САМОГОНСЫ
ный напиток, изготовляемый кустарным способом из хлеба, картофеля, корнеплодов). / Самогонный. Самогон ҡойоу. Самогон ҡыуыу. Самогон сығарыу. Самогон аппараты. Самогон ҡыуғыс. ■ [Бәҙри апай:] Сөгөлдөрҙән шәкәр генә тугел, самогон да ҡыуып булыуын белеп ҡалдылар. Р. Байымов. Ауылдарҙа самогон, техник спирт аҡсаға ғына һатылмай, ул хатта пенсия, балалар пособиеһы бирелгәнгә саҡлы көтөргә лә бирелә. Урындағы уҙидара органдары бындай факттарҙың һәр береһен асыҡлап, ғәйеплеләрҙе тейешле хөкөмгә тарттырырға тейеш. Р. Ураҙғолов.
САМОГОНСЫ (Р: самогонщик; И.: bootlegger; T.: kaçakçı) и. һөйл.
Көмөшкә ҡыуыусы; йәшерен рәүештә көмөшкә ҡыуып, шуның менән һатыу итеүсе. □ Самогонщик. ■ Самогонсыларҙы тотоу эшен полиция ғына башҡарып сыға алмай, халыҡ та ярҙам итһә икән. Д. Шәрәфетдинов.
САМОДЕЛКА [рус.] (Р: самоделка; И.: self-made article, ware; T.: el yapımı eşya) u. һөйл.
Ҡулдан яһалған нәмә; үҙең эшләгән әйбер.
□ Самоделка; самодельная вещь. Самоделка менән шөғөлләнеу. Самоделка оҫтаһы. Балалар эшләгән самоделкалар кургәҙмәһе.
САМОДЕЛЬНЫЙ [рус.] (Р: самодельный; И.: homemade; T.: el yapımı) с. һөйл.
Ҡулдан яһаған, үҙең эшләгән. □ Самодельный. Самодельный радиоалғыс. Самодельный мылтыҡ. Самодельный өҫтәл. Самодельный шахмат фигуралары.
САМОДЕРЖАВИЕ [рус.] (Р: самодержавие; И.: autocracy; T.: otokrasi) и. тар.
Батша, монарх, императорҙың сикләнмәгән хакимлығы һәм ошо хакимлыҡҡа нигеҙләнгән дәүләт идара системаһы.
□ Самодержавие (неограниченная власть царя, монарха, императора; система государственного управления, основанная на такой власти). Самодержавие власы. Батша самодержавиеһы. Самодержавие идараһы. Самодержавиеға ҡаршы көрәш. Самодержавие ҡоролошо. М [Иван Новиков, Батырша, Иоанн] быларҙың береһе — утлы
һуҙе, икенсеһе ҡоралы менән ҡолатырға яҫҡынып, батша самодержавиеһының ҡотон алһа, өсөнсөһө, киреһенсә, тәхет дәғуәләре менән ҡурҡыныслы булған. Ғ. Хөсәйенов.
САМОДУР [рус.] (Р: самодур; И.: whipcracker; T.: zorba) и.
1. һөйл. Дыуамал, үҙбелдекле кеше. □ Самодур (человек, который действует по своей прихоти, по своему произволу, унижая достоинство других). Был тиклем дә самодур булып буламы икән?
2. балҡ. Оҙон ҡармаҡ епле, бер нисә ҡармаҡлы, емһеҙ генә балыҡ тота торған ҡорал. □ Самодур (рыболовная снасть в виде длинной лески с несколькими крючками для ловли без насадки). Самодур менән балык тотток. Самодур эшләп алыу. Самодурға леска һатып алыу.
САМОКАТ [рус.] (Р: самокат; И.: scooter; T.: skuter) и.
1. Аяҡ менән этеп йөрөтөү өсөн таҡтаға ике тәгәрмәс йәки ролик беркетеп эшләнгән балалар уйынсығы. □ Самокат (устройство в виде деревянной планки на колёсиках-роликах с приделанной к ней ручкой наподобие велосипедного руля). Балалар самокаты. ■ [Малай:] Ҡарағыҙ әле, ҡарағыҙ, Ғумәр ағай ағастан самокат эшләгән. М. Дилмөхәмәтов.
2. Аяҡтар ярҙамында (йәки ҡул ярҙамында) хәрәкәткә килтерелә торған ике тәгәрмәсле транспорт төрө. □ Велосипед (колёсное транспортное средство, приводимое в движение мускульной силой человека через ножные педали или (крайне редко) через ручные рычаги). Ярыш самокаты. Самокатта йөрөу. ■ Сиселде дуҫым. Велосипедын һатҡан икән. Куҙем ҡыҙғайны самокатына. С. Шәрипов. Шунда мәктәп яғынан көтмәгәндә, заманында мөғжизәләй тойолған самокатҡа атланып, ниндәйҙер таныш булмаған егет килеп сыҡты. Р. Байымов.
3. тар. Беренсе донъя һуғышы һәм Граждандар һуғышы йылдарында велосипед, механик йөк арбаларының ғәскәри исеме. □ Самокат (во время Первой мировой и Гражданской войн: армейское название
386