САРПЫНДЫ
САРПЫНДЫ (Р.: щепка; осколок; И.: chip; T.: yonga) и. диал.
Ярсылып сыҡҡан бер киҫәк. □ Щепка; осколок. Ағас сарпындыһы. Сарпынды менән ут тоҡандырыу. Сарпынды һалыу.
САРПЫП ҠАРАУ (сарпып ҡара-) (Р.: метнуть взгляд; И.: flash a glance at; T: göz atmak) ҡ. диал.
Һирпеп ҡарау, ҡараш ташлау. □ Метнуть взгляд. Сарпып ҡына ҡарап алды ла сығып китте.
САРПЫУ I (сарпы-) (Р: расщеплять, расщепить; И.: splinter; T.: yarmak) ҡ. диал.
Ваҡ-ваҡ итеп, сыралап ярыу; өрпәкләү, юнысҡылау. □ Расщеплять, расщепить. Утын ағасын сарпыу. Ағасыңды сарпып һал самауырға. ■ Ҡарағастарҙы сарпып, ярғыслап, сатын сатҡа айырып, арҡыс та торҡос йығып бөттө. «Ҡуңырбуға».
САРПЫУ II (Р: прибой; И.: surf; Т.: çatlak) и. диал.
1. Тулҡын ҡаҡҡан һыу сите; типкен. □ Прибой. / Прибойный. Көслө сарпыу. Диңгеҙ сарпыуы. Сарпыу тулҡыны. Сарпыу шауы.
2. Быуа һыуының, ташҡын йылғаның ситкә тибеп сыҡҡан өлөшө. □ Верхняя граница запруды на реке. Һыу сарпыуында ятыу. Быуаның сарпыуы бик алыҫ киткән.
САРПЫУ III (сарпы-) (Р: плеснуть чем; И.: bedash; T.: sıçratmak) ҡ.
1. Һирпеп ситкә ҡағыу; сайпыу (шыйыҡлыҡты). □ Плеснуть чем. Ишкәк менән һыуҙы сарпыу.
2. Килеп тейеү, яралау (пуля, снаряд һ.б. ҡарата). □ Попадать (о пуле, снаряде и т. п.). Таш тәҙрәгә сарпыны. ■ Нисә ярсыҡ тәнең йыртманы, нисә пуля сарпып йыҡманы. С. Кулибай.
3. кусм. Килеп тейеү, яралау (уйға ҡарата). □ Стрельнуть, прорезать (о мысли). ■ Алдан ике һыбайлы елә, улар артынан өс ат мисәп егелгән ҙур көймәле карета сайҡала. Уларҙы куреу менән Алдарбайҙың мейеһен: «Моғайын, батша уҙе», — тигән уй сарпып утте. Н. Мусин. Ҡот осҡос уй, йәшен кеуек, уның мейеһен сарпып уткәндәй булды. Ф. Иҫәнғолов.
САРПЫУ IV (Р.: действие, следствие чего-л.; И.: adverse effect; T: etki) и.
1. Ниҙеңдер зыянлы йәки ыңғай тәьҫире, шауҡымы. □ Действие, следствие чего-л. (отрицательное или положительное). Йәшен сарпыуы. Һуғыш сарпыуы. ■ Кинйәнең бурыл аты һис өркәк булмаһа ла, тегеләрҙең [ҡасҡындарҙың] ҡапыл һай-һайлауынан өркөп, һул яҡҡа янтая биреп урәпсене лә, шул сарпыуынан туҡтай алмайынса, юл буйлатып һыпыртты. Ғ. Ибраһимов. Ә беҙгә йәшен шарынан бер нәмә лә булманы, сарпыуы ла ҡағылманы. Ғ. Ишбулатов. Өс усаҡтан ҡыҫыҡ куҙебеҙгә сарпылыр ҙа осҡон айнытыр. Илем, Телем, Ерем — шул өс иман булһа ғына башҡорт халыҡтыр! Т. Ғәниева.
2. кусм. Ситтән ҡағылған көслө тәьҫир; типкен, шауҡым. □ Течение; поток. Тормош сарпыуы. Ялҡын сарпыуы. Оптимизация сарпыуы һаман йәйелә, көсәйә.
САРПЫУ V (Р: заболевание, вызванное нечистой силой; И.: malady due to devilry; T: cin musallatı) и.
1. миф. Ышаныуҙар буйынса, ен ҡағылғандан килгән ауырыу. □ Заболевание, вызванное нечистой силой. Сарпыу ҡағылыу. ■ Сарпыу ел, ҡойон, ерҙән ҡалҡҡан боҫ, йылы ямғыр булып та ҡағыла икән. Мәйет һыуы туккән ергә баҫһаң, сарпыу була. «Башҡорт мифологияһы»нан.
2. диал. Тәндең сабыртып сығыуы. □ Сыпь. Сарпыу сыҡҡан. Сарпыу сәберткән.
САРПЫУ ДОҒАҺЫ (Р: молитва от болезни, вызванной нечистой силой; И.: incantation from devilry; T: cin musallatından kurtulmak için dua) и. миф.
Сарпыуҙан һаҡланыу доғаһы. □ Молитва от болезни, вызванной нечистой силой. ■ Сарпыу доғаһын һәр саҡ у ҙең менән йөрөтөргә кәрәк. «Башҡорт мифологияһы»нан.
САРПЫУ ИМЛӘҮ и. миф. ҡар. сарпыу ташлау. Сарпыу имләгәндә төрлө нәмәләр: аҙыҡ-тулек, көл, кумер, ҡаҙаҡ ҡулланыла.
САРПЫУ ҠАҒЫЛЫУ (Р: заболевание от прикосновения нечистой силы; И.: malady due to devilry; T: cin musallatı) и. миф.
424