САРЫФЛАУ
САРЫУ (сары-) (Р.: протоптать тропинку (о следах зверей); И.: make a trail; T: çığır açmak) ҡ. диал.
1. Күп йөрөп һуҡмаҡлау; сарлау □ Протоптать тропинку (о следах зверей). Тау битен ҡуян сарыған. Ҡапҡанды йәнлек сары-уына һалырға кәрәк.
2. Бауҙы арҡыс-торҡос эләктереп тартыу; сырмау □ Опутывать, переплетать, оплетать верёвкой что. Йөктө сарып бәйләу.
3. Типсеү. □ Наметать. Сарып сығыу. Кулдәк итәген сарыу.
4. Сигеү. □ Вышивать. Сәкмәндең ҡырҙарын сарыу. Ҡулъяулыҡ сарыу. Алъяпҡыс сарыу.
5. Урау. □ Наматывать. Ҡәләбағасҡа сарып иләу. Иләнгән епте кәләп сарыу.
♦ Кәләп сарыу (йәки һалыу) бер арала тегеләй-былай туҡтауһыҙ йөрөп тороу. □ Ходить взад и вперед. ■ Килмәттең ҡәйнеше [иптәше менән] .. кисә, ярты төн ауғансы гармун тызылдатып, урам буйлап кәләп сарыны. Ф. Иҫәнғолов.
САРЫУ ҠАЙНАУ (Р.: изжога; И.: epigastric burning; T: mide ekşiliği) и. диал.
1. Үҙәк көйөү. □ Изжога. Шул тиклем итеп сарыуым ҡайнай. Сарыу ҡайнау йон-сотто.
2. Асыу килеү; һарыу ҡайнау. □ Негодовать. Сарыу ҡайнатма әле.
САРЫФ [ғәр. (Р: морфология; И.: morphology; T: sarf) и. иҫк. гром.
Телдәге һүҙ үҙгәреш формалары һәм грамматиканың һүҙ формаларын өйрәнә торған бүлеге; морфология. □ Морфология. Башҡорт теленең сарыфы. Сарыф уҡытыу. Сарыф — һуҙҙәрҙең уҙгәреше тураһындағы фән. ■ [Хәҙрәт:] Уҡырға ҡәбилиәтең бар төҫлө куренә, һиңә сарыф, нәхеу уҡырға кәрәк. М. Ғафури.
САРЫФ ИТЕЛЕҮ (сарыф ител-) ҡ. ҡайт. ҡар. сарыф итеү 1, 2. возвр. от сарыф итеү 1, 2. И Әгәр ҙә Тау предприятиеһы финиш һыҙығында — ҡулъяҙманы баҫырға тапшырғанда — айырыуса етеҙлек һәм яуаплылыҡ курһәтмәһә, бар тырышлыҡтарҙың юҡҡа сарыф ителеу ихтималлығы ла бар ине. 3. Ханова.
САРЫФ ИТЕҮ (сарыф ит-) (Р: тратить;
И.: expend; T: sarfetmek) ҡ.
1. Кем йәки нимәлер файҙаһына тотоноу, ҡулланыу; йәлләмәй тотоноп бөтөү. □ Тратить, расходовать. Аҡса сарыф итеу. Эшкә ғумерҙе сарыф итеу. И Мәҙинәнең ҡолағына өләсәһенең: «Юлында осраған ҡаршылыҡтар менән алышыуға көсөн сарыф итһә, йылға бер ҡасан да диңгеҙгә барып етә алмаҫ, маҡсатына ирешмәҫ ине», — тигәне салынғандай булды. Т. Ғарипова. Ауырлыҡтан зарланманы Нәғимә, ҡыҙы өсөн бар йәшлеген сарыф итте. Б. Бикбай. [Фатих ағайҙың] ҡыҙҙарының бөтәһе лә тип әйтерлек ғумерҙәрен мәғариф, тәрбиә эшенә сарыф итә, ә малайҙары икеһе лә яҙмыштарын армия менән бәйләйҙәр. И. Абдуллин.
2. Тәләфләү, әрәм итеү. □ Тратить, потратить; мотать, промотать понапрасну. Ваҡытты бушҡа сарыф итеу. И Китап өсөн ҡулға байтаҡ аҡса керҙе, уға иң шатланғаны, әлбиттә, ҡатын. Әммә тотоноуҙан, сарыф итеуҙән ниңәлер ул ҡурҡты. Т. Ғиниәтуллин.
САРЫФ ҠЫЛЫУ (сарыф ҡыл-) ҡ. ҡар. сарыф итеү.
САРЫФЛАНЫУ (сарыфлан-) ҡ. төш. ҡар. сарыфлау, страд, от сарыфлау. Сарыфланған аҡса. Сарыфланған ваҡыт. V Мал аҙығының нисек сарыфланыуын Мансур аҙнаһына ике-өс тапҡыр тикшереп торҙо. Ә. Хәкимов. Биш йөҙ кешенән торған отрядты ойошторорға .. купмелер ваҡыт сарыфланды. Ә. Усманов.
САРЫФЛАУ (сарыфла-) (Р: тратить; И.: expend; Т: sarfetmek) ҡ.
Кем йәки нимә файҙаһына тотоноу, ҡулланыу, сарыф итеү. □ Тратить, расходовать. М Сәмәрҡәндкә барып ингәндә, билбауға төйнәуле аҡсаһын һуңғы тиненә саҡлы сарыфлап бөткәйне инде Һабрау. Ә. Хәкимов. Аҡсам бөтә тип бер ваҡытта ла ҡайғырмай студент, һуңғы тинен сарыфлап концертҡа, театрға, киноға бара, китап һатып ала. Н. Мусин. Ошо алсаҡлығын, куңелсәклеген ғаиләһенә, йылы һуҙгә мохтаж ҡатынына
431