һаҙ
84