Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 427 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

САРТ ҺЫНЫУ
ҡырҡ-өйлө-мең ырыуы аймағы. Сарт ырыу байрамы үткәргән.
2. Һатыу итеү, дин таратыу маҡсаты менән Себер, Урал яҡтарына килгән Урта Азия халҡы. □ Сарты (миссионеры и торговцы из Средней Азии).
САРТ II (Р.: подражание треску, издаваемому сухими предметами при ломке; И.: sound imitative word; T: çat) оҡш.
1. Ниндәйҙер нәмәләрҙе (йоҡа ҡаты нәмәләрҙе) ҡапыл һындырғанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание треску, издаваемому сухими предметами при ломке. Сарт һыныу. Сарт итеу. Сарт иттереу. ■ Илһамдың аҡылдан яҙғандай шашып ҡысҡырыуына өләсәһе ҡурҡып китте, ҡулындағы сынаяғын иҙәнгә төшөрөп ебәрҙе, уныһы иҙәнгә сарт итеп ҡаҡлығып, селпәрәмә килеп ватылды. С. Бикмөхәмәтова.
2. Йәбешкән нәмәнән ниҙелер тартып алғанда, сыбыртҡы осо шартлағанда һ. б. сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку при отторжении прилипшего предмета от чего-л., звуку удара кнутом. Йәбешкән әйберҙән нимәнелер тартып алһац, сарт иткән тауыш сыға. Сыбыртҡы сарт итеп шартлай.
САРТ III (Р.: очень сильно; И.: very much; T.: sert)p. диал.
Бик ныҡ, ҡаты итеп. □ Очень сильно. Сарт ҡаршы төшөү.
САРТ ЙӘБЕШЕҮ (сарт йәбеш ) (Р: вцепиться; И.: catch hold of; T.: bütünüyle yapışmak) ҡ. диал.
1. Сат йәбешеү; айырып алғыһыҙ булып, ныҡ тотоноу. □ Вцепиться, схватиться за что-л. Ҡулына сарт йәбешкән. Рулгә сарт йәбешкән. Сарт йәбешеп уҡыу. ■ Шыуып китһәц, таш ни, һин ни, .. сарт йәбешәм таштарыма. С. Ғәбиҙуллин.
2. кусм. Ебәрмәҫкә итеү, үҙеңдеке итергә тырышыу. □ Вцепиться, стараться сделать своим. Китапҡа сарт йәбешеу. ■ Нурлат был картина уҙенеке икәнен әйткәс, бабай: «Күсермәһен беҙгә лә яһап бир!» — тип сарт йәбеште. Ф. Иҫәнғолов.
САРТЛАТЫУ I (сартлат-) (Р: издавать звук, похожий на треск, хруст; И.: klicken; Т.: çat etmek) ҡ.
Сарт иткән тауыш сығарыу; сарт иттереү, сарт-сорт килтереү. □ Издавать звук, похожий на треск, хруст. Сартлатып һындырыу. Сартлатып ярыу. Сартлатып һағыҙ сәйнәү. Телде сартлатыу.
САРТЛАТЫУ II (сартлат-) (Р: раскалывать; И.: cleave; T.: yarmak) ҡ.
Ярыу. □ Раскалывать. Сынаяҡты сартлатыу. Тәрилкәне сартлатыу.
САРТЛАУ I (сартла-) (Р: щёлкать; И.: klicken; T.: çat etmek) ҡ.
Сарт иткән тауыш сығарыу; сарт (II) итеү. □ Щёлкать. Сартлап һыныу. Сартлап ярылыу. Сәйнәгәндә һағыҙы сартлап тора. ■ Йәһәннәм мейестәре сартлап, гөрләп яна башланы. Ш. Шәһәр.
САРТЛАУ II (сартла-) (Р: трескаться; И.: crack; T.: çatlamak) ҡ. диал.
Сатнау, сыйылып ҡына ярылыу. □ Трескаться, треснуть. Йылғаның боҙо сартлаған инде. Тәҙрәнец быялаһы сартлаған.
САРТ-СОРТ (Р: подражание звуку, издаваемому при треске, хрусте; И.: sound imitative word; T.: çatır çutur) оҡш.
Ҡабат-ҡабат сарт (II) иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку, издаваемому при треске, хрусте. Сарт-сорт итеу. Сарт-сорт килеу. Сарт-сорт һыныу. Сарт-сорт төкөрөү. ■ Сыуалға һөйәп ҡуйып яғылған утын киҫәктәре генә, тынлыҡты боҙоп, сарт-сорт осҡондарын сәсә-сәсә, моң тәьҫиренә ойоп уйсан ултырыусы кешеләрҙең йөҙөн яҡтырта. Я. Хамматов. Сара сарт-сорт килтереп .. һағыҙ сәйнәй. С. Агиш. Сыбыртҡыһын сарт-сорт шартлатып, Солтан ағай көтөү ҡыуып сығып бара. Яр. Вәлиев.
САРТ ТА СОРТ оҡш. ҡар. сарт-сорт. Сарт та сорт килеу. Сарт та сорт итеу.
САРТ ҺЫНЫУ (сарт һын ) (Р: ломаться с треском; И.: break with a crack; T.: çat diye kırılmak) ҡ.
Ҡапыл киҫә һыныу; сурт һыныу. □ Ломаться с треском. Аяғы сарт һынған. Тәртәһе сарт һынған.
427