САРЫҠ ҺАБАҠ
2. Һары умырзая. □ Горицвет (лат. Adonis vemalis). Бында сарыбаш куп. Сарыбаш иң беренсе булып сәскә ата.
САРЫ БӘЖЕЙ (Р.: лён; И.: flax; T.: keten) и. диал. ҡар. етен 1.
Һабағынан сүс, орлоғонан май алына торған үҫемлек. □ Лён (лат. Lmuni). Оҙон сары бәжей. Сары бәжей майы. Сары бәжей иләу.
САРЫЙ-СОРОЙ (Р.: подражание визгу; И.: imitation of yelping; T.: çığlık sesi) оҡш. диал.
Сар-сор (әсе итеп ҡапыл ҡысҡырған тауыш). □ Подражание визгу. Сарый-сорой килеу. ■ Йорт эсенә йыйылып өлгөргәндәр ҙә сарый-сорой ҡысҡырыштылар, төрлөһө төрлө яҡҡа һуғылып ҡараны. Ғ. Ибраһимов. Алда кемдәрҙеңдер сарый-сорой килгәнен ишетеп, туҡтап ҡалдыҡ. Н. Мусин.
САРЫҠ I (сарығы) (Р: чарык; И.: sort of Oriental footwear; T.: çarık) и. этн.
1. Башы күндән, ҡунысы туланан тегелгән аяҡ кейеме. □ Чарык (старинная обувь с кожаной головкой и суконным голенищем, украшенным узорной вышивкой). Сарыҡ ҡысмауы. Сарыҡ ҡата. Ҡоба сарыҡ. Сарыҡты нағышлау. Сарыҡ олтарыу. ■ Ристан егет тә, сарығын эләктереп, уҙ артында шик ҡалдырмаҫ өсөн бығауын алып, һеләуһен һаҡлығы менән шыпыртын-шыпыртын урман араһына инеп китте. Ғ. Ибраһимов. Шунда ла торған кейәуегеҙ аяғына кейгән сигеуле аҡ сарыҡ. Халыҡ йырынан.
2. этн. Кәләштең туланан тегелгән сихри көскә эйә тип иҫәпләнгән аяҡ кейеме.
□ Старинная обувь из шерсти, являющаяся частью одежды невесты, имеющая продуцирующую силу. Еткән ҡыҙға сарыҡ әҙерләу. Сарыҡ кейгән килен.
♦ Сарыҡ бит оятһыҙ, оятын юғалтҡан.
□ Бессовестный. Бер кемдән дә оялмай был сарыҡ бит.
САРЫҠ II (сарығы) (Р: узор при закладном тканье паласа; И.: kind of pattern; T.: hah deseni) и. этн.
Балаҫ өсөн аҫалап һалына торған биҙәк исеме. □ Узор при закладном тканье паласа.
Сарыҡ һалып балаҫ һуғыу. Сарығы бик матур булған.
САРЫҠ БОРОУ (сарыҡ бор-) (Р: вышивать голенище чарыка; И.: embroider the boot-top of Oriental footwear; T.: çarığın koncunu nakış ile süslemek) ҡ. диал.
Сарыҡ ҡунысын сигеү. □ Вышивать голенище чарыка. ■ Ә аяҡта инде, сарыҡ бороу еңел булмаһа ла, оҫта куңелен һалып нағышлаған семәрле сарыҡ. К. Мәргән.
САРЫҠ ҠАТА (Р: мужской чарык; И.: males’ Oriental high boots; T.: çarık) и. этн. диал.
Башы күндән, ҡунысы туланан тегелгән боронғо аяҡ кейеме. □ Мужской чарык (старинная мужская обувь с кожаным носиком и голенищем, украшенным узорной вышивкой). Сарыҡ ҡата кейеп алған. Сарыҡ ҡата башына кун иләу. ■ Уларҙың [ирҙәрҙең] өҫ-баштары бер төрлө: ҡолаҡсын бурек, ҡалын тула ҡунысын тубыҡҡа тиклем тартып бәйләгән сарыҡ ҡата. Н. Мусин. Буранбай, эйәренән төшөп, хәрби кейемен тоҡҡа йәшергәс, аяғына — сарыҡ ҡата, өҫтөнә — бишмәт, башына ҡамсат бурек кейҙе лә атын урам осондағы кәртә-ҡаралтыһыҙ өйгә борҙо. Я. Хамматов.
САРЫҠ ОЛТАРЫУ (сарыҡ олтар-) (Р: шить чарык накладным швом; И.: stitch footwear making lapping seams; T.: çarık dikmek) ҡ. этн. диал.
Сарыҡ теккәндә йөйөн эскә әйләндереп тегеү. □ Шить чарык накладным швом. Олатайым сарыҡ олтарыуға оҫта булған. Хәҙер ҙә сарыҡ олтарған кеуек итеп яңы модалы итектәр тегәләр.
САРЫҠ ҺАБАҠ (һабағы) (Р: пеньковая нить; И.: thrum; T.: kenevir ip) и. диал.
1. Итек-сарыҡ тегә торған киндер еп. □ Пеньковая нить. ■ [Егет] аяғына сарыҡ һабаҡ менән тегелгән яңыраҡ сарыҡ кейеп, бөгәр төбөнән бәйләгән. Ғ. Дәүләтшин. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары .. сарыҡ һабаҡ менән тегеугә, тула ойоҡтарын ҡусҡарлауға бик оҫта. Н. Бикбулатов.
2. Балауыҙланған сей еп. □ Вощёная суровая нить. Сарыҡ һабаҡ әҙерләу. Әҙерләгән
429