Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 430 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

САРЫЛДАҠ
сарыҡ һабаҡ ныҡ булған. Быйманы сарыҡ һабаҡ менән ямайҙар.
САРЫЛДАҠ (Р.: крикливый; И.: vociferous; T.: keskin sesli) с.
Сар-сор ҡысҡырған. □ Крикливый, визгливый. Сарылдаҡ кеше. Сарылдаҡ ҡатын. ■ Шунда бәләкәй генә буйлы бер һалдат сарылдаҡ тауыш менән Фёдорҙы бүлдерҙе. В. Исхаҡов.
САРЫЛДАТЫУ (сарылдат-) ҡ. йөкм. ҡар. сарылдау, понуд. от сарылдау. Сар-сор иттереп сарылдатыу. Сарылдатып алып килеү. Сарылдатып баҫтырыу. Сарылдатып туҡмау. М Маһираны сарылдатып иренән айырып алдылар [бандиттар]. М. Ишбулатов.
САРЫЛДАУ (сарылда-) (Р.: визжать; И.: shriek; T.: tiz sesle bağırmak) ҡ.
Сар-сор итеү, сар-сор килеү. □ Визжать; издавать резкий крик, визг. Сусҡа балаһы сарылдай. Сарылдап ҡысҡырыу. Я Артынан сарылдап сыҡҡан Фирая ла Исмәғилде туҡтата алманы. Д. Бүләков. Гөлшат шундуҡ сарылдап иларға тотондо. Т. Ғиниәтуллин. Сәмреғош түңәрәтеп осоп йөрөй, үҙе сарылдай икән, ти. Әкиәттән.
САРЫ Л Д АШЫУ (сарылдат-) ҡ. урт. ҡар. сарылдау, понуд. от сарылдау. Ҡатын-ҡыҙҙар сарылдашыуы ишетелә. Са-рылдашыуҙары һаман туҡталмай. ■ Аласыҡта ҡалған ике ҡыҙ ҙа килеп еткәйне, уларҙың сарылдашыуын Рәфҡәт ишетмәмеш булды. Н. Мусин. Ҡыш бабай түҙмәне, ҡапыл сарылдатыуҙан туҡтамаған малайҙарҙың береһен [Хәйрулланы] күтәреп алды ла бүлмә уртаһындағы шыршы янына атланы. Д. Бүләков. Тимер мейестең ике яғына баҫҡан ике ҡатын сарылдатып әрләшә. А. Карнай.
САРЫМДАШЫУ (сарымдаш-) (Р: соревноваться; И.: compete; T.: yarışmak) ҡ. диал.
Ярышыу, бер-береңдән уҙҙырырға тырышыу. □ Соревноваться. Ҙур байҙар менән сарымдашыу. Сарымдашып эшләнек.
САРЫМСАҠ (сарымсағы) (Р: чеснок; И.: garlic; T.: sarımsak) и. бот. диал. ҡар. һарымһаҡ.
1. Ләлә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған ҡыяҡ япраҡлы баҡса үҫемлеге һәм шул йәшелсәнең еҫле, бүлкәт-бүлкәт һуған һымаҡ башы. □ Чеснок (лат. Allium sativum). Сарымсаҡ йыйыу. Эре сарымсаҡ. Сарымсаҡ ашау.
2. Ләлә сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған күк төҫтәге эре ҡыңғырау сәскәле, һарымһаҡ һымаҡ бүлкәт-бүлкәт булып торған һап-һары төплө урман үләне һәм шул үҫемлектең һары төҫтә һарымһаҡ һымаҡ тубырсығы; һарына. □ Саранка (лат. Lüium mârtagori). Сарымсаҡ сәскәһе. Сарымсаҡ бутҡаһы. Сарымсаҡ тәлгеһе. Сарымсаҡ ҡаҙыу.
САРЫСИСКӘ (Р: одуванчик; И.: dandelion; T.: karahandiba) и. бот. диал. ҡар. бәпембә.
Ҡатмарлы сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған ҡыуыш һабаҡлы, һары суҡ сәскәле, туҙғаҡ орлоҡло ваҡ үлән үҫемлек. □ Одуванчик (лат. Taraxacum). Сарысискә йыйыу. Са-рысискә төнәтмәһе. Сарысискә киптереү.
САРЫТАЛАҠ (Р: капризный; И.: capricious; T.: kaprisli) с. диал. ҡар. еңмеш.
Үҙ һүҙле. □ Капризный. Сарыталаҡ малай. Сарыталаҡ бала.
САРЫ ТАШТУРҒАЙ (Р: жёлтая трясогузка; И.: Western yellow wagtail; T.: san kuyruksallayan) и. зоол. диал.
Оҙон ҡойроғон бәүелтеп йөрөүсе төҙөк кәүҙәле матур ҡош; һары сәпсек. □ Жёлтая трясогузка (лат. Motacilla flava). Сары таштурғайҙың кәүҙәһенең аҫ яғы сағыу һары. Сары таштурғай еүеш болондарҙа, һаҙлыҡтарҙа йәшәй.
САРЫ ТОРМА и. бот. диал. ҡар. кишер. Сары торма быйыл бик уңған. Сары торманы иртә сәсергә кәрәк.
САРЫТҮШ (Р: чиж; И.: siskin; T.: iskete) и. зоол. диал. ҡар. һары турғай.
Түбәһе, тамағы, ҡанаттары, ҡойроғо -һары таплы ҡара, ҡауырһыны — һорғолт һары, күсеп йөрөүсе ҡош; һары алаҡас. □ Чиж (лат. Carduelis spinus). Сарытүштең һайрау ы нескә генә. Сарытүш ағас орлоҡтары, бөжәктәр менән туҡлана.
430