Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 83 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

ЛАУРЕАТ
ЛАТЫШ (Р.: латыш; И.: Lett; T.: Letonyalı) и. этн.
Латвияның төп халҡын тәшкил иткән милләт һәм шул милләттең бер кешеһе. □ Латыш. / Латышский. Латыш халҡы. Латыш ҡатыны. Латыш теле. Башҡортостанда йәшәүсе латыштар уҙ телен, мәҙәниәтен һаҡлап ҡалғандар. Н Күп тә үтмәне, кабинетҡа Вилис исемле латышты кереттеләр. М. Ғиләжев.
ЛАТЫШСА (Р.: по-латышски; И.: in Latvian; T.: Letonyaca) р.
1. Латыш телендә. □ По-латышски, на латышском языке. Латышса уҡыу. Латышса һөйләшеу. ■ Беҙҙең ғаиләлә башҡортса ла, латышса ла, русса ла һойләшә беләләр. «Башҡортостан», 13 март 2009.
2. Латыштар кеүек. □ По-латышски. Латышса бейеү. Латышса кейенеү.
ЛАУ I (Р: гав; И.: wough!; T.: hav) оҡш.
Ғауғалап, шаулап өргән эт тауышын белдергән һүҙ. □ Подражание гавканью собак: гав. ■ Эте сыҡты лау өрөп, һалдат сыҡты йүгереп. Һамаҡтан.
ЛАУ II (Р: шум; И.: racket; T.: gürültü) и.
Көслө шау-шыулы тауыш. □ Шум, шум-гам. ■ Йәмле яҙҙа һандуғас, һәр төрлө ҡош һайрауҙары, саз ине йәш куңелемә һәр бер тәбиғәт лауҙары. Д. Юлтый.
ЛАУЛАТЫУ I (лаулат-) ҡ. йөкм. ҡар. лаулау, понуд. от лаулау. Этте лаулатыу.
ЛАУЛАТЫУ II (лаулат-) (Р: воспламенить; И.: inflame; enkindle; T.: tutuşturmak) ҡ.
Көслө итеп ялҡынландырып яндырыу; дөрләтеү. □ Воспламенить. ■ Бер етеҙ малай лаулатып усаҡ утын өргөләй. М. Тажи.
ЛАУЛАУ I (лаула-) (Р: гавкать; И.: bark; T.: havlamak) ҡ.
1. Ғауғалап, шаулап өрөү; лау-лау итеү (эткә ҡарата). □ Гавкать, лаять. // Лай. Эт лаулап өрә. Куршенең эте төнө буйы лаулап, йоҡо бирмәне. ■ Эт хужаһы янына барҙы ла, йәнә ҡапҡаға ташланып, баяғынан да яман лаулап алып китте. 3. Ураҡсин.
2. кусм. Ныҡ шаулау, шау-шыу итеү. □ Шуметь, галдеть. // Шум. М Спектакль берсә тәрән тынлыҡ эсендә, берсә лаулау һәм һыҙғырыуҙар аҫтында барҙы. Ә. Хәкимов.
ЛАУЛАУ II (лаула-) (Р: пылать; И.: blaze; flare; T.: alev alev yanmak) ҡ.
Ныҡ ялҡынланыу, дөрләү. □ Пылать, пламенеть, полыхать. Лаулап яныу. ■ [Вася:] Әгәр ҙә беҙ ошондай ҡараңғы төндө Иван Иванович имениеһына ут һалһаҡ, унан лаулап сыҡҡан ут шәүләләре ҡайҙа тиклем күтәрелер икән, дуҫтар? Д. Юлтый.
ЛАУ-ЛАУ (Р: гав-гав; И.: bough-wough!; T.: hav hav) оҡш.
1. Оҙайлы ғауғалап, шаулап өргән эт тауышын белдергән һүҙ. □ Подражание продолжительному гавканью собаки: гав-гав. Лау-лау өрөү.
2. Көслө шау-шыуҙы белдергән һүҙ. □ Подражание громкому, шумному разговору. Лау-лау иткән тауыш.
ЛАУЛЫ (Р: шумный; И.: noisy; T: gürültülü) с.
Шау-шыулы; тауышлы. □ Шумный. Ҡаланың лаулы тормошонда юғалып ҡалмаҫҡа кәрәк. ■ [Яҙыусы] үҙен әйләндереп алған лаулы тормошто мөбәләғә тәшбиһтәр менән кәүҙәләндерергә тырыша, унда реализм аҙ, әммә уның төбөндә яҡшы теләк бар. Д. Юлтый.
ЛАУЛЫЙ (Р: лохматый; И.: shaggy; Т: saçı dağınık) с. һөйл.
Туҙған ялбыр сәсле. □ Лохматый, косматый. Лаулый баш. М Лаулый башлы ҡатында бер кемдең дә эше булманы. Картотека фондынан.
ЛАУРЕАТ [рус. < лат. laureatus} (Р: лауреат; И.: prize winner; T: ödül sahibi) и.
Фән, сәнғәт һәм әҙәбиәт өлкәһендәге ҡаҙаныштар өсөн бирелә торған дәрәжә һәм шул дәрәжәне алған кеше. □ Лауреат. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты. Лауреат булыу. ■ Ш. Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Мицлеғәфүр Зәйнетдинов ҡумыҙҙар, ҡурайҙар ҡалдырып, дәрестәр биреп ҡайтҡандан һуң, балаларҙың һәм өлкәндәрҙең ансамблдәрен төҙөү уйы тыуа. М. Ямалетдинов.
83