РӘУАН БУЛЫУ
4. Бер-бер артлы, бергә, бер ыңғай. □ Подряд. ■ Археологтар экспедицияһы Аҡтау ҡәлғәһендә ете йыл рәттән эшләй, әммә был серле ҡаланыц өстән бер өлөшө лә ҡаҙылып бөтмәгән. 3. Ураҡсин. Ике йыл рәттән килгән ҡара аслыҡтан һуц егерме икенсе йылда баҫыуҙарҙа иген ишелеп уцды. Ф. Әсәнов. Рим, бер нисә көн инде рәттән, бригада ағзалары менән бергә, буровой эргәһенән китмәне. Ә. Байрамов.
5. Бер туҡтауһыҙ, өҙлөкһөҙ. □ Подряд, сплошь. Рәттән уҡыу. Ике көн рәттән ямғыр яуҙы.
РӘТҮК р. диал. ҡар. рәттән 4, 5. Рәтук ямғыр яуа. Рәтук уҡыу.
РӘТҺЕҘ I (Р.: беспорядочный; И.: disorderly; incoherent; T.: düzensiz) с.
1. Тәртип урынлашмаған, тәртипкә һалынмаған; тәртипһеҙ, буталсыҡ. □ Беспорядочный. Рәтһеҙ исемлек. ■ Уныц [Яр-лымановтыц] уйҙары, ошо мастерской иҙәнендә рәтһеҙ таралып ятҡан трактор частары һымаҡ, тарҡау һәм буталсыҡ ине. Ә. Вәли.
2. Йүнһеҙ, насар; ыңғай түгел (кешегә ҡарата). □ Бестолковый, дурной, плохой (о ком). Рәтһеҙ кеше.
3. Уйланып етмәгән; аҡылһыҙ, мәғәнәһеҙ, йүнһеҙ (һуҙ, фекергә ҡарата). □ Бестолковый (о речи, слове, мыслях). Рәтһеҙ һуҙ. Рәтһеҙ уйҙар. ■ Төндә Саша әллә ниндәй рәтһеҙ төштәр куреп бөттө. Ә. Бикчәнтәев. Кинйәғолдоц уй, фекерҙәре рәтһеҙ, киҫәк-киҫәк булдылар. А. Таһиров.
РӘТҺЕҘ II (Р: бестолково; И.: with по sense; T.: düzensiz) р.
Тәртипһеҙ. □ Бестолково, безалаберно, беспорядочно. Рәтһеҙ ҡыланыу. Рәтһеҙ һөй-ләшеу. ■ Балалар бигерәк рәтһеҙ йөрөйҙәр, теләһә ниндәй урында аҡса тотоноуҙан тартынмайҙар. М. Ғафури. ■ Ҡапыл алдағы арбалар янында рәтһеҙ, командаһыҙ мылтыҡтарҙан ата, ҡысҡырыша башланылар. А. Таһиров.
РӘТҺЕҘЛЕК (рәтһеҙлеге) (Р: беспорядочность; И.: fecklessness; T: düzensizlik) и.
Рәтһеҙ (II) ҡыланыш. □ Беспорядочность. Рәтһеҙлек курһәтеу. ■ Шау-шыу, рәтһеҙлек бер аҙ баҫылды. А. Таһиров.
РӘТҺЕҘЛӘ11ЕҮ (рәтһеҙлән-) (Р: ухудшаться; И.: get worse; T: kötüleşmek) ҡ.
1. Ауырлашыу, насарайыу. □ Ухудшаться, утрачивать порядок. Уҡыуҙар рәтһеҙ-ләнде. Эштәр рәтһеҙләнде.
2. Йүнһеҙгә, мәғәнәһеҙгә әйләнеү. □ Становиться бестолковым. Бигерәк рәтһеҙләнеп киткән.
РӘТ ҺӨЙӘГЕ (Р: кусок мяса (угощение для родственников после забоя скота)', И.: piece of meat; T: et parçası) и. диал.
Һуғым һуйғас күрше-күлән, туған-тыумаса өсөн бешерелгән ит, һый. □ Кусок мяса (угощение для родственников после забоя скота). Рәт һөйәгенә саҡырыу.
РӘТ-ӘМӘЛ (Р: возможность; И.: possibility; T: olasılık) и. йыйн.
Нимәлер эшләрлек көс-хәл; мөмкинлек.
□ Возможность. Рәт-әмәл ҡалмау. ■ Бахыр килендец ҡунаҡҡа барырлыҡ та рәт-әмәле булмаған. Әкиәттән.
РӘУА [фарс. *jj] (Р: подходящий; И.: convenient; T: uygun) с. иҫк. кит.
1. Яраҡлы, килешле. □ Подходящий, приемлемый. Һуҙе рәуа булмаҫ. ■ [Салих мулла — Ҡарабашҡа:] Әгәр ҙә рәуа курһәгеҙ, кантон хәҙрәттәре, мин һеҙгә бер хәйлә шәрғи өйрәтер инем. И. Насыри.
2. Үҙ ыңғайына, үҙ ағышына барған.
□ Самотечный. • Алтмышҡа еткәс — рәуа йән. Мәҡәл.
РӘУАН [фарс. ûhj] (Р: текущий; И.: current; T: hareket halinde) с. иҫк. кит.
Китеүсе, ағыусы, йүнәлеүсе. □ Текущий, идущий, уходящий. ■ Был ауылдыц янынан китте һамар юлы рәуан. С. Яҡшығолов. Нисәмә йылдар инде губернаһы тыныс, тормоштар рәуан ғына кеуек ине уға [Неплюевҡа]. Ғ. Хөсәйенов.
РӘУАН БУЛЫУ (рәуан бул ) (Р: направиться; И.: go to; T: yönelmek) ҡ.
1. Ҡайҙалыр барыу; сығып китеү, йүнәлеү. □ Направиться. ■ Нәғимдец әсәһе лә иртәгә ғәйет тигән көндө .. юлға рәуан булған ине. Й. Солтанов.
311