РӘҮЕНКЕ
2. Ағыу. □ Течь. Аҡрын рәуан булыу.
РӘҮЕНКЕ с. диал. кәүек 2. Рәуенке ағас. Рәуенке утын.
РӘҮЕШ I [фарс. ghjj] (Р.: вид; И.: aspect; T: görünüş) и.
1. Кемдеңдер йәки нимәнецдер тышҡы булмышы, тышҡы ҡиәфәте, күренеше. □ Вид, образ, облик. Төрлө рәуешкә инеу. Тышҡы рәуеште уҙгәртеу. ■ Башҡортостан уҙенең карталағы рәуеше менән кеше йөрәген хәтерләтә. Ә. Харисов. Башта ул [йырсы] ниңәлер һөйкөмһөҙ куренде. Иң элек тышҡы рәуеше оҡшаманы. Р. Солтангәрәев. Көндәр уткән һайын Ләйләнең хәл һәм рәуеше башҡара, ҡеуәте кәмей, хәйәттән өмөтө өҙөлә ине. М. Ғафури.
2. Эштең башҡарылыу формаһы, характеры. □ Уклад, образ, манера. Йырлау рәуеше. һөйләшеу рәуеше. Йәшәу рәуеше. Үҙеңде тотоу рәуеше. М Эйе, туған, — тип ҡуя Сергей [Мәғсумгә], — тормошоңдо мал менән бәйләгәнһең икән, уның бөтә йәшәу рәуешен белергә кәрәк. А. Абдуллин. Сит ерҙә һинең куңелеңде уҙ телеңдә һөйләшкән, ғөрөф-ғәҙәте, тормош рәуеше уртаҡ кешеләр ярты һуҙҙән ук аңлай. Ғ. Хисамов.
3. Урын-ваҡыт килеше аффикстары менән бәйләүес функцияһында ҡулланыла (ҡар. рәүешендә, рәүештә). □ С аффиксом местно-временного падежа употребляется в форме послелога.
♦ Рәүешен килтереү шартына килтереү, килештереү. □ Складно (сказать), һуҙ һөйләу тиһәң, рәуешен килтерә инде. Рәүеш итеү оҡшатыу. □ Уподоблять. Шуның улы тип рәуеш иттем.
РӘҮЕШ II (Р: наречие; И.: adverb; T.: zarf) и. лингв.
Ҡылым менән сифатты билдәләп, аныҡлап килгән морфологик яҡтан үҙгәрмәй торған һүҙ төркөмө. □ Наречие. Яһалма рәуеш. Рәуеш дәрәжәләре. Ваҡыт рәуеше. Куләм-сама рәуештәре. Оҡшатыу рәуеше. Урын рәуеше.
РӘҮЕШЕНДӘ (Р: в форме, как; И.: by way of; T: şeklinde) бәйл.
Төп килештәге иҫемдәрҙән һуң килеп, кемдер йәки нимәлер һымаҡ, кемгәлер йәки
нимәгәлер оҡшаш, яҡын булғанлыҡты белдереп, оҡшатыу, сағыштырыу рәүеше яһай. □ В форме, как. Бойороҡ рәуешендә курһәтмә биреу. Яуап рәуешендә әйтелгән һуҙ. ■ Таминко әкиәт рәуешендә киләсәк эштәр тураһында һөйләргә тотондо. Д. Юлтый. Ул [Әлемғол] бик аҙ ғына ваҡытта, Көнбикәне уҙ өйөндә килен рәуешендә һурәтләп ҡараны һәм артыҡ дәрәжәлә килешә, был йортҡа ниндәйҙер рәхәте һис бер ваҡытта бөтмәй торған йылылыҡ, яҡтылыҡ бирә ине. С. Агиш.
РӘҮЕШЛЕ (Р: похожий на кого, что; И.: as; looking like; T: şeklinde) бәйл.
Төп килештәге иҫемдәрҙән һуң килеп, һыны, ҡиәфәте менән кемгәлер йәки нимәгәлер оҡшаш булғанлыҡты белдереп төп сифат яһай. □ Похожий на кого, что, наподобие. Буре рәуешле эт. Кеше рәуешле маймыл. ■ Руданы кутәрәһе лә юҡ, кескәй арбалар менән өң рәуешле шахталарҙан һөйрәп кенә сығараһы. Ғ. Хөсәйенов. Улар [Аҡмалдар] төбәп килгән айыу өңө яҫтыҡ рәуешле олоғара таш ышығында ине. Б. Рафиҡов.
♦ Әҙәм рәүешле шул уҡ әҙәм рәтле (ҡар. рәтле I). Әҙәм рәуешле кейем. Әҙәм рәуешле донъя көтөу.
РӘҮЕШЛӘҮ (рәүешлә-) (Р: уподобить; И.: liken; T: benzetmek) ҡ. диал.
1. Оҡшатыу. □ Уподобить. Атаһына рә-уешләйем.
2. Килбәтләү. □ Довести до определённой формы. Рәуешләп эшләу. Рәуешләп ҡуйыу. Рәуешләп һылау.
РӘҮЕШЛӘШЕҮ (рәүешләш-) (Р: ад-вербиализоваться; И.: adverbialize; T: zar-flaştırmak) ҡ. лингв.
Икенсе һүҙ төркөмөнән рәүешкә әйләнеү. □ Адвербиализоваться. //Адвербиализация. Сифаттарҙың рәуешләшеуе.
РӘҮЕШТӘ (Р: в сочетании с прилагательным и местоимением образует наречия; И.: affix forming adverbs; T: sıfat ve zamirlerle beraber zarf oluşturur (...bir şekilde) бәйл.
Сифат һәм -ған, -ҡан формаһындағы сифат ҡылымдарҙан һуң килеп, эш-хәлдең нисек башҡарылғанын белдерә. □ В сочетании
312