САМАҺЫҘ
1. Самауыр ҡайнатып, сәй әҙерләп торған хеҙмәтсе. □ Слуга, который ставит самовар и готовит чай. ■ [Нәфисә] бер нисә йыл Туҡаевтарҙа самауырсы ҡыҙ булып торҙо. Ә. Әһлиуллин.
2. Самауыр йүнәтеүсе оҫта. □ Мастер, ремонтирующий самовары. Ауылға самауырсы килһә, ҡатын-ҡыҙ, аҡҡан йә тишелгән самауырҙарын күтәреп, ул туҡтаған йортҡа килә. И «Самауырсы Сәргәй донъя ҡуйған икән, малайы ғына ямап бирҙе», — тип аҡланды ҡарт [Солтан]. Б. Ноғоманов. Бәхтиәр бер көн, Зариф янынан ҡайтышлай, таш мәсет ҡырында ғына йорт подвалына самауырсы Ғәли Черкис янына төштө. Ә. Әһлиуллин.
САМАҺЫҘ I (Р.: безмерный, безграничный; чрезмерный; И.: out of measure; T.: ölçüsüz) c.
Саманан тыш; бик ҙур, бик күп; артыҡ, сикһеҙ. □ Безмерный, безграничный; чрезмерный. Самаһыҙ ҡыланыш. Самаһыҙ тотҡарланыу. ■ Ихсанбай самаһыҙ тойғо-теләктәренең, баш бирмәҫ дәртенең ҡолона әйләнде. Т. Ғарипова. Врачтар күрмәгәндә, Юламан да, Басиров та оҙаҡ ятыуҙан тамам екһегән тәндәрен яҙылдырып, йышыраҡ ҡалҡына, самаһыҙыраҡ шәпләнә. Ә. Хәкимов. Самаһыҙ һөйәм донъяны, халҡым самаһыҙ яҡын. Ҡабатланмаҫ ғүмерем дә үҙе — самаһыҙ алтын. Б. Бикбай.
САМАҺЫҘ II (Р: безмерно, безгранично, чрезмерно; И.: without limit; T.: olağan üstü) p.
Саманан тыш; сикһеҙ, артыҡ күп. □ Безмерно, безгранично, чрезмерно. Ҡарағат самаһыҙ уңған. Самаһыҙ ҙур. Самаһыҙ күп. Еләк быйыл самаһыҙ үҫте. ■ Икеһенең дә [Имән менән Алдарҙың] самаһыҙ көслө икәне торош-һыныштарынан һиҙелеп тора. Н. Мусин. Ҡанат йәйгән самаһыҙ ҙур ҡошҡа оҡшай Урал тауы. М. Кәрим. Искәндәр Амантаев самаһыҙ шапырына башланы, комбинатын тегеләй ҙә маҡтай, былай ҙа маҡтай, әйтерһең, унан да яҡшы завод юҡ. Ә. Бикчәнтәев. Бындағы байҙарҙың самаһыҙ бай булыуы,
алтын-көмөш эсендә йөҙәүе шаҡ ҡатырҙы. Ф. Аҡбулатова.
САМБА [порт. samba < Африка телдәренән] (Р: самба; И.: samba; T.: samba) и.
Бразилия бейеүе (парлы бал бейеүе) һәм шул бейеү көйө. □ Самба (бразильский бальный парный танец, а также музыка в быстром и экспрессивном темпе этого танца). / Самбовый. Самба Латин Аме-рикаһы бал бейеүҙәре программаһына индерелгән.
САМБАТ (Р: мальки; И.: fry; T.: balık yavrusu) и. диал.
1. Ваҡ йылға балығы; селбәрә. □ Мальки. Самбат тоторға барабыҙ. Өйрәктәргә сам-бат ашатабыҙ. Самбаттар үтә күренмәле һыуҙа көтөүе менән йөрөй.
2. Ыуылдырыҡтан яңы сыҡҡан балыҡ балаһы; йотҡолоҡ. □ Малёк (маленькая, только что образовавшаяся из икры личинка рыбы, малявка). Самбат йоттора торғайнылар ағайҙар, имеш, балыҡ кеүек шәп йөҙәһең. Самбат сама менән 1—2 сантиметр ғына була.
САМБИСТ [рус.] (Р: самбист; И.: sambo wrestler; T: sambocu) и.
Самбо көрәше менән шөғөлләнгән спортсмен. □ Самбист. Беренсе разрядлы самбист.
■ Юнир баштан уҡ шуны аңланы: оҫта самбист булыу өсөн көс кенә түгел, ә йылғырлыҡ та, таһыллыҡ та кәрәк. Т. Килмөхәмәтов. Башҡортостан самбистары был ярыштарҙа ҙур оҫталыҡ күрһәттеләр. «Башҡортостан», 25 май 2011.
САМБО I [рус. самооборона без оружия] (Р: самбо; И.: sambo; Т.: sambo) и. спорт.
Ысын һуғыш ысулдарын ҡулланған спорт көрәше һәм үҙеңдән көслөрәк йәки ҡоралланған кеше менән алышҡанда ошо көрәш ысулын ҡулланып һаҡланыу сараһы. □ Самбо (вид спортивного единоборства, а также комплексная система самообороны ). Самбо секцияһы. Самбо буйынса ярыш.
■ Башҡорттарҙа көрәш борон-борондан булған. Унда самбо көрәшенең бөтә элементтары булмаһа ла, иң көрәктәре бар. Т. Килмөхәмәтов.
384