САМАЛАУ
молодёжи). ■ [Йәнтимер:] Сибәркәй, салют! Хәлдәр нисек? Д. Бүләков.
5. Спортсыларҙың ярыш ваҡытындағы үҙ-ара сәләмләшеүе. □ Салют (слово приветствия спортсменов во время дружеских встреч-соревнований). Сәббәх Фэтихты: «Салют!» — тип сәләмләне.
САЛЯМИ [ит. salame ‘тултырма’] (Р.: салями; И.: salami; T.: salam) и.
Сей көйө төрлө тәмләткестәр менән ыҫланған тултырма сорты. □ Салями. Салями һатып алыу. Салями ашау. Салями пицца, салаттар әҙерләгәндә күберәк ҡулланыла.
САМА (Р.: приблизительная мера; И.: approxmate measure; T.: yaklaşık ölçü) и.
1. Күләм, дәүмәл, ара һәм ваҡыттың яҡынса бер кимәле. □ Приблизительная мера, величина, количество, объём, размер. Саманы белеү. Иген уңышының самаһын белеу. ■ Ике батыр ҙа кәүҙәгә бер сама, тик Алдар һомғолораҡ, йыйнағыраҡ. Н. Мусин. Яулыҡ самаһындағы ғына рәшәткәле тәҙрәләге ҡарацғылыҡ шыйығайыу менән коридорҙа дағалы итектәрҙең ауыр аҙымы, әрләшеү тауыштары ишетелде, ауыр ишектәр ыңғырашып асылды. Г. Ғиззәтуллина. Күп тә үтмәй, утыҙ-ҡырҡ йәштәр самаһындағы ҡатын менән баяғы официантҡа ҡыҙ, меню тотоп, бабай янына килделәр. X. Ризванова.
2. Эш-хәл, тәртип, ҡылыҡтың мөмкинлек менән билдәләнгән бер үлсәме. □ Возможность, условие для совершения чего-л. Самаға ҡарау. Саманан уҙа алмау. Туй үткәрергә самабыҙ юҡ. Үҙ самаңды үҙең бел. ■ [Моратша:] Һин атай кеше, үҙ самаңды самаларға, үҙ тиңеңде ҡарарға кәрәк ине. Һ. Дәүләтшина. Ирҙәрҙең автобус көтөп торорға түҙерлек самаһы ҡалманы, өйҙә балалары, ҡатындары көтөп тороуҙарын иҫтә тотоп, йөк машинаһы башында булһа ла ҡайтырға сыҡтылар. Н. Мусин. Тормош күнгәнде, сабырҙы ярата, саманы ул ипләп аңғарта. Г. Ҡотоева. • Сама самаға тура килмәй. Әйтем. Ашҡа ла бар бер сама. Әйтем.
3. Нимәлер эшләү-эшләмәү хаҡындағы уй; ниәт, теләк. □ Намерение, замысел; желание. Ауылда торорға самаһы бар.
■ Торсонбайҙың эште бик оҙаҡҡа һуҙырға самаһы юҡ. Н. Мусин. [Сәлих:] һинең бик эреләнергә самаң бар. Йәнәһе, һин генә эшлекле кеше лә, һин генә донъя ҡыйратаһың. С. Агиш. Уларҙың [һалдаттарҙың] торорға самалары юҡ, үлек кеүек йоҡлайҙар. Д. Юлтый.
♦ Саманан сама ашыу арттырып ебәреү.
□ Сверх меры, чересчур, слишком, чрезмерно. ■ Самаларҙан аша самабыҙ. Кирелеп тә бесән сабабыҙ. Т. Йосопов. Сама самаға килеү билдәле бер тәртипкә, рәткә килеү.
□ Прийти в определённый порядок. ■ Алмасыбыҙ арғымаҡтар еккән оло санаға. Аҡ толоп та кейеп алғас, сама килгән самаға. С. Ғәбиҙуллин.
САМАЛАП (Р.: предположительно; И.: about; T: yaklaşık) р.
1. Яҡынса, сама менән, һаҡлыҡ менән.
□ Предположительно, приблизительно, примерно; с осторожностью. Самалап бүлеү.
2. Сама менән; уртаса, артыҡ түгел (һан, күләм яғынан сикләп). □ Умеренно, в меру, разумно. Самалап тотоу. Самалап эшләү. Самалап биреү. Самалап һөйләү. ■ [Хәйҙәр:] Самалап һөйләшеү ваҡыты уҙҙы, бер ярһып алһам, баҫыла алмайым мин. Ә. Бикчәнтәев. Тәүҙәге кеүек елдерә алмаһа ла, ул үҙен, көстө самалабыраҡ сарыфлаған яҡшы, тип тынысландырҙы. Ә. Хәкимов.
САМАЛАУ I (самала-) (Р.: прикидывать, рассчитывать что; И.: estimate; T.: tahmin etmek) ҡ.
1. Нимәнеңдер яҡынса үлсәмен, күләмен, самаһын билдәләү. □ Прикидывать, прикинуть; определять, рассчитывать что. // Прикидка. Ваҡытты самалау. Көстө самалау. Сығым күләмен самалап ҡарау. Араны самалап алыу. ■ Буран баҫыла төшкәнде самалауҙанмы, әллә аяҡтарына һалҡын йүгерә башлаған инеме, улар [Асия, Арыҫлан] кире боролдолар. Р. Мөхәмәҙиев. Инйәр, иң ҡыҫҡа араны самалап, һылыуҙың юлын киҫте. Р. Камал. Кояшта ҡыҙынып торғанда, үҙебеҙҙең йоҡлаған ваҡытты самаланым. Д. Юлтый.
2. Үлсәмен, самаһын белеү. □ Знать меру, размер; предполагать возможности.
381