САМОГОН
САМБО II [исп. zambo] (Р.: самбо; И.: sambo; Т.: sambo) и.
Негр менән индеецтың ҡатнаш ғаиләһендә тыуған кеше. □ Самбо (потомок от смешанного брака индейцев и негров). Ҡаршыға самбо килә. Самболар йыйылып тора.
САМБОСЫ и. ҡар. самбист. Самбосылар ярышы. Самбосыларға махсус кейем тегелә. Илдец иц билдәле самбосылары исемлеге Интернет селтәренә ҡуйылған.
САМБУСА (Р: пирожки из ливера; И.: haslet patty; T: bir tür börek) и. диал.
Үпкә-бауырҙан бешерелгән ваҡ бәлеш.
□ Пирожки из ливера. Самбуса бешереу. Тәмле самбуса. Самбусаһы көйгән. ■ Марфа сәй янына ҡуйыла торған .. самбусаны ла, сейәле майҙы ла, ҡорот, ҡаҡты ла уйлап алды. С. Агиш.
САМИҒ [ғәр. < фарс. (Р: слушатель в учебном заведении; И.: irregular student; T.: yatılı olmayan öğrenci) и. иҫк. кит.
Уҡыу йортонда ирекле тыңлаусы.
□ Слушатель (вольнослушатель) в учебном заведении. ■ Рәсми шәкерт булып уҡыуҙы ташлап, ҡалған ике йылды самиғ булып уткәрҙем. М. Ғафури.
САМИМИ [ғәр. < фарс. сг*^3] (Р: искренний; И.: sincere; T.: samimi) с. иҫк. кит. ҡар. ихлас.
Саф, эскерһеҙ; асыҡ күңелле. □ Искренний, чистосердечный, откровенный. Самими ҡиәфәт. ■ Әй, самими тәбиғәтле Бабич, һине кем һуц, кем һуц онотор? А. Игебаев. Индрилдец кәйефле сағына осраһац, ул ғәжәп һуҙсән, мөләйем һәм самими була. Д. Юлтый. Кешегә әҙәп өйрәтеп, уҙе әҙәпһеҙ булған, кешене хеҙмәткә саҡырып, уҙе хеҙмәт һөймәгән яҙыусы самими яҙыусы тугел. С. Ҡудаш.
САМИМИЛЫҠ (самимилығы) (Р: искренность; И.: sincerity; T.: samimilik) и. ҡар. ихласлыҡ.
Сафлыҡ, эскерһеҙлек; асыҡ күңеллелек.
□ Искренность, чистосердечность, откровенность. Н Һабрау .. йәштәргә хас бер ҡатлы самимилыҡ менән яцы танышына [Мирҡасимға] ышаныр-ышанмаҫ шикләнеп ҡараны. Ә. Хәкимов. Сабыйҙарса самимилыҡ
менән әйтелгән һуҙҙәрҙе ишеткәс, Геннадий Перфельев та беҙгә ҡушылып көлөп ебәрҙе. Ғ. Әхмәтшин. Ошо кистәге осрашыу, Айһылыуҙыц ҡайнар һулышы, балаларса самимилыҡ менән «яратам» тип әйткән һуҙҙәре Юламандың йөрәгенә тынғы бирмәне. Р. Шаммас.
САМИМИӘТ [ғәр. < фарс. (р: искренность; И.: sincerity; T.: samimiyet) и. иҫк. кит. ҡар. ихласлыҡ.
Самимилыҡ; сафлыҡ, эскерһеҙлек; асыҡ күңеллелек. □ Искренность, чистосердечность, откровенность. И Мөхәббәт менән самимиәт бер яҡтан ғына булғанда, уныц йәнгә аҙыҡ бирә алмағанын төшөндөм. М. Ғафури.
САМОВОЛКА I [рус.] (Р.: самоволка; И.: absence without leave; T.: asker kaçağı) и. һөйл.
1. Хәрби хеҙмәткәрҙең үҙенең часынан йәки хеҙмәт иткән еренән аҙ ғына ваҡытҡа үҙ белдеге менән (һорауһыҙ) китеүе. □ Самоволка (самовольное оставление военнослужащим расположения воинской части или места службы на короткий срок). Һалдат самоволкаға киткән өсөн ҡаты шелтә алды. Егет, самоволкаға сығып булһа ла, һөйгәне эргәһенә барып килергә хыяллана.
2. Рөхсәтһеҙ, ризалыҡһыҙ китеү; башбаштаҡлыҡ ҡылыу. □ Самоволка (отлучка; чьё-л. временное отсутствие без разрешения). ■ [Төҙөлөш отряды командиры:] Бер кешене биш итергә торғанда, самоволкаға китергә самаланығыҙмы? Уйын бөтмәй ул, бына объектты тапшырайыҡ та, ҡайҙа барғығыҙ килә, уҙебеҙ алып барырбыҙ. «Табын», 16 август 2010.
САМОВОЛКА II [рус.] (Р: самоволкой; И.: without blessing; T: izinsiz) р. һөйл.
Никахһыҙ, рөхсәтһеҙ, фатиха алмайынса. □ Самоволкой (вступить в брак самовольно, не получив разрешения, благословения родителей). Самоволка менән йәшәй башлағандар. Самоволка бергә тороу.
САМОГОН [рус.] (Р: самогон; И.: hooch, moonshine; T: kaçak içki) и.
Картуфтан, ашлыҡтан һ. б. иң ябай ысул менән йортта әҙерләнә торған иҫерткес эсемлек; көмөшкә. □ Самогон (алкоголь-
385