САМАЛАУ
Самалап ашау. ■ Әлегә ике яҡта ла тыныс. Күрәһең, разведка ике яҡтың да ғәйрәтен самаларға маташалыр инде. Д. Бүләков. Ул [Нур] әленән-әле ҙур көҙгөгә ҡарап ала. Өҫтә буй-һынға самалап киҫелеп тегелгән буҫтау йәшел гимнастёрка, зәңгәр диагональ галифе, портупеялы киң яҫы ҡайыш. И. Абдуллин.
3. Эш-хәлдең мөмкинлеген ҡарау. □ Исходить из возможностей; прикидывать, рассчитывать что. Аҡсаға самалап кейем алыу. ■ Тын алыу, Серыйҙың хәлен самалау өсөн Сафый бер аҙға туҡтаны. С. Шәрипов. [Хәсән — Мәхшәргә:] Ҡайғырма, бер нәмәһен самаларбыҙ әле, тартып алайыҡ әле башта. М. Ишбулатов.
4. Ниҙер эшләү-эшләмәү хаҡында уйлау, иҫәп тотоу; ниәт итеү. □ Намереваться делать что-л.; предполагать, рассчитывать, вознамериться, пытаться. // Намерение, предположение, расчёт. Эштән китергә самалау. Колхоз мул уңыш алырға самалай. И [Мөдир:] Минең урыныма ла ултырырға самалайһың икән. Г. Ситдиҡова. Яҙғы сәсеү тамамланыр-тамамланмаҫтан мелиораторҙар эш башларға самаланы. Б. Ноғо-манов. [Рамазан:] Санияның яңғыҙын осратып, уны театрға саҡырырға самалап йөрөйөм. Н. Мусин.
5. Ниҙер эшләү яғын ҡарау. □ Намереваться, вознамериться (что-то делать). // Намерение. ■ Ул [немец] Мәскәүҙе баҫып алырға, Ленинградты быуып үлтерергә самалай. И. Ғиззәтуллин. Малайҙарҙың ике күҙе уртаға текәлде, бәлеш-фуражканы һәр кем эләктерергә самалай. Ғ. Байбурин. Бына алыш башланып китте. Имән үтә ҡырҡыу ҡыланырға самалай. Н. Мусин.
САМАЛАУ II (Р.: предположение; прикидка; расчёт; И.: supposition; T.: tahmin) и.
Нимәнеңдер килеп сығыуын, булыуын мөмкин тип һанау; самалап ҡуйыу; һиҙеү. □ Предположение; прикидка; расчёт. ■ Инде күп ҡыҙҙарҙы күреп, уларға үҙ баһаһын биреп өйрәнгән егет [Зариф] Әминәнән яҡшы ҡатын һәм ҡайғыртыусан әсә сығасағын самалау менән мәшғүл ине. X. Мөҙәрисова. [Котлояр:] Самалау сама
лауға тап килә. Алла бойорһа, Әсләме лә ата юлын ҡыуыр, Зөлҡәрнәй ағаһы ише түрә булыр. Р. Камал.
САМАЛАШЫУ (самалаш-) (Р: прикидывать возможности, рассчитывать что; И.: evaluate possibilities; T.: tahmin etmek) ҡ.
Үҙ-ара һәр кемдәге мөмкинлекте һынау; һынашыу. □ Прикидывать возможности, рассчитывать что', меряться (между собой). ■ [Илгиз:] Әйҙә, Алма, булдыра алһаң, ҡыуып ҡара мине. [Алма:] Йә, самалашып ҡарайыҡ. К. Ибәтуллин.
САМАЛЫ I (Р: ограниченный, умеренный; И.: limited; T.: sınırlı) с.
1. һан, күләм яғынан сикле булған, етеңкерәмәгән. □ Ограниченный, умеренный. Бесән самалы быйыл. Самалы ерҙең ашлығы ла самалы булды. ■ Ваҡыт яғы булһа ла бик самалы, ҡулыбыҙға ҡәләмташ алмаҡ булдыҡ, ҡош телендәй сәләм хат яҙмаҡ булдыҡ. М. Кәрим. [Ҡарағужаның] абруйы ла самалы. Шулай ҙа уны тирә-яҡта күптәр белә, имеш. Ғ. Ибраһимов.
2. Матди яҡтан тейешле дәрәжәлә булмаған, нимәлер етмәгән. □ Умеренный. Самалы тормош. Самалы аҡса. Самалы эш хаҡы.
3. Кимәл яғынан тейешле дәрәжәлә булмаған, ниндәйҙер кәмселеге булған.
□ Ограниченный; имеющий недостаток. Самалы аҡыл. Самалы белем. ■ Ҡыҙҙарҙың ярҙамлашыуы — иҫәпкә бар, һанға юҡ, тигәндәй, Нуретдин ҡарттың хәле лә самалы. X. Тапаҡов. [Шәрифә:] Уны [туңға һөрөүҙе], ғәҙәттә, август, сентябрҙән ҡалмай һөрәләр, бөгөнгөһөнән файҙа самалы, яҙғылыҡҡа эш аҙыраҡ ҡалһын, тимәһәң. Д. Бүләков.
САМАЛЫ II (Р: в меру, умеренно; не очень хорошо; И.: not so well; T.: ölçülü olarak) p.
1. Тейешенсә булмаған, насарланған.
□ В меру, умеренно; не очень хорошо. Самалы белеү. Самалы ғына фекер йөрөтөү. Самалы ғына донья көтөү. Олоғайғас, һаулыҡ самалы булды. ■ Ғаббас мулла мәктәпкә аяҡ баҫыу менән, былай ҙа бик самалы уҡытыуҙың тамам йәме киткәйне.
382