САЛЬДО
2. урт. ҡар. салыу I, 1. взаимн. от салыу I, 1. Мал салышырға барыу. Ҡаҙ салы-шыу.
САЛЬДО [ит. saldo ‘иҫәп, хисап, ҡалдыҡ’] (Р.: сальдо; И.: balance; T.: kalıntı) и.
1. фин. Иҫәптә керем менән сығым араһындағы бер ваҡыт арауығындағы айырма, ҡалдыҡ. □ Сальдо (разница между деньгами, которые поступили и которые израсходованы за определённый временной период). / Сальдовый. Сальдо яһау. Сальдоны белеу.
2. иҡт., сауҙа. Ике дәүләт үҙ-ара иҫәпләшкәндә экспорт һәм импорт араһындағы айырма. □ Сальдо (разность между стоимостью экспорта и импорта). Ыңғай сальдо. Кире сальдо.
САЛЬМОНЕЛЛЁЗ [лат. salmonellosis} (Р.: сальмонеллёз; И.: salmonellosis; T: sal-monelloz) и. мед.
Сальмонелла бактериялары тыуҙырған эсәк инфекцияһы төркөмөнә ҡараған сир.
□ Сальмонеллёз. Сальмонеллёз эсәктәрҙе зарарлай һәм киң таралған йоғошло ауырыу тип иҫәпләнә. Кеше сальмонеллёз менән ауырығанда, температураһы кутәрелә, ҡоҫҡоһо килә, эсе китә.
САЛЬНИК (сальнигы) [рус.] (Р: сальник; И.: collar; T.: serp) и. тех.
Механизмдарға пар, һауа, газ һ. б. үткәрмәүсе ҡулайлама. □ Сальник (уплотнение, используемое для герметизации зазоров между подвижными и неподвижными деталями соединений машин). Сальник алыу. Сальник ҡуйыу.
САЛЬТО [ит. salto ‘һикереү’] (Р: сальто; И.: somersault; T.: salto) и. спорт.
Спортсмен йәки артист һикергәндә, бер снарядтан икенсеһенә күскәндә һ. б. баш аша һауала тулы яһалған әйләнеш.
□ Сальто. Сальто яһау. Ике тапҡыр сальто. Өс тапҡыр сальто яһаны. ■ Ринат: «Нимә, әсәй, сәйең ҡайнанымы ни әле?» — тип, трико кейгән килеш кенә баш аша бер сальто яһаны ла зарядкаға сығып йугерҙе. Ә. Әһлиуллин.
САЛЬТО-МОРТАЛЕ [ит. salto ‘һикереү’ + mortale ‘үлемесле’] (Р: сальто-мортале; И.: flip-flap; T.: takla) и.
1. Акробаттарҙың һауала баш аша әйләнеп һикереүе. □ Сальто-мортале (разновидность акробатического прыжка в воздухе с поворотом через голову вперёд или назад). Малайҙар кумәкләп сальто-мортале эшләп курһәттеләр.
2. кусм. Хәл-ҡылыҡтың ҡапыл үҙгәреүе. □ Резкая перемена в действиях, поступках. ■ Тыныс ҡына баҫып торған егеттең кәйефе был һуҙҙәрҙән ҡапыл сальто-мортале яһаны. «Йәшлек», 21 июль 2009.
САЛЮТ [фр. salut ‘сәләмләү’] (Р: салют; И.: salute; T.: top ile selam) и.
1. Байрам, хәрби парад, тантаналы осрашыу һ. б. ваҡытында ҡотлау йәки хөрмәт белдереүҙең артиллерия йәки мылтыҡ залптары, флагтар, фейерверктар һ. б. менән башҡарылған тантаналы формаһы. □ Салют (большая многоточечная торжественная стрельба зарядами с фейерверками из специализированных («салютных») артиллерийских орудий и/или стрелкового оружия при проведении государственных мероприятий (по особо торжественным праздникам и событиям). Салют биреу. Ецеу салюты. Артиллерия салюты. ■ «Кисә төндә салют бирҙек», — тип кәпәренде десантсының бөҙрә сәсле әшнәһе. С. Шәрипов. Ошо тормошто тыуҙырыу өсөн көрәштә ҡорбан булған иптәштәргә салют итеп залп бирәйек. Б. Хәсән. 21 сентябрҙә .. Тыуған илебеҙҙең баш ҡалаһы Мәскәу бер йөҙ ҙә егерме дурт орудиенан ун ике артиллерия залпы менән Черниговты азат итеуселәр хөрмәтенә салют бирҙе. Ә. Ихсан. Таралды был салют бар донъяға иң изге моң булып шул яҙҙа. Ә. Таһирова. Балҡыш, салют! Куңелемде байрам солғаған. Т. Ғәниева.
2. Пионерҙарҙың уң ҡулды баш өҫтөнә күтәреп иҫәнләшеү рәүеше. □ Пионерский салют (приветствие пионеров). «Һәр саҡ әҙермен!» — тип салют бирә пионерҙар.
3. кусм. Артиллерия йәки мылтыҡ залптарына оҡшаған тауыш. □ Салют (звук, похожий на залп). ■ Имән шартлап салют биргән кендегемде киҫкәндә. Ф. Күзбәков.
4. һөйл. Йәштәрҙең осрашҡанда сәләмләшеү һүҙе. □ Салют (слово приветствия
380