САМАУЫРСЫ
3. Биишева. Ҡыҙ телгә шәп тә, эшкә бик самалы. Н. Мусин. • Башы салмалы, аҡылы самалы. Әйтем. Самалы ашаған һау булыр. Әйтем.
2. Яҡынса, тирәһе. □ Приблизительно, примерно. Быйыл картуф егерме бот самалы сәселде.
САМАН I (Р.: саман; И.: hand-formed brick; T.: saman kerpiç) и.
1. Ваҡланған һалам, ҡом, балсыҡ ҡушып баҫылған төҙөлөш материалы; кирбес төрө.
□ Саман (строительный материал, состоящий из воды, соломы, глины и песка). / Саманный. Самандан ой һалыу. Саман ой. ■ Ҡышҡы ойҙәр төҙөу осон материал булып — ағас, ә урманға ярлы ерҙә саман һәм тупраҡ хеҙмәт иткән. Д. Бураҡаев. Ялан яҡ булғас, урман-ағас юҡ. Өйҙәрҙең кубеһе кәҫтән йәки самандан һалынған. Ғ. Дәүләтшин. Оҙаҡламай ауыл ситендәге саман ой аҡҡоштар осон уҙенә курә бер уҙәккә әуерелде лә китте. Б. Рафиҡов.
2. Шул кирбесте эшләй торған һалам.
□ Солома для приготовления кирпича из самана. Саман әҙерләу. Саман тураҡлау.
САМАН II (Р: ленивый; И.: lazy; T: tembel (at) с. диал.
1. Сабан; ялҡау тәбиғәтле, яй йөрөй торған (атҡа ҡарата). □ Ленивый (о лошади). Саман ат. Саман ат егеп, курше ауылға китеп баралар. • Саман атты менгәнсе, ике табаныңа инәл. Мәҡәл.
2. Тиҙ ҡуҙғалмай, ихлас эшләмәй торған; ялҡау, иренсәк (кешегә ҡарата). □ Ленивый, склонный к лени (о человеке). Саман бала. • Саман егет тигәнсе, яман егет тиһәңсе. Мәҡәл.
САМАНАН ТЫШ (Р: сверх меры; И.: too; T: haddinden fazla)/?.
Билдәле бер күләмдән артыҡ. □ Сверх меры, чересчур, слишком, чрезмерно. Саманан тыш уҫал. ■ Ихсанбай менән Голбаныуҙың саманан тыш татыулығын уҡытыусы апайҙары онәмәне шикелле: бер кондө дәрес мәлендә икеһен ике партаға айырҙы ла ултыртты. Т. Ғарипова. Имеш, яңы Хужа йомшаҡ, саманан тыш интеллигент, бигерәк асыҡ, ябай, эшләй алмаҫ, беҙҙә
йоҙроҡлап өҫтәл һуғырға кәрәк, коллектив аҙған бит. Д. Бүләков. [Хәмит:] Йөрәгем саманан тыш ярһыны, куңелем тулды, куҙҙәремдән ҡайнар тамсылар атылып сығып, һалҡын ҡарға тамды. Ф. Вахитов.
САМАР (Р.: название одного из родовых подразделений башкир; И.: Hamar; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Бөрйән ҡәбиләһе янһары ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме.
□ Самар (название одного из родовых подразделений башкир-янсары племени бурзян). Самарҙар байрамға әҙерләнә. Самар янһары ырыуы йыйынын йыя. Самарҙар — сәмле халыҡ.
САМАСА (Р: приблизительно, около; И.: roundly; T: tahminen) р. һөйл.
1. Сама (II) менән, яҡынса. □ Приблизительно, около. Самаса белеу. Йәш яғынан беҙҙең самаса шикелле. ■ [һатыусы:] Тауар хаҡын самаса ғына тугел, дөрөҫ итеп ҡуя беләбеҙ. Б. Бикбай.
2. Бер аҙ, күпмелер; уртаса, бер сама.
□ Умеренно, средне. Көн самаса йылы. ■ Бирмәгеҙ самаса кәңәш, сама самаға килмәй. Б. Бикбай. Б. Бикбайҙың .. әҫәрҙәре самалы һәм самаса булманы. Ғ. Хөсәйенов. Ҡар ҡатыш ямғырҙан һуң көн дә самаса йылы. С. Кулибай.
САМАУЫР [рус. самовар] (Р: самовар; И.: samovar; T: semaver) и.
Һыу ҡайнатып, һемәгенән сәй яһап эсә торған махсус һауыт. □ Самовар. / Самоварный. Самауыр ҡайнатыу. Самауыр торбаһы. Еҙ самауыр. Биш литрлы самауыр. Самауыр ҡапҡасы. Самауыр селтәре. Электр самауыры. Н Мәҙинә самауырға ҡайнаған һыуҙы һалғас, утлығына усаҡтан алып тере ҡуҙ төшөрҙө. Т. Ғарипова. Самауыр ҡайнап сыҡты, сәй эсергә ултырҙылар, ҡыҙҙан [Зөһрәнән[ куҙен алманы Фәһим. И. Ғиззәтуллин. Мәрйәм бөгөн һуң, ҡояш байыр алдынан ғына ҡайтты, электр самауырын сыжлата һалып, сәйгә ултырҙылар. С. Шәрипов.
САМАУЫРСЫ (Р: слуга, который ставит самовар и готовит чай; И.: kind of waitor; T: semaverle çay hazırlayan hizmetçi) и. иҫк.
383