РӘХИМЛЕ
с прилагательным и местоимением образует наречия. Аптыраған рәуештә. Ойошҡан рәуештә эш башлау. Ирекле рәуештә. Махсус рәуештә. Шартлы рәуештә. ■ Ҡыйыуһыҙ рәуештә уға [Әмирхановҡа] табан атланым. С. Агиш. Кинйәбаев уҙ ғәйебен инҡар итеп маташманы, бөтәһен дә ацлы рәуештә эшләуе хаҡында урыҡ-һурыҡ һөйләп бирҙе. Р. Байбулатов. Ҡәҙершахта хәрби кәңәшмә тамамланыу менән ул [Зәки Вәлиди] йәнә ашығыс рәуештә Ырымбурға юлға сыҡты. Р. Байымов. Тик беренсе батальон ғына, ашығыс рәуештә уңға боролоп, урман шырлығына йәшенеп өлгөрҙө. И. Ғиззәтуллин.
РӘҮЕШҺЕҘ (Р: неприглядный; И.: unsightly; T.: çirkin) с. һир.
Тышҡы ҡиәфәте йәмһеҙ, килешһеҙ; күрмәлекһеҙ. □ Неприглядный; бесформенный. Рәуешһеҙ кеше. ■ Уларҙың [кешеләрҙең] ап-асыҡ йөҙҙәре әкренләп уҙ һыҙаттарын юғалтып, диңгеҙ өҫтөндә йөҙгән ниндәйҙер рәуешһеҙ, тумалаҡ ҡарағусҡыл шарға әйләнде, уның [Абдрахмандың] куҙ алдары ҡараңғыланып, маңлайында бөрсөк-бөрсөк тир бәреп сыҡты. Р. Өмөтбаев.
РӘҮИЗ [рус. ревизия < лат. revisio] (Р: ревизия; И.: census; T: nüfus sayımı) и. тар. һөйл.
XVIII быуатта һәм XIX быуаттың беренсе яртыһында Рәсәйҙә халыҡтың һанын билдәләү һәм йән башына яһаҡ һалыу өсөн үткәрелгән иҫәп. □ Ревизия (перепись населения). М Ҡағыҙға төшмәгәндәргә рәуиз ваҡытында ер эләкмәгән. К. Мәргән.
РӘҮКӘ (Р: загнивающий на корню (о дереве); И.: over-seasoned; T: kökten çürüyen (ağaç) с. hup.
1. Үҫеп ултырған ерҙән серей башлаған (ағасҡа ҡарата). □ Загнивающий на корню (о дереве). Рәукә ағас.
2. диал. ҡар. кәүек 2.
РӘҮКӘЛӘНЕҮ (рәүкәлән-) (Р: гнить на корню (о дереве); И.: over-season; T.: kökten çürümek (ağaç hakkında)) ҡ. hup.
Үҙәгенән сереү (уҫеп ултырған ағасҡа ҡарата). □ Гнить на корню (о дереве). Рәу-кәләнгән ағас. Рәукәләнгән ҡайындар.
РӘХБӘР и. иҫк. ҡар. үрнәк.
РӘХИМ [ғәр. j] (Р: милость; И.: mercy; T: merhamet) и.
Аяу, ҡыҙғаныу хисе тыуҙырған мөнәсәбәт; мәрхәмәтлек, шәфҡәт. □ Милость, милосердие. ■ Дошман, ҡара бауыр, аяу көтмә, рәхим уйлама. Т. Морат. Байтаҡ ҡына көндәр элек старшина Яныш Абдуллинға янарал хәҙрәттәренән фарман килгәйне. Онотмаған, рәхименән ташламаған, тип ҡыуанды ул. Ғ. Ибраһимов.
♦ Рәхим ит<егеҙ> (йәки ҡылығыҙ) 1) әҙәп, илтифат менән ниҙер тәҡдим иткәндә, нимәгәлер рөхсәт биргәндә әйтелә.
□ Пожалуйста. ■ [Зыя, биноклде һоноп:] Рәхим итегеҙ, бер минутҡа тугел,.. бөтөнләй буләк итергә лә мөмкин. М. Тажи. «Йә, рәхим итегеҙ, ашай башлағыҙ, балалар», — тип, Таиба әбей уҙе башлап ашҡа урелде.
3. Биишева; 2) илтифат менән ҡайҙалыр саҡырғанда әйтелә. □ Добро пожаловать, будьте любезны. ■ [Магазин мөдире:] Әйҙук, иптәш редактор, рәхим итегеҙ, — тип ҡаршы алды. Б. Бикбай. [Мостафин:] Әйҙәгеҙ, Өмөтбаев әфәнде, минең ҡәҙерле ҡунаҡтарым менән бергә, шул мәжлескә рәхим ҡылығыҙ! Я. Хамматов. Рәхим итеп берәй үтенес белдереп мөрәжәғәт иткәндә ҡулланыла.
□ Пожалуйста. М Мостафа Ырымбур баҙарында алған бер бала ҡурсаҡты, ағасҡа ҡуйылған бер нисә кәнфит әтәсте сығарып Светланаға тотторҙо: «Рәхим итеп ал әле, балаҡай». Д. Исламов. «Йәгеҙ, ҡунаҡтар, рәхим итеп ултырышығыҙ», — тип Сабира, бөтөнләй етди итеп, .. ҡунаҡтарын дәрәжәләренә ҡарап урынлаштырып сыҡты.
3. Биишева. «Рәхим итеп, етешегеҙ», — тип ул [Альфреда] беҙҙе [һалдаттарҙы] өҫтәл янына ултырышырға саҡырҙы. Д. Юлтый.
РӘХИМ ҠЫЛЫУ (рәхим ҡыл-) (Р: жалеть; И.: spare; T: acımak) ҡ.
Аяу, ҡыҙғаныу. □ Жалеть, щадить. И Һеҙҙән бутән был ерҙе рәхим ҡылыр кешем юҡ. Бәйеттән.
РӘХИМЛЕ (Р: милостивый; И.: gracious; kind; benign; T: merhametli) c.
313