Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 426 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

САРСАУ
һыҙлыҡтан сарсаған сахралар. Н. Иҙелбай. Борсаҡ яуып .. ҡоролоҡтан сарсаған ерҙә ҡалҡып сыҡҡан һирәк-һаяҡ зәғиф ашлыҡтарҙы ла салғы менән сапҡандай тураҡлай, ҡара батҡаҡҡа бутай. Ф. Иҫәнғолов. Өлкөм-өлкөм юшан да, зәғиф кенә ҡыу улән ҡаплаған сарсау Төркостан таҡырҙары, һарыһыу буйҙары артта ҡалды. Ә. Хәкимов.
3. кусм. Нимәгәлер һыуһау; нимәнелер бик ныҡ теләү, ашҡынып теләү; танһығыу. □ Сильно желать, жаждать чего. Белемгә сарсау. Бер курешергә сарсау. Кешесә йә-шәугә сарсау. Сарсаған йән. Сарсаған куңел. Я Был йорәк ярырҙай инрәугә бихисап олоу, ҡанға сарсап ырылдашҡан тауыштар ҡушылды. Т. Ғарипова. Гөлъямалдың атаһы — оҙаҡ йылдар ситтә йөрөп, әҙәмсә йәшәугә сарсап ҡайтҡан кеше — ныҡ егәрле ине. Г. Ғиззәтуллина. Һөйөп, һағынып сарсаған ике йәш йөрәк, әйтерһең, мәңгелеккә тағы берәугә әйләнде. 3. Биишева.
САРСАУ II (Р.: жажда; И.: thirst [for]; T.: susama) и.
Бик ныҡ һыуһау, һыу эске килеү. □ Жажда. / Жаждущий. Сарсауҙы ҡандырыу. Сарсауҙы баҫыу. ■ Сарсауҙан әллә ауыҙы әсегән, әллә кәлсәләге әрем тәменән Зиннәттең урттары көйгәндәй булды. 3. Ураҡсин.
САРСАУ III (сарса-) (Р.: проголодаться; И.: get hungry; T.: acıkmak) ҡ. диал.
Асығыу, ашағы килеү. □ Проголодаться.
■ Сарсап килгәндә йурмә, урап бешерелгән майлы бауыр ашаһаң, бик һәйбәт булып ҡала. Картотека фондынан.
САРСАУ IV (сарса-) ҡ. диал. ҡар. арыу I. Өйгә сарсап килеп индем.
САРСАУЛАУ (сарсаула-) (Р: сильно хотеть пить; жаждать; И.: thirst [for]; T.: susamak) ҡ.
Бик ныҡ һыу эске килеү, кибегеү; тамаҡ кибеү. □ Сильно хотеть пить; жаждать.
■ Аттар сарсаулаған, .. бышҡырҙылар, маңлайҙарын өйкәп ҡапҡаға. М. Тажи.
САР-СОР (Р: подражание визгу; И.: imitation of yelping; T: çığlık sesi) оҡш.
Ҡабат-ҡабат cap (III) иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание визгу. Сар-сор итеу. Сар-сор килеу. Сар-сор ҡысҡырыу. ■ Аҡсарлаҡтар сар-сор аҙыҡ аулай, һыу таҙарта шаулап тулҡындар. Т. Ҡарамышева. Сар-сор итеп йыйылышып киткән тотҡон бисәләрҙе һаҡсылар яман һугеп кире урындарына тараттылар. М. Ишбулатов.
САРСЫҠ (сарсығы) (Р: болезнь грудных детей; И.: infants’ malady; T: bebeklerin hastalığı) и.
1. Балаларҙы артҡа ҡайырылтып, ҡарыштырып илатҡан ауырыу. □ Болезнь грудных детей. Балаһы сарсыҡ менән ауырый икән.
2. миф. Шул ауырыу эйәһе. □ Дух болезни грудных детей, злой демон. Сарсыҡ эйәһен асыуландырырға ярамай.
САРСЫҠ БУЛЫУ (Р: приступ плача у новорождённых детей; И.: crying fit; T: bebeklerin durmadan ağlaması) и. миф.
1. Артҡа ҡайырылыу, ҡарышып илау (балаға ҡарата әйтелә). □ Приступ плача у новорождённых детей. Я Бала артҡа тартышып илаһа, сарсыҡ булған, тиҙәр. «Башҡорт мифологияһы»нан.
2. Сарсыҡ эйәһенән килгән ауырыу. □ Болезнь, вызванная духом болезни грудных детей. Я Сарсыҡ булыу ен-елпеу һуғылғандан була. «Башҡорттарҙың им-том китабы»нан.
САРСЫЛЫУ (сарсыл-) (Р: трескаться; И.: crack; T: çatlamak) ҡ. диал.
Ярсылыу; сатнау. □ Трескаться. Я Бурәнә шытырланы, сарсылды һәм урталай ярылды. Я. Хамматов. Тау ташын зыяратҡа ҡуймайҙар, ул сарсыла. Экспедиция материалдарынан.
САРТ I (Р: название ряда родовых подразделений башкир; И.: name of Bashkir tribal subdivisions; T: Başkurt soylarının ismi) и. этн.
1. Төрлө ырыуҙар составына ингән аймаҡтар исеме. □ Сарт (название ряда родовых подразделений башкир). Сарттар йыйылып килгән. Сарт нәҫеленән. Сарт —
426