Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 289 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

РОМБ
мансы. ■ Һ. Дәуләтшина менән 3. Биишева тәуге романсыларыбыҙ иғтибарынан ситтә ҡала килгән көнкуреште һурәтләугә ҙур урын бирҙе. М. Минһажетдинов.
РОМАНТИЗМ [рус. < фр. romantizme] (Р.: романтизм; И.: romanticism; T.: romantizm) и.
1. XVIII быуат аҙағында — XIX быуаттың тәүге яртыһында классицизм ҡанундары менән көрәшкән, милли һәм индивидуаль үҙенсәлектәрҙе сағылдырырға тырышҡан, идеаль геройҙарҙы һәм тойғоларҙы һүрәтләгән әҙәбиәт һәм сәнғәт йүнәлеше. □ Романтизм. Байрон романтизмы. Гюго романтизмы. Героик романтизм. Революцион романтизм.
2. Оптимизм менән һуғарылған һәм көслө образдар аша кешенең оло бурысын күрһәтергә ынтылған әҙәбиәт һәм сәнғәт методы. □ Романтизм. М. Горъкийҙың тәуге әҫәрҙәрендәге романтизм. Рус әҙәбиәтендәге романтизм.
3. Тормошто идеаллаштырыу менән билдәләнгән уй-тойғо; хыял. □ Романтизм. Йәшлек романтизмы. Романтизм стиле. Романтизмға бирелеу.
РОМАНТИК I (романтигы) [рус.] (Р: романтик; И.: romanticist; T.: romantik, hayalci) и.
1. Романтизм (1, 2) йүнәлешендәге кеше. □ Романтик. Француз романтиктары. Романтик актёр. XIX быуат романтигы.
2. Кешене һәм тормошто идеаллаштырыусы кеше. □ Романтик. ■ Хыял ҡоло бит ул беҙҙец Сәлим, романтик! И. Ғиззәтуллин. [Сажидә:] Һин, Кәбир ағай, бер аҙ романтик та икәнһең. Н. Мусин.
РОМАНТИК II (Р: романтический; И.: romantic; T.: romantik) с.
1. Романтизмға (1, 2) мөнәсәбәтле.
□ Романтический. Романтик әҫәр. Романтик драма. Романтик поэзия. Романтик стиль.
2. Хыялға бирелеүсән, кешене һәм тормошто идеаллаштырыусан; хыяли. □ Романтик. Романтик ҡыйыулыҡ. Романтик хыял. Романтик мөнәсәбәт.
РОМАНТИКА [рус.] (Р: романтика; И.: stardust; emotive power; T.: romantiklik) и.
1. Тормошто идеаллаштырыу, хыял-лаштырыу менән билдәләнгән уй-тойғо; хыял. □ Романтика. ■ Йәшел уләндә салҡан төшөп, төпһөҙ кук бушлығына ҡарап һуҙһеҙ-ниһеҙ тик кенә ятҡан саҡтарҙа, Новиков романтикаға бирелеп китә. Д. Юлтый. Был әкиәттәр уҙҙәренең серле романтикаһы, кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙең киҫкенлеге менән уны [Емеште] һәр саҡ таң ҡалдыра. 3. Биишева. Ул [мөхәббәт] һәр ваҡыт уҙенең романтикаһы, ғиффәтлеге, серлелеге һәм кук һымаҡ бейеклеге менән гузәл булған һәм буласаҡ та. И. Абдуллин.
2. Юғары рух, көслө тойғо менән билдәләнгән хәл. □ Романтика. Хеҙмәт романтикаһы. ■ Беренсе биш йыллыҡ төҙөлөштәренең хыялға килмәҫлек ҡоласы, сит-ят ерҙәр куреу, ҡатмарлы һәнәрҙәргә өйрәнеу романтикаһы Ғабдулланы ла мауыҡтырҙы. Д. Исламов.
РОМАНТИКЛАШТЫРЫЛЫУ (роман-тиклаштырыл-) ҡ. төш. ҡар. романтиклаштырыу. страд, от романтиклаштырыу. Романтиклаштырылған тормош. Роман-тиклаштырылған хыял.
РОМАНТИКЛАШТЫРЫУ (романтик-лаштыр-) (Р: романтизировать; И.: romanticize; T: romantikleştirmek) ҡ.
Нимәнелер, кемделер романтик күҙлектән күреү; идеаллаштырыу. □ Романтизировать. Тормошто романтиклаштырыу. Ваҡиғаны романтиклаштырып һөйләу.
РОМАШКА и. бот. ҡар. аҡ сәскә 1. ■ Бер йәкшәмбе көндө кис Мәрхәбә апай подъезд баҫҡысында арҡаһына рюкзак аҫҡан Алёша менән ҡулына уҙ баҡсаларында уҫкән эре башлы ромашкаларҙы тотоп ҡайтыусы Айгөлгә тап булды. М. Садиҡова. Ул [ҡатын] кук сәскә, ромашка, ғөмумән, баҫыуҙарҙа уҫә торған башҡа шундай ваҡ сәскәләрҙән бәйләнгән бәләкәс гөлләмә тотҡан. X. Мохтар.
РОМБ [рус. < гр. rhombos] (Р: ромб; И.: rhombus; T: eşkenar dörtgen) и.
1. мат. Мөйөштәре тура булмаған тигеҙ яҡлы параллелограмм. □ Ромб. / Ром-
289