CAT
Ныҡ һыуыҡ. □ Морозный. ■ Сасҡау көндә ҡарға баҫҡан тояҡ тауышы һымаҡ был моң [Ишдәуләттең йырлауы]. И. Йәһүҙин. Сасҡау һыуыҡтан аяҡ аҫтындағы ҡар ҡом кеуек шығырлай. И. Ғиззәтуллин. Ғинуар айының сасҡау бер көнө ине. Ж. Кейекбаев.
САСҠАУЛАУ (сасҡаула-) (Р.: сильно морозить с выпадением инея; И.: freeze hard; T.: çok soğutmak) ҡ.
1. Томанлап, ныҡ һыуытыу. □ Сильно морозить с выпадением инея. ■ Көндәр сасҡаулап торҙо ла ҡапыл һындырҙы. Яр. Вәлиев. Был яҡта ялан яғындағы кеуек ажғырып торған бурандар булмаһа ла, Урал тауҙары юлаусыларҙы сасҡаулап ҡаршыланы. Р. Өмөтбаев.
2. Бәҫ менән ҡапланыу (ҡышҡы һыуыҡта); бәҫләнеү. □ Покрываться инеем. Ағастар сасҡауланған. Ботаҡтар сас-ҡауланған. Бурке сасҡауланып ап-аҡ булған. ■ Сасҡаулап ятҡан ер көндөҙ әҙерәк имше-неп өлгөрмәй, һурән ҡояш төшкөлөктө уҙыуға, тағы һыуытып ебәрә. Ә. Хәкимов.
САСМАУ и. диал. ҡар. сәсбау. Сасмау ҡушып сәс уреу. Сасмауында талир тәңкәләр сыңлай.
САСРАП АУЫРЫУ (сасрап ауыры-) (Р: внезапно сильно заболеть; И.: get ill abruptly; T.: aniden hastalanmak) ҡ. диал.
Ҡапыл бик ҡаты ауырып китеү; сәсрәп ауырыу. □ Внезапно сильно заболеть. Кисә генә шап-шаҡтай ине, бөгөн сасрап ауырыны ла китте.
САСРАП ТОРОУ (сасрап тор-) (Р: быть чрезмерно бойким, смелым; И.: be too smart; T.: çok cesur olmak) ҡ. диал. ҡар. үткер.
Үтә ҡыйыу булыу. □ Быть чрезмерно бойким, смелым. Сасрап торған егет.
САСРАУ (сасра-) (Р: околеть; И.: die drop off the hooks; T.: ölmek) ҡ. диал.
Үлеү, юҡҡа сығыу; дөмөгөү, сәсрәү. □ Околеть. ■ Сасраны ла дошман уҙ өңөндә, әммә еңеу төштө ҡиммәткә. Бәйеттән.
САСТӘҢКӘ и. диал. ҡар. сулпы. Сас-тәңкәһе сылтырай. Састәңкә ҡушып уреу.
САСЫЛДЫРЫУ (сасылдыр-) (Р: свешивать, свесить; И.: hang down; T.: sarkıtmak) ҡ. диал. ҡар. һалбыратыу.
һалындырыу, аҫылдырыу. □ Свешивать, свесить. Таҫтамалдың осон сасылдырып ҡуйыу. Итәген сасылдырған.
CAT I (Р: перекрёсток; И.: crossroad(s); Т.: kavşak, dört yol ağzı) и.
1. Буй-буй килеп, ике йәки бер нисә нәмә тоташҡан урын. □ Перекрёсток; развилка. Урам саты. ■ Айрат уҙенең ни өсөн юл сатында баҫып торғанын да аңлатырға кәрәк тапты: «Минең машина көтмәгән, ҡайтып киткән!» — тине ул. Б. Рафиҡов. [Каһым, Буранбай] урам осона тиклем бергә барғас, юл сатында икеһе ике яҡҡа боролдолар. Я. Хамматов. Килмеш урам сатына килеп сыҡҡас, ҡайҙа атларға белмәй, бер килке уйланып торҙо. Б. Ноғоманов. • Ир өйҙөң бер сатын тотор, ҡатын өйҙөң өс сатын тотор. Мәҡәл.
2. миф. Юл саты; яман заттар йыйыла торған ҡурҡыныс урын. □ Перекрёсток, развилина (опасное место, куда изгоняются злые духи). ■ Ауырыуҙы сапҡан миндекте ете юл сатына ырғытһаң, ауырыу китә, тиҙәр. «Башҡорт мифологияһы»нан.
3. Бер төптән айырылған тармаҡ; айырса, армыт, сата. □ Развилка, развилина. Ағас саты. Сәнске саты. Юл саты. Урам саты.
■ Һәнәктең саты айырылды. Р. Низамов. Саттан боролғанса артыма ҡарап барҙым. М. Ғафури.
4. анат. Бот төбө менән ҡорһаҡ аҫтының араһы. □ Пах, промежность. Сат һөйәге.
■ Егет [Василь] теҙе менән Фәтиховтың сатына тибергә итте. И. Абдуллин.
5. диал. Айыры тояҡ малдарҙың тояҡ араһы. □ Межкопытная щель. Аҡпаш ауырыуында малдарҙың саты иҙелә. Сатына ҡаҙаҡ кергән.
♦ Саты асылыу тауыҡтың йомортҡа һалыр ваҡыты етеү. □ Раздвижение лобковых костей (о яйцекладущих птицах в период яйцекладки). Тауыҡтың саты асылған. Саты бөрөшөү 1) тауыҡ йомортҡа һалыуҙан туҡтау. □ Закрытие лобковых костей (о яйцекладущих птицах); перестать нести яйца. Тауыҡтың саты бөрөшкән; 2) Һаранланыу. □ Жадничать. Байҙарҙың саты бөрөшә.
15 - 1.0072.15
433