Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 314 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

РӘХИМЛЕК
Аяу, ҡыҙғаныу хисе булған, йомшаҡ тәбиғәтле; мәрхәмәтле, шәфҡәтле. □ Милостивый, милосердный, сострадательный. Рәхимле кеше. К Ул [ҡыҙ] бик рәхимле, уның шул матур сифаты йөҙөндә балҡып тора. М. Ғафури. Был юлы ла буш итмәҫ, ҡоро ҡул менән ҡайтармаҫ уны [Юламан ҡартты] рәхимле Диңгеҙе. 3. Биишева. [Гөлсөм — Шәмсиәгә:] Һиңә әйтә торған һуҙҙәрем шул: кешеләргә рәхимле, шәфҡәтле бул. Ф. Чанышева.
РӘХИМЛЕК (рәхимлеге) (Р.: милосердие; И.: benevolence; T.: merhamet) и.
Аяу, ҡыҙғаныу хисе тыуҙырған мөнәсәбәт; шәфҡәт, рәхим. □ Милосердие, добродетельность. Рәхимлек курһәтеу. ■ Мал хужалары [Әбубәкерҙең] өйҙә ҡалған балаларына рәхимлек куҙе менән ҡарамайҙар, бер тинлек ярҙам курһәтмәйҙәр. Легенданан. Ләкин, Абдулла бабай әйтмешләй, көҙҙөң аҡылы уҙе менән, һауа бер боҙолһа, тәбиғәттән рәхимлек көтмә. Р. Ханнанов. Яңы турәнән рәхимлек һорап, һәр кем уҙенең ҡайғыһын, нужаһын һөйләй. Ғ. Ибраһимов.
РӘХИМЛӘНЕҮ (рәхимлән-) (Р: подобреть; И.: get benign; T.: merhametli olmak) ҡ.
Рәхимлегә әйләнеү. □ Подобреть, стать милосердным. Рәхимләнеп китеу. Рәхим-ләнгән хужа.
РӘХИМҺЕҘ I (Р: безжалостный; И.: merciless; T.: merhametsiz) с.
Аяу, ҡыҙғаныуҙы белмәҫ; мәрхәмәтһеҙ, шәфҡәтһеҙ. □ Безжалостный, беспощадный, бессердечный. Рәхимһеҙ кеше. Рәхимһеҙ һуғыш. ■ Ғариф та ырғылып урәпсегән ерәнкәйен шул яҡҡа борғайны, рәхимһеҙ ҡаты ҡулдар уны ат өҫтөнән тартып төшөрҙөләр. Ә. Байрамов. Август ҡояшы уҙенең рәхимһеҙ нурҙарын аҡрынлап һурелдерә башлағанда, Үҙән йәйләуендә инек инде. Д. Исламов. Әкиәттәрҙә лә, халыҡ араһында ла угәй әсә һәр ваҡыт мәкерле, рәхимһеҙ кеше итеп һурәтләнә. М. Садиҡова.
РӘХИМҺЕҘ II (Р: безжалостно; И.: mercilessly; T.: merhametsizce) р.
1. Аяуһыҙ, мәрхәмәтһеҙ рәүештә. □ Безжалостно, беспощадно, бессердечно. Рәхимһеҙ ҡыланыу. ■ Немец Воронеж-ға етер алдынан ҡаланы һәм ҡала ти
рәһендәге ауылдарҙы, тимер юл станцияларын рәхимһеҙ рәуештә бомбаға тотто. Ғ. Аллаяров. Беҙҙең кеуек дала малайҙарын, тоҙло һыуға мансылған ят бауырҙарҙы, диңгеҙ рәхимһеҙ ҡаршыланы. Ә. Бикчәнтәев.
2. Саманан тыш; бик аяуһыҙ. □ Слишком, чересчур, очень. Рәхимһеҙ уҫал. ■ Төш етте. Ҡояш, тубә оҫтөнә баҫып, рәхимһеҙ ҡыҙҙырҙы. 3. Биишева. Яҙғы сыуаҡ яҡтылыҡ, куҙҙе рәхимһеҙ сағылдырып, ғәжәп наҙлы иркәләй. Р. Байбулатов. Оло йылға, иген ҡабул итеу пункты тәңгәлендә боролма яһап, складтар торған ярҙы рәхимһеҙ рәуештә ашаған. М. Ғиләжев.
РӘХИМҺЕҘЛЕК (рәхимһеҙлеге) (Р: жестокость; И.: cruelty; T.: gaddarlık) и.
Рәхимһеҙ холоҡ, рәхимһеҙ ҡыланыш. □ Жестокость, беспощадность, бессердечность. Рәхимһеҙлек курһәтеу. ■ [Шәмси:] Беҙ, иптәштәр, башҡаларға рәхимһеҙлек булып куренгән бөтә эштәрҙә тимер ҡуллы булыуыбыҙ менән оттоҡ. Ғ. Хәйри. Бигерәк тә кешеләр, уларҙың тормошо, ҡылған эштәре, тыуым һәм улем хәлдәре уҙҙәре-нең мәғәнәһеҙлеге һәм рәхимһеҙлеге менән аптырата уны [Емеште]. 3. Биишева.
РӘХИМҺЕҘЛӘНЕҮ (рәхимһеҙлән-) (Р: становиться безжалостным; И.: become merciless; T.: acımasız olmak) ҡ.
Рәхимһеҙгә әйләнеү, үҙеңде рәхимһеҙ тотоу. □ Становиться безжалостным, беспощадным. Торған һайын рәхимһеҙләнеу. И Ерҙе көйҙөрөп килгән, көндән-көн көсәйә, көндән-көн рәхимһеҙләнә барған һуғыш уҙенең утлы-йәшенле минуттарының береһендә беҙҙе кинәнестәрҙән бөтөнләйгә мәхрум итте. Ш. Бикҡол.
РӘХИМ-ШӘФҠӘТ [ғәр.] (Р.: милосердие; И.: mercy; charity; T.: merhametlik) и. йыйн.
Яҡшылыҡ, мәрхәмәтлек. □ Милосердие, милость. Рәхим-шәфҡәт курһәтеу. Н Революция булып, тәхетенән ҡолатылмаһа, Чудиновҡа әле лә батшанан рәхим-шәфҡәт көтәһе ту гел ине. В. Исхаҡов. [Хәйерниса инәй:] Әсмәнең улы Йәмил уҙе кеуек ике малай менән килеп инде лә, инәй, ҡыҙҙарың өйҙә юҡ саҡта утынды турап ташлайыҡ әле, ти. Рәхмәт төшһөн, улым, ундай рәхим-
314