Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 425 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

САРСАУ
Ен ҡағылыу, сарпыу тейеп ауырыу.
□ Заболевание от прикосновения нечистой силы. М Сарпыу ҡағылһа, йомортҡа, тоҙ, сәй, көл, күмер, ҡаҙаҡ алып, сарпыу тип, баш-күҙҙән әйләндереп, шаршамбы көн ташлайҙар. «Башҡорт мифологияһы »нан.
САРПЫУЛАНЫУ (сарпыулан-) ҡ. диал. ҡар. сабыртыу. Ирен сарпыуланды. Тән сар-пыуланыу.
САРПЫУ ТАШЛАУ (Р: магический способ лечения от болезни, вызванной нечистой силой; И.: incantation agairst devilry; T.: büyü ile tedavi etme) и. миф.
Сарпыу ҡағылыуҙан им-том итеп дауалау.
□ Магический способ лечения от болезни, вызванной нечистой силой. И Сарпыуҙан ҡотолоу өсөн сарпыу ташлау йолаһын атҡаралар, йәғни ауырыуҙың кейемдәрен систереп, һуйған тауыҡ ҡанына буяп, шуны ташлайҙар. Шунан сарпыу китә тиҙәр. «Башҡорттарҙың им-том китабы»нан.
САРПЫУ ТАШЛАУСЫ и. ҡар. имсе.
■ Сарпыу булһа, сарпыу ташлаусы ауырыуҙың им-том иткәндә кейгән кейемдәрен кеше йөрөмәгән ергә ташлап китә. «Башҡорттарҙың им-том китабы»нан. Сарпыу ташлаусы Хәйриямал эбей була торғайны беҙҙең ауылда. Экспедиция материалдарынан.
САРПЫУ ТЕЛЕ и. миф. ҡар. сарпыу әпсене. ■ Йығылған ергә сарпыу теле әйтеп, ете әйбер күмәләр. «Башҡорттарҙың им-том китабы »нан.
САРПЫУ ӘПСЕНЕ (Р.: заговор от болезни, вызванной нечистой силой; И.: incantation from devilry; T.: cin musallatından kurtulmak için dua) и. миф.
Сарпыу ауырыуы им-томо. □ Заговор от болезни, вызванной нечистой силой.
■ Сарпыу әпсене миҫалы: — Ни булған? — Сарпыу булған. Шуны имләйем. 1, 2, 3, 4, 5, 6, 7, 8, 9, 10. Бер — белекһеҙ булһын; ике, өс — осһон, китһен; дүрт, биш — биҙһен, китһен; алты, ете — елгә, ҡуҙға; һигеҙ, туғыҙ — туң тупраҡҡа; ун — уңға. — Имләп ҡайтмаһаң, миңә оят; имләп ҡайтһаң, һиңә оят. Тфү, тфү, тфү. Минең телем түгел, Ғәйшә, Фатима теле. Тфү, тфү, тфү. Име-
томо шул булһын! «Башҡорттарҙың им-том китабы»нан.
САРПЫ-ҺАРПЫ (Р: разные чурки, щепки; И.: wooden shaving; T.: her türlü yongalar) и. диал.
Ҡый, сүп-сар, тап-топ. □ Разные чурки, щепки (мусор при заготовке дров, строительстве деревянных построек). Сарпы-һарпыһын йыйып мейескә яғырға кәрәк.
САРСАР [ғәр. (Р: жгучий мороз; И.: bitter frost; T.: pek şiddetli soğuk) и. uçk.
1. Ҡышҡы әсе һыуыҡ ел. □ Жгучий мороз. Сарсар бураны. Сарсар һыуығы.
2. Яҙғы әсе буран; февраль бураны.
□ Жгучий весенний буран; февральский буран. Төҙөүселәр ҡышҡы сарсарҙа ла эшләп яфаландылар. ■ Сарсар етә, танау-битеңде өтә. Һынамыш.
САРСАТЫУ (сарсат-) ҡ.
1. йөкм. ҡар. сарсау I, 1, 2. понуд. от сарсау I, 1, 2. ■ Килер бер көн, иренегеҙҙе сылатырға ла һыу бирмәй сарсатырбыҙ. Т. Хәйбуллин. Нисек кенә мине ер йотмай ҙа, нисек кенә бынау ҡояш киптереп, сарсатып үлтермәй. Т. Ғарипова.
2. Бик ныҡ киптереп, ҡорғаҡһытыу.
□ Иссушать, иссушить. Йылғаларҙы сарсатҡан. Ерҙе сарсатҡан. Ҡояш ҡыҙыуы ерҙе лә сарсатҡан.
3. эйһ. ф. ҡар. сарсау 1,1. безл. ф. от сарсау I, 1. Бик ныҡ сарсатты.
САРСАУ I (сарса-) (Р: сильно хотеть пить; жаждать; И.: thirst [for]; T.: susamak) ҡ.
1. Бик ныҡ һыу эске килеү, кибегеү; тамаҡ кибеү. □ Сильно хотеть пить; жаждать. Эҫелә сарсау. Сарсап, һыу һорау. ■ Кинйәһолтан еңгә башын ҡырыныраҡ һалып, сарсап һыу эскәндәгеләй еп-еңел йырлап ебәрер ине. Б. Рафиҡов. Тынмағандай булам ҡурайыңды моңға сарсап киткән саҡтарҙа. А. Баһуманов. Сарсап килгән Фәһим сынаяҡ аҫтын ҡулына алыуы булды, Гөргөри бабай: «Фирҙәүес ҡыҙым, һөт сығар әле», — тип ейәнсәренә өндәште. И. Ғиззәтуллин.
2. Бик ныҡ кибеү, ҡорғаҡһыу. □ Иссыхать, иссохнуть. Йылғалар сарсаған. Ер сарсаған. ■ Кайҙа ғына ҡарама — һыу
425