Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 315 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

РӘХМӘТ БЕЛДЕРЕҮ
шәфҡәтегеҙ өсөн, тим. Ф. Чанышева. [Айыу:] Төлкө туғаныма берегеҙ ҙә теймәгеҙ! Тейер булһағыҙ, минән һеҙгә рәхим-шәфҡәт булмаҫ. Әкиәттән.
РӘХМӘТ [ғәр. (Р.: благодарность; И.: thank; T.: rahmet, teşekkür) и.
1. Аяу, ҡыҙғаныу хисе; мәрхәмәт, шәфҡәт, рәхим. □ Милосердие, милость. / Милосердный, милостивый. ■ Донъя шул был: бар уның рәхмәт яғы, зәхмәт яғы. Ш. Бабич. Ҡасан балҡыр икән ҡояш, сәсер рәхмәт нурын беҙгә? Т. Йәнәби.
2. Яҡшылыҡ күрһәткәнгә булған ҡәнәғәтлек, ризалыҡ тойғоһо. □ Благодарность. / Благодарный. Рәхмәт һүҙе. ■ Байрастың көтмәгәндә шулай үҙен ҡыйыу яҡла-уынан уның [Емештең] күңелен бөткөһөҙ рәхмәт тойғоһо солғап алды. 3. Биишева. Кеше өсөн йөрәктән әйтелгән ысын рәхмәт һүҙҙәренән дә олораҡ тағы ла ниндәй бүләк бар икән? Ғ. Аллаяров. Зәкиҙең боғаҙына төйөр тығылды, күҙ төптәренән рәхмәт йәштәре атылып сыҡты. И. Абдуллин.
3. Яҡшылыҡҡа яуап итеп әйтелгән итә-ғәтлек һүҙе. □ Спасибо. ■ [Янһары:] Яҡты йөҙөңә, һый-хөрмәтеңә рәхмәт, ҡайным. Әкиәттән. [Батша:] Саф йөрәгең өсөн рәхмәт һиңә, Әшрәф, һуғышта ла гел мин һине иҫемә төшөрҙөм. И. Абдуллин.
4. Эштәге күрһәткескә, хеҙмәттәге уңыштарға рәсми ыңғай баһа. □ Благодарность. Приказ менән рәхмәт белдереү. Рәхмәт ҡаҙаныу.
5. Ниндәйҙер тәҡдимгә, элек ҡылынған насар эшкә яһалма ризалыҡ тойғоһо.
□ Спасибо (язвительное). ■ Рәхмәт мәрхәмәтегеҙгә. Мин уны һәр аҙым һайын ишетәм. Минең ғәрип булыуыма үҙем ғәйепле түгел. Т. Хәйбуллин.
♦ Алланың рәхмәте киң дини кешеләр яҡшы эшкә ҡыуанғанда йәки өмөт тотҡанда әйтелә. □ Бог милостив (говорится, чтобы успокоить кого-л.). Алланың рәхмәте менән ҡар. алланың рәхмәте киң. Алла рәхмәтенә китеү үлеү. □ Умереть, отправиться на тот свет. Алланың рәхмәте төшһөн (йәки рәхмәтендә булһын) яҡшылыҡ теләп әйтелә.
□ Говорится при пожелании благополучия, добра. Рәхмәт йөҙөнән ҡәнәғәтлек белде
реп (ниҙер әйтеү йәки ҡылыу). □ С благодарностью. ■ Үҙен балалары, яҡын кешеләре менән күрешеү бәхете көтөүен уйлап, ахырыһы, рәхмәт йөҙөнән миңә мөләйем генә йылмайҙы [Мәкәрим]. Ш. Бикҡол. Рәхмәт төшкөрө кемгәлер әйтелгән изге теләк һүҙе. □ Большое спасибо. Н Ҡысҡырмай Аҫылбай, күкрәк менән йырлай, рәхмәт төшкөрө, моңо, әйтерһең, йөрәгенән һығылып сыға. Р. Байымов, һай, рәхмәт төшкөрө! — тине Сергей, арғымаҡтың сослоғона, боҙҙар араһынан шул хәтлем оҫта барыуына һоҡланып. А. Абдуллин. Рәхмәт яуғыры (йәки яуһын) ҡар. рәхмәт төшкөрө. ■ Бына бит иҫән-һау алып ҡайтып еткергән, рәхмәт яуғыры. Алланың ҙур рәхмәте төшкөрө... — тип һөйләнеп торҙо [Таиба әбей]. 3. Биишева. [Сәрбиямал инәй:] Рәхмәт яуһын инде үҙегеҙгә, балалар, — тип шатланып һөйләнде. Р. Байбулатов.
РӘХМӘТ АЛЫУ (рәхмәт ал-) (Р: получить благодарность; И.: receive an official message of thanks; T.: teşekkür almak) ҡ.
Эштәге күрһәткескә, хеҙмәттәге уңыштарға рәсми ыңғай баһа алыу. □ Получить благодарность. Улымдың командирынан рәхмәт алдыҡ.
РӘХМӘТ БЕЛДЕРЕҮ (рәхмәт белдер ) (Р: выражать благодарность; И.: express thanks; T.: teşekkür sunmak) ҡ.
1. Яҡшылыҡ күрһәткәнгә ҡәнәғәтлек, ризалыҡ тойғоһон белдереү. □ Выражать благодарность, признательность. ■ Урал батыр, .. халыҡҡа баш эйеп, рәхмәт белдерҙе лә мөгөҙҙәге һыуҙы уртланы, ти. «Урал батыр».
2. Рәсми рәүештә ниндәйҙер эш башҡарғанға, яҡшылыҡ күрһәткәнгә ҡәнәғәтлек, ризалыҡ тойғоһон белдереү. □ Выражать благодарность. Я Отрядтың разведка начальнигы ла Нурия менән яғымлы ғына күреште һәм уға, ҡорал йыйыуҙа Копачҡа ярҙамлашҡаны өсөн, партизан отряды командованиеһы исеменән рәхмәт белдерҙе. Ә. Байрамов. Ҡәрим менән Сәлим артынан эйәреп барғанда, мин шулай ҙа һуңғы ваҡиғаларҙы иҫемә төшөрмәй булдыра алманым: үткән аҙнала мине маҡтап стена газетаһына яҙғайнылар, кисә цех началь
315