РӘТЛӘШ
йөҙ менән: «һин эште рәтләгәнһең икән!» — тинем. С. Агиш. Бибеш апаһы Емеште тугел, Һөйөндөгөн дә курмәгән һымаҡ, күләгә шикелле өнһөҙ-һүҙһеҙ, өҙлөкһөҙ ниҙер эшләп, нимәлер рәтләп, хәлһеҙ генә ҡыбырлап йөрөй.
3. Биишева.
5. Насар йәки бер төрлөнө яҡшыртыу, һәйбәтләү; төҙәтеү, йүнәтеү (тормошто, көнкуреште һ. б.). □ Поправлять, улучшать. ■ Беҙҙең тәжрибәбеҙ булманы,.. ерҙе эшкәртә белмәнек. Ләкин уныһын алдағы йыл рәтләрбеҙ. Б. Бикбай.
6. Төрлө әмәлен күреп, бар итеү; йүнләү. □ Найти, раздобыть, собрать. Тиҙ генә ашарға рәтләу. ■ Көҙгә тиклем эшләп, бер аҙ аҡса рәтләгәс, көҙ көнө .. Троицкиға китергә булдым. М. Ғафури.
♦ Рәтләп ҡуйыу ашап бөтөү. □ неодбр. Съесть (всё). Майҙы рәтләп ҡуйыу.
РӘТЛӘШ I (Р.: рядом; И.: beside; Т: уапуапа) р. диал.
Йәнәш, эргәлә. □ Рядом. Рәтләш атлау. Рәтләш барыу. Рәтләш ултырыу.
РӘТЛӘШ II (Р: ровесник; И.: contemporary age mate; T: yaşıt) и. диал.
Йәштәш. □ Ровесник, сверстник. Инәйем менән рәтләш әбей ул.
РӘТЛӘШЕҮ (рәтләш-) ҡ. урт. ҡар. рәтләү, взаимн. от рәтләү. ■ Еңгә, — тине Әхәт, өтәләнеп, — бик ҙур ҡунаҡ килеп төштө. Барып, миңә ашарға рәтләш әле. Н. Мусин. [Шура:] Мин бит ауылдарға, колхозға ашарға барманым, бәлки колхоз эшен рәтләшергә, эш йунәтергә барҙым. А. Таһиров.
РӘТЛӘШТЕРЕҮ (рәтләштер-) (Р: кое-как наводить порядок; И.: fix [up] a little; T: baştan savma düzenlemek) ҡ.
Тегеләй-былай итеп йүнәтеү; төҙәтеш-тереү. □ Кое-как наводить порядок, налаживать, кое-как поправлять дела. Рэт-ләштереп алыу. Рәтләштереп ҡуйыу. Рәтләштереп тороу. ■ [Хәсби:] Ауылдың ҡарт-ҡоролары килеп, өйөмдө рәтләштерә һалды. Б. Бикбай. Тегенеһен-быныһын ҡараштырып, рәтләштереп йөрөп, Ғумәр был көндә йәнә тышҡа сығып, һауа алмаштырып әйләнә алманы. Н. Мусин. Ҡатындарҙың
ҡайһы берәуҙәре, ситкәрәк китеп, һибелгән һаламдарҙы йыйғылап һәм рәтләштереп һала башланылар. Ә. Вәли.
РӘТ-РӘТ (Р: рядами; И.: in rows; T: sıra sıra) p.
Бер нисә рәткә теҙелеп. □ Рядами.
■ Майор менән капитан рәт-рәт булып теҙелеп ултырған танкылар яғына табан атланы. Ғ. Аллаяров. Ҙур ғына аҡлан эсендә рәт-рәт булып зәңгәр, ҡыҙыл, һары буяуға буялған дадан умарталар теҙелеп киткән. Ж. Кейекбаев. Тау араһынан текә йырғанаҡ яры буйлап һалынған тар ғына таш юлдан бер сәғәт самаһы барғас, рәт-рәт булып сафта торған ғәскәр күренде. Р. Өмөтбаев.
РӘТ-СИРАТ (Р: порядок; И.: order; Т: düzen) и. йыйн.
Тейешле тәртип. □ Порядок, лад. ■ Йә шул командирҙарына урынбаҫар-фәлән кәрәктер, унда ла беҙҙең һымаҡ эш мәнеһен, донъяның рәт-сиратын белгән кешеләр кәрәкмәй тиһецме ни? — тип уйланы ла [Заһретдинов], бер аҙ кәйефе күтәрелеп, күңеле тыныслана төштө. Р. Өмөтбаев.
РӘТСӘ р. диал. ҡар. рәттән 4, 5. Рәтсә уҡыу. Рәтсә утау. Рәтсә башҡарыу.
РӘТТӘН (Р: в ряд; И.: in row; T: sıra sıra) p.
1. Рәт (1, 2) итеп, рәт булып. □ В ряд. Рәттән теҙелеп киткән бер төҫлө өйҙәр.
■ Ике яҡ рәттән һуҙылған иш-иш бүлмәләрҙең ишек баштарындағы быялалар һәр бүлмә эсендәге ҡыҙыллыҡты коридорға түгәләр. Ғ. Хәйри. Усмалар матур итеп бер рәттән генә теҙеп һалынғандар. Б. Хәсән.
2. Бер рәт булып; эргәләш. □ Рядом. Рәттән ултырыу. ■ Бер рәттән үҫкән өс шыршы бик ҡупшы булып күтәрелгәйне. Ш. Янбаев. Фотоһының Фәнилә менән рәттән тороуын күреү Айнурҙың күңелен күтәреп ебәргәйне. Н. Мусин. Бүлмә һәйбәт итеп йыһазландырылғайны. Диван да бар. Уның менән рәттән — буфет. Яр. Вәлиев.
3. Бер-бер артлы, эргәләш; бергә. □ Рядом, возле, около. Рәттән ҡуйыу. Рәттән ултырыу. ■ Күргәҙмәлә ауылдың атлылары, атһыҙҙары, .. маллылары, малһыҙҙары рәттән ҡуйып яҙыла бара. Ғ. Дәүләтшин.
310