Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 434 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

CAT
CAT II (P: палочки, прибиваемые к внутренним стенкам колодочных ульев; И.: props, detail in a bee-hive; T.: arı kovanı içinde balmumunu tutan çubuklar) и. диал.
Балауыҙ тотоу осон түмәр умарта йәки солоҡ эсенә ҡуйылған нәҙек кенә таяу ағастар; сыра, сырпыҡ, тағара. □ Палочки, прибиваемые к внутренним стенкам колодочных ульев (чтобы пчёлы могли строить на них соты). И Кеше солоҡтоң саттарын ипләп, балауыҙҙарын рәтләп, эсен таҙартып киткән. Ж. Кейекбаев.
CAT III (Р.: одна фаза электричества; И.: phase; T.: faz) и. диал.
Электр сымының бер фазаһы. □ Одна фаза электричества. Өҙөлгән сат.
CAT IV (Р: слой, пласт нити; И.: layer; T.: kat) и. диал.
Ишкән, сиратҡан бау кеүек нәмәнең бер ҡаты; тын. □ Слой, пласт нити (плети, кнута). Дүрт, алты, һигеҙ сатлы ҡамсылар булған.
CAT V (Р: очень сильно; И.: very much; T: sert)p.
Бик ныҡ итеп. □ Очень сильно. Cam ҡаршы төшөү Сат йәбешеп уҡыу. ■ «Икеләнмә, һиңә лә бында йәшәу юҡ», — тип Нурания сат йәбеште. Ә. Хәкимов. Бына ул [Хәлим] килеп етеу менән тәҙрәгә сат йәбеште, аяҡ остарына баҫып нәҙек кенә муйынын һондо, тик тупһаға эйәген генә һала алды. С. Шәрипов. Рәхмәтулланы кургәс, Дәуләтҡол уға сат йәбеште: «Әйҙә, ҡорҙаш, миңә инеп сығайыҡ. .. Донъямды куреп китерһең». Яр. Вәлиев.
CAT VI (Р: подражание резкому отрывистому звуку, треску, щелчку; И.: crack!; Т: çatır) оҡш.
Ус менән сикәгә йәки асыҡ тәнгә һуҡҡанда, телде аңҡауҙан ҡапыл айырғанда һ. б. сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание резкому отрывистому звуку, треску, щелчку. Телен сат итте. Сикәһенә берҙе сат итте. М Хөмәйрә .. башына сат иттереп сәпәне. Ф. Иҫәнғолов.
CAT VII (Р: точно, точь-в-точь; словно, как; И.: exactly; to the letter; T: tarn) киҫ. диал.
Нәҡ, хас, тас. □ Точно, точь-в-точь; словно, как. Сат атаһы инде. Сат буре төҫлө эт. Сат ут йомғағы.
CAT VIII и. диал. ҡар. мөйөш. Сатҡа боролоу. Сатта сиңерткә сырылдай. Сатҡа әйбер ҡуйыу.
САТА (Р: развилина, развилка; И.: crotch; T: çatal) и.
1. Нимәнеңдер бер төптән айырылып киткән бер нисә тармағы йәки барыһы бер тиң булған тармағы; сат, айырса, аса. □ Развилина, развилка. Ағас сатаһы. К Хушлашҡанда Фатима атаһының һәнәк сатаһына оҡшаған бармаҡтарынан ике ҡулын ысҡындырҙы ла әсәһе янына барҙы. Ж. Кейекбаев.
2. Тармаҡлы ағастан яһап, төрлө кәрәккә яраҡлаштырылған нәмә. □ Сук с развилкой. Ыңғырсаҡ сатаһы. Һабан сатаһы. Өйҙө сатаға ҡыҫтырып яндыра торған сыра менән яҡтыртҡандар.
3. диал. Ҡымыҙ иләге төбөндәге саталы ағас. □ Рогатина на дне кумысного сита. Сатаны яҡшылап таҙартыу. Йомшаҡ ағастан яһалған сата.
4. Бер төптән айырылып киткән кешеләр; нәҫел ебе. □ Родовое разветвление. ■ Сыраҡ яғып төндә йәйенгә ултырған Солтановтар сатаһы — Һантый Хәлил уҙенең ҡәҙимге һуҡмағынан көндәгесә улъяһын йөкмәп уҙҙы. И. Солтанов.
САТАБАҒАНА (Р: сучковатое дерево для сушки чего-л.; И.: forked pole; T: kapkacak konulacak ağaç) и. диал.
1. Әйбер киптереү өсөн ҡағылған саталы (асалы) ағас. □ Сучковатое дерево для сушки чего-л. Сатабағана ултыртыу. Сатабағанаға һауыт-һаба киптерергә элеу.
2. миф. Донъяның өлөштәрен бәйләүсе ағас; донъя ағасы. □ Мировое дерево.
САТАЙ-БОТАЙ I (Р.: неровный (о почерке); И.: uneven; unsightly; T: çirkin (yazı) c.
1. Тейешле тәртип, симметрия, пропорция ҡағиҙәләренә тура килмәгән, тәртипһеҙ хәлдә; сатаҡ-ботаҡ. □ Неровный; некрасивый, неряшливый, небрежный (о почерке). Сатай-ботай хәрефтәр. Сатай-ботай почерк. Яҙыуы сатай-ботай. ■ Китаптың
434