ЛАТИНЛАШЫУ
витты латинлаштырыу. ■ Башҡорт яҙыуын латинлаштырыу буйынса эш 1тюр-кологик съезға әҙерләнеү һәм уны 1926 йылдың февраль айында Баку ҡалаһында үткәреү осоронда тағы ла көсәйә төшкән.
Э. Ишбирҙин.
ЛАТИНЛАШЫУ (латинлаш-) (Р.: латинизироваться; И.: get latinized; T.: Latin-leşmek) ҡ.
1. Латин телен һәм мәҙәниәтен үҙләштереү. □ Латинизироваться (усваиватьлатинский язык, латинскую культуру).
2. Яҙмала латин алфавитына күсеү. □ Латинизироваться. // Латинизация. Алфавиттың латинлашыуы. ■ Латинлашҡан яҙыуға күсеү культура төҙөлөшөндә ҙур уңыштарға ирешеүгә булышлыҡ итте. Э. Ишбирҙин.
ЛАТИНСА (Р: на латыни; И.: in Latin; T.: Latince) р.
Латин телендә. □ На латыни. Латинса аңлашыу. Латинса уҡыу. Латинсаны өйрәнеү. ■ М. Буранғоловтың фольклор коллекцияһы башлыса латинса хәрефле машинкала баҫтырылған текстарҙан тора. Н. Зарипов.
ЛАТИНСЫ (Р.: латинист; И.: Latinist; Т.: Latince bilgini) и.
Латин филологияһы белгесе. □ Латинист. Латинсы семинары.
ЛАТИНСЫЛЫҠ (латинсылығы) (Р: латинизация; И.: Latinity; T.: Latinleştirme politikası) и.
20-се йылдарҙа ғәрәп алфавитынан латинға күсеү яғында торған ижтимағи ағым. □ Латинизация. Латинсылыҡ шауҡымы. Латинсылыҡ хәрәкәте.
ЛАТИН ТЕЛЕ (Р: латинский язык; И.: the Latin language; T.: Latince) и.
Көнбайыш Европа халҡын урта быуаттарҙа хеҙмәтләндергән боронғо яҙма әҙәби тел. □ Латинский язык. ■ «Минең әсә-йем, мәҫәлән, биолог. Ул латин телен яҡшы белә», — тип һүҙгә ҡушылды Мәҙинә, Хә-митте үҙе лә аңғармаҫтан яҡлай төшөп. Д. Бүләков. «Календарь» һүҙе боронғо рим-лылар һөйләшкән латин теленән ҡалған. «Башҡортостан ҡыҙы», № 1, 2010. Натио-
нис — халыҡ тигәнде аңлата латин телендә, тип яҙылған. М. Бураҡаева.
ЛАТИФ [ғәр. (Р: нежный; И.: tender; fond; T.: latif) с. иҫк.
Яғымлы, һөйкөмлө, гүзәл, матур; иркә.
□ Нежный. Латиф бала. Латиф булыу. Латиф ел. ■ Пушкиндың шиғырҙарында Ҡырымдан, Баҡсаһарайҙан, Кавказдан суҡ латиф вә гүзәл бәхәстәр барҙыр. М. Өмөтбаев. Латиф урында төҙөлгән, латиф әйберҙәр табыптыр ул. Ғ. Соҡорой. Латиф кәүҙәң нурҙа йөҙгән кеүек, иләҫ-миләҫ итә алдымда. X. Ғәбитов.
ЛАТИФА [ғәр. (Р: юмореска; И.: light verse; T.: latife) и. иҫк.
Тапҡыр ҡыҫҡа мәғәнәле әҫәр, көләмәс.
□ Юмореска, юмористический рассказ.
■ Башҡорттар .. хикәйә, йомаҡ, латифа, ҡасида, көй, аң, моң һәм мәҡәлдәре менән дә, рухи әсбаптары, мәғишәттәре һәм тәбиғәттәре йәһәтенән дә төрөктәргә бик яҡын халыҡ. Н. Асанбаев. Берәй латифа һөйләп ебәр әле, бабай! М. Кәрим.
♦ Латифаға мәйел көләмәскә әүәҫ. □ Затейник. Латифаға мәйел шәкерттәр.
ЛАТИФУНДИЯ [рус. < лат. latifundium] (Р: латифундия; И.: latifundia; T.: latifundia) и. иҫк.
Эре ер биләмәһе. □ Латифундия.
ЛАТКА [рус. латка] (Р: латка; И.: patch; T.: kazan) и. һөйл. ҡар. ҡаҙан.
Ит быҡтырып бешерә торған суйын һауыт. □ Латка (чугунок для тушения мяса).
■ Ҡунаҡтар килеүенә тип тулы латка итле картуф бешерҙе. Картотека фондынан.
ЛАТЛАУ (латла-) [рус. латать] (Р: латать; И.: piece; T.: yamalamak) ҡ. диал.
Нимәнелер төҙәтеү, ялғау. □ Латать. Иҫке кәмәне латлап алыу. ■ Өйҙө латлап алғас, кәйефтәр күтәрелеп китте. Т. Ғәниева.
ЛАТНИК (латнигы) [рус.| (Р: латник; И.: knight-at-arms; T.: zırh) и. тар.
Тимер кейем. □ Латник. Латник кейгән һуғышсылар.
ЛАТУК (латугы) [рус. < лат. lactuca] (Р: латук; И.: wood-lettuce; T.: marul) и. бот.
Ҡатмарлы сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған үҫемлек төрө. □ Латук (лат. Lactuca sativa).
82