Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 432 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

САРЫШ
сарыфлаһа, уҙе лә былай ҡомһарып йөрөмәҫ ине. Ә. Хәкимов.
САРЫШ I (Р.: цветочная пыльца на сотовых ячейках; И.: kind of pollen; T.: çiçek tozu) и. диал.
Бал менән яғылған кәрәҙҙәге сәскә һеркәһе. □ Цветочная пыльца на сотовых ячейках. Сарыш аҡһымға, майҙарға, углеводҡа, витаминдарға бик бай.
САРЫШ II (Р.: родовое подразделение башкир; И.: Bashkir tribal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡыпсаҡ ҡәбиләһенә ингән бер башҡорт ырыуының исеме. □ Сарыш (название одного из башкирских родов племени кыпчак). Сарыштар килгән. Сарыш ырыуы вәкиле. Сарыштар йыйыны. ■ Был ерҙәрҙә сарыш ырыуы йәйләй икән. Ә. Хәкимов.
САРЫШӘҢГӘ (Р.: ромашка; И.: daisy; Т.: papatya) и. бот. диал. ҡар. аҡ сәскә.
Ромашка. □ Ромашка (лат. Matricaria chamomilla, Matricaria recutita). Сарышәңгә сәскә атып килә. Сарышәңгә йыйыу. Сары-шәңгә төнәтмәһе.
САСАҒҮЛӘН (Р: ковыль; И.: feathergrass; T.: sorguç otu) и. бот. диал. ҡар. ҡылған.
Ялбыр сал башлы ҡыяҡ үлән. □ Ковыль (лат. Stipa). Тау битен сасағулән ҡаплаған. Малдарҙы сасағулән уҫкән ерҙә йөрөтөу. Сасағуләнле дала.
САСАҠ (сасағы) (Р: бахрома, кисть; И.: thrum ends; T.: saçak) и. диал.
1. Еп, иләнгән йөн һ. б. һалынып төшкән бер рәт теҙеме; суҡ, сәсәк. □ Бахрома, кисть. Таҫтамал сасағы. Шәл сасағы.
2. Аттың бәкәлендәге оҙон йөн; сәсә. □ Щётка (у лошадей: часть ноги над копытом и пучок волос на этом месте). Аттың бәкәлендә сасағы бар. ■ [Ерәнсәй] нуҡта теҙгене аша баҫҡан да алғы аяғының сасағынан эләктереп алған. С. Агиш.
3. Йылҡының маңлай сәсе. □ Чёлка (у лошади). ■ Ирғәле лә еккән пар кук ала, ял сасағы уйнай дуғала. Халыҡ йырынан.
САСАҠ Л АУ (сасаҡла-) ҡ. диал. ҡар. суҡлау 1. Сасаҡлап биреу. Сасаҡлап алыу. Ышлыя сасаҡлау. Таҡыяһын сасаҡлап алды.
САСАҠЛЫ (Р: с бахромой; с наборными кистями; И.: with thrum ends; T.: saçaklı) и. диал. ҡар. суҡлы.
Сәсәкле. □ С бахромой; с наборными кистями. Сасаҡлы шәл. Сасаҡлы теуәтәй. Сасаҡлы ышлыя.
САСАҠ ҺӨЙӘГЕ (Р: бабка; И.: pastern; T.: bukağılık) и. анат. диал. ҡар. ашыҡ 1,1.
Йәкәл, бәкәлсәй. □ Бабка. Сасаҡ һөйәге ауырта. Сасаҡ һөйәге һыҙлай. Сасаҡ һөйәге һынған.
ÇAÇAMA I и. мед. диал. ҡар. сәсәтмә. Баланың сасамаһы сыға шикелле.
ÇAÇAMA II (Р: запальчивый; И.: quicktempered; T.: kızgın) с. диал. ҡар. ҡыҙған 2.
Ярһыулы. □ Запальчивый, вспыльчивый. Ул бигерәк сасама, төкөрөгөн сәсеп уҫаллаша.
САСАУ (саса-) (Р: долго, мучительно кашлять; И.: hoop bitterly; T.: uzun uzun öksürmek) ҡ. диал.
1. Сәсәү, йүткереү. □ Долго, мучительно кашлять. Туҡтауһыҙ көлгән була, туҡтағас сасап китте.
2. Хәлдән тайыу. □ Выдохнуться. Атын шәп ҡыуып сасатҡан.
САСҠАУ I (Р: сильный мороз с инеем; И.: biting cold; T.: çok şiddetli soğuk) и.
1. Томанланып торған ҡаты һыуыҡ. □ Сильный мороз с инеем. Көҙгө сасҡау.
■ Селдәрҙең кубеһе ҡар аҫтында ҡалды, бурандан һуң башланған сасҡау ҡатырған ҡарҙы тишеп сығырға көстәре етеңкерәмәне. Т. Ғарипова. Сасҡау тынды ҡурып бара. Сиреу кешеләре нимә барынан бөтәһен ҡат-ҡат кейгән булһалар ҙа, ат өҫтөндә килгәнлектән, дер-дер ҡалтырайҙар. Ғ. Ибраһимов.
2. Ҡышҡы һыуыҡта ялтырап йондоҙ-ланып яуған бәҫ; ҡырау. □ Изморозь, иней. Сасҡау ултырыу. Сасҡау баҫыу. Мәрйен кеуек сасҡау. Ҡайын ботағындағы сасҡау.
■ Урман сасҡау бөркәнеп, ап-аҡ булып ултыра. Ф. Иҫәнғолов.
♦ Сасҡау баҫыу сәс ағарыу. □ Поседеть. Һине лә сасҡау баҫҡан икән, улым.
САСҠАУ II (Р: морозный; И.: rimy; Т.: çok soğuk) с.
432