Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 428 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

САРТЫЛДАТЫУ
САРТЫЛДАТЫУ (сартылдат-) ҡ. йөкм. ҡар. сартылдау. понуд. от сартылдау. Йоҙаҡты сартылдатыу. Телде сартылдатыу.
САРТЫЛДАУ (сартылда-) (Р.: щёлкнуть; И.: click; T.: çıt etmek) ҡ. диал.
Шыртлау; шылт итеү. □ Щёлкнуть, щёлкать. Ишек йоҙағы сартылдап ябылды.
САРУ1 (Р: народ; И.: folk; T.: halk) и. иҫк.
Халыҡ төркөмө, кешеләр. □ Народ, масса. ■ Исламдың һуҙе утемлерәк, саруаны ауыҙлыҡлап тотоу, инсафҡа өйрәтеу өсөн көсө ҙурыраҡ. Ә. Хәкимов.
САРУТ (Р: пырей; И.: couch grass; T.: ayrık otu) и. бот. диал.
Ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған, таралып үҫә торған оҙон аҡ тамырлы күп йыллыҡ үлән; аҡтамыр. □ Пырей (лат. Elytrigia). Йөнтәҫ сарут. Үрмә сарут. Сарут утау. ■ Атайым уҙе ер башындағы сарутты сабып арбаға тултыра, уҙе миңә яуап бирә тора. Ғ. Ибраһимов.
САРФАТ (Р: бережливость; И.: thrift; Т.: tutumluluk) и. диал.
Әрәм-шәрәмгә юл ҡуймай, һаҡлап то-тоусанлыҡ; һаҡсыллыҡ. □ Бережливость, экономность; расчётливость. Сарфат менән тотоноу. ■ Өҫ-башты сарфат менән кейеу кәрәк. М. Тажи.
САРФАТЛЫ I (Р: бережливый; И.: thrifty; T: tutumlu) с. диал.
Һаҡсыл, һаҡлап тотоусан. □ Бережливый, экономный; расчётливый. Ул бик сарфатлы кеше.
САРФАТЛЫ II (Р: бережно; И.: thriftily; T.: tutumlu olarak) р. диал.
Һаҡлап, ҡәҙерләп, иҫәпләп. □ Бережно, экономно; расчётливо. Сарфатлы булыу. Сарфатлы тотоноу.
САРФАТҺЫҘ (Р: небережливый; И.: prodigal; T: tutumsuz) с. диал.
1. Нәмәне теләһә нисек әрәм-шәрәм итеүсән, һаҡлап тотона белмәгән; бәрәшән; һаҡһыҙ. □ Небережливый, неэкономный; нерасчётливый. Сарфатһыҙ хужа. ■ Ҡәйнәм сарфатһыҙ тугел, һәр нәмәнең ҡәҙерен белеп, бөртөкләп йәшәй. М. Садиҡова. Булғанға курәме баҙнатһыҙ, булманым тормошта сарфатһыҙ. С. Кулибай. [Шәт ба
бай: ] Сутәки сарфатһыҙлыҡ килеп сыға бер яғы менән барыбер. А. Ғирфанов.
2. Әҙәпһеҙ, тотанаҡһыҙ. □ Нетактичный, несдержанный. Сарфатһыҙ кеше. ■ Сарфатһыҙ инде ул, балалар бар тип уйлап та бирмәй. Экспедиция материалдарынан.
САРФЫУ (Р: влияние, следствие чего-л.; И.: influence; T: etki, sonuç) и.
1. Нимәнеңдер ауыр шауҡымы, эҙемтәһе.
□ Влияние, следствие чего-л. Сарфыуға бирелеу. ■ Оҙаҡ ауырыу Мостай Кәримдең ижадына ла сарфыуһыҙ ҡалманы, .. уның купме ҡәҙерле йылдарын йотто, аҙмы тыуыр шиғырҙарын урланы. Ғ. Хөсәйенов. Ил өҫтөнән, ир яҙмышынан шундай дауылдар утә — уларҙың сарфыуы .. кешеләрҙең выжданын ғазаплай, рухын иңрәтеп тора. Ә. Хәкимов.
2. миф. ҡар. сарпыу V.
САРШАУ (Р: занавес; И.: curtain; Т: perde) и. диал. ҡар. шаршау.
Нимәнелер ышыҡлап эленгән ҡорма.
□ Занавес. Саршау элеу. Саршау ҡороу. Саршау тегеу. ■ Саршау элек кенә була ине, хәҙер йәштәр уны ҡормай бит. Экспедиция материалдарынан.
САРШАУ ИТЕ (Р: грудная диафрагма; И.: pectoral diaphragm; T.: diyafram) и. диал. ҡар. күкрәк шаршауы.
Күкрәк ҡыуышлығы менән эс ҡыуышлығын бүлеп торған яры. □ Грудная диафрагма. Саршау ите йыртылған.
САРЫ I бәйл. диал. ҡар. тиклем. Төштән һуңға сары көттө. Төнгә сары эшләне.
САРЫ II (Р: камедь; И.: gum; T.: zamk) и. диал. ҡар. сайыр 1,1.
Ылыҫлы ағастарҙың йәбешкәк ҡуйы һуты. □ Камедь, сок, выделяемый растениями. Ағастың сарысы сыға. Сары йыйыу. Туңдырмаға сары ҡушыу.
САРЫБАШ (Р: крестовник весенний; одуванчик; И.: dandelion; T.: kanaryaotu) и. диал.
1. Бәпембә; һарыбаш. □ Крестовник весенний; одуванчик (лат. Senecio vemalis). Сарыбаш йыйыу. Сарыбаш салаты. Сарыбаш ҡыуыш һабаҡлы була.
428