РӘТЛӘҮ
ҡайтырға сығыу өсөн ишеккә йунәлгәйне, старшина Амуров килеп инде. Н. Мусин.
3. Яҡшыға китеү, һәйбәтләнеү; төҙәлеү, йүнәлеү (тормош-көнкурешкә ҡарата).
□ Поправляться, улучшаться, налаживаться. ■ Бында ла тормош рәтләнер, яҡшы юлдары ла, асфальты ла булыр, — тип улының куңелен кутәрергә тырышты [Мәғузә]. Ш. Янбаев. Улар [Гөльямал менән Биктимер] икәуләп тора башлағас та, донъялары рәтләнеп китте. Б. Ишемғол. Инде генә тормош рәтләнде тигәс, һуғышы сыҡты. К. Кинйәбулатова.
4. һаулыҡ яҡшырыу, һәйбәтләнеү.
□ Поправляться. Рәтләнеп алыу. Рәтләнеп килеу. Ауырыу рәтләнде. Рәтләнә төшөу.
■ Тора-бара бөтөнләй рәтләнеп етһә, унан [Фәхриҙән] тау емереп эшләр колхозсы сығыр. Б. Бикбай. Фәрит хәленең аҙ булһа ла рәтләнә башлауын туҙемһеҙләнеп көткәнгә курә, табиптың был һуҙҙәренә ысын куңелдән ышана. Ф. Әсәнов.
5. Хәл кереү, хәлләнеү. □ Улучшаться (о состоянии). ■ Куктә өйрәктәр куренгәс, хәлләнә дуҫ, рәтләнә. Ш. Бабич. Исмәғил улы менән Аптыраҡтар илдәренән бер оло көтөу мал әйҙәп килеп еткәс, иләуҙең хәле шаҡтай рәтләнеп китте. Ғ. Хөсәйенов.
РӘТЛӘП (Р.: рядами; И.: in rows; T.: sıra şeklinde; düzenli bir şekilde) p.
1. Рәте-рәте менән, рәт-рәт итеп. □ Рядами, по порядку. Рәтләп ултырыу. Рәтләп теҙеу. ■ Барыһы ла рәтләп теҙеп ҡуйған эскәмйәләргә теҙелешеп ултырған. Ғ. Дәүләтшин.
2. Ипле итеп, ипләп; йүнләп. □ Как следует. Рәтләп һөйлә әле. Ерҙе рәтләп эшкәртеу.
■ Куҙе лә рәтләп курмәй, ҡолағы ла йунләп ишетмәй ҡарсыҡтың. Ғ. Хисамов. [Гәрәй — Шәуәлигә:] Рәтләп һөйләш! Ағайыңды әле танымаһаң, танытырмын мин! Б. Бикбай. Ҡағынды-һуғынды ла [Сәғит] һәнәге менән бесәнен рәтләп өйҙө. С. Шәрипов. Минзифа төнө буйы керпек ҡаҡманы: һушһыҙ ятҡан Зөһрәнең өтөлөп янған маңлайына еуеш сепрәк ҡуйҙы, һыу эсерҙе, өҫтөндәге юрғанды рәтләп япты, мендәрен төҙәтте. Я. Хамматов.
3. Кәрәгенсә, йүнләп. □ Толком, как следует. Рәтләп ашай алмау. ■ Рәшит бөгөн төшкә ҡәҙәр рәтләп эшләй ҙә алманы. Ф. Әсәнов.
РӘТЛӘТЕҮ (рәтләт-) ҡ. йөкм. ҡар. рәтләү 2, 3. понуд. от рәтләү 2, 3. ■ Ауылда оҙаҡ тормамын, йорт-ҡураны ғына рәтләтермен дә заводҡа китермен, тип уйлағайны Саръян, ләкин ул тигәнсә килеп сыҡманы. Ә. Байрамов. [Дәуләтов — Волошинға:] Тәуҙә соҡор-саҡырыңды тигеҙләт, юлдарыңды рәтләт! Ш. Янбаев.
РӘТЛӘҮ (рәтлә-) (Р: налаживать; И.: set, put to order; T.: düzenlemek) ҡ.
1. Билдәле бер тәртиптә урынлаштырыу. □ Налаживать, упорядочивать, приводить в порядок. Эш ҡағыҙҙарын рәтләу. Рәтләп теҙеу. Рәтләп урынлаштырыу. Рәтләп һалыу. К Фронтҡа йыйналыусы егеттәр көндөҙ мунса төшөп, документтарын рәтләнеләр ҙә кискә табан вокзалға киттеләр. Ә. Бикчәнтәев.
2. Өҫ-башты тәртипкә килтереү, йүнәтеү. □ Поправлять. ■ Разия апай .. туҙып сыҡҡан сәстәрен яулығы аҫтына рәтләп ҡыҫтырҙы. Н. Мусин. Нур, гармунының ҡайыштарын эләктереп, артта ҡалған булды, Илисә аҙымдарын аҡрынайтты, эйелеп ботинкаһының бауын әленән-әле рәтләне. И. Абдуллин. Эшләпәле кеше ашауҙан туҡтаны, урынынан торҙо, яғаларын рәтләргә кереште. С. Агиш.
3. Ниндәйҙер эшкә яраҡлы итеп төҙәтеү, файҙаланырлыҡ хәлгә килтереү, йүнәтеү. □ Поправлять. Арбаны рәтләу. Өйҙө рәтләу. М Мөхәмәтулла бабай килә лә ҡолаған ситәнде рәтләй йә орсоғонан төшкән ҡапҡаны йунәтә башлай. Ә. Вахитов. [Айытбай] йорт-ҡураһын рәтләмәне, һыйыры менән атына, ямғырҙан ышыҡланыр өсөн, төрлө яҡҡа ҡыйшайып торған бағана ҡағып, лапаҫ һымаҡ нәмә яһаны. С. Агиш. Иртәнге сәйҙән һуң Зәминдар уҙенең саңғыларын рәтләргә тотондо. Яр. Вәлиев.
4. Яйға килтереү, көйләү; төҙөкләү, йүнләү (эште һ. б.). □ Поправлять, налаживать. ■ Мин бер ҙә иҫ китмәйенсә, туп-тура арбаға уҡ менеп киттем һәм бик асыҡ
309