САРПЫЛЫУ
көҙгә ҡарай үлән орлоҡтары менән туҡлана.
Э. Ишбирҙин.
САРЛАШЫУ (сарлаш-) ҡ.
1. урт. ҡар. сарлау I, 1. взаимн. от сарлау I, 1. Балта сарлашыу. Бәке сарлашыу. Ҡылыс сарлашыу.
2. урт. ҡар. сарлау III. взаимн. от сарлау III. Бүлмәнән сарлашҡан тауыштар ишетелә.
САРЛЫЙ и. диал. ҡар. селбәрә 1, 2. Сарлый тотоу. Сарлый һөҙөү.
САРМАТ [лат. Sarmatae] (Р.: сарматы; И.: Sarmatian; T.: Sarmatlar) и. этн.
Беҙҙең эраға тиклемге VI—IV быуаттарҙа Волга буйы, Аҙау, Ҡара диңгеҙ буйы һәм Урал алды далаларында йәшәгән, малсылыҡ менән шөғөлләнгән күсмә ҡәбиләләрҙең дөйөм атамаһы. □ Сарматы. / Сарматский. Сармат ырыуҙары. Сармат ҡурғандары. ■ [Ялҡынбай:] Сармат — беҙҙең уртаҡ ата-баба. Тик беҙ барыбер уларға күк Уралды биреп ҡуйырға йыйынмайбыҙ. Б. Рафиҡов. Тарихсылар фаразынса, беҙҙең эраға тиклем өсөнсө быуатта көнбайыш скифтарға көнсығыштан килгән ҡәрҙәш сарматтар килеп ҡушылалар. «Ватандаш», № 7, 2000.
САРПАЙЫУ (сарпай-, сарпая) (Р: рассесться; И.: sit at ease; T.: rahatça oturmak) ҡ. диал.
Ярпайыу, киң йәйелеү. □ Рассесться. Сарпайып ултырып алған. Креслоға йәтеш кенә итеп сарпайған.
САРПАҠЛАНЫУ (сарпаҡлай-) ҡ. төш ҡар. сарпаҡлау, страд, от сарпаҡлау. М Ағастың .. ҡайыры сыйылып, сарпаҡланыҡ бөткән. Ғ. Әмири. Таштар .. күмер төҫлө сарпаҡлана. М. Ғәли.
САРПАҠЛАУ (сарпаҡла-) (Р: расщеплять; И.: splinter; T.: yarmak) ҡ.
Ваҡ ҡына йоҡа, буй-буй киҫәктәргә ярғыслау; сәрпәкләү. □ Расщеплять. // Расщепление. Сарпаҡлап ташлау. Утынды сарпаҡлап ярыу. Сыраны сарпаҡлау. К [Мәктәптең] йоҙағы ватылмаған, ә эстә ҡара таҡта сарпаҡлап ярып ташланған. 3. Биишева.
САРПАНЛАТЫУ (сарпанлат-) ҡ. диал. йөкм. ҡар. сарпанлау, понуд. от сарпан
лау. Байраҡты сарпанлатыу. И Ҡолондар ҡойроҡтарын сарпанлатып, йәшел бесәнде яратып ашай. Б. Бикбай.
САРПАНЛАУ (сарпанла-) (Р: развеваться; И.: sway; T.: dalgalanmak) ҡ. диал.
1. Елпелдәү, елберләү. □ Развеваться, колебаться, колыхаться. Ялҡын телдәре сарпанлай.
2. Ялпылдау; бик шәп йөрөү. □ Быстро, стремительно двигаться. Сарпанлап барыу. Сарпанлап атлау.
САРПИНКА [рус. сарпинка ‘Сарпа йылғаһы исеменән’] (Р: сарпинка; И.: sort of textile; T.: bir tür kumaş) u.
Буй-буй йәки шаҡмаҡлы йоҡа кизе-мамыҡ туҡыма. □ Сарпинка (тонкая бумажная ткань в клетку или в полоску). / Сарпинковый. Сарпинка киҫәге. Сарпинка күлдәк. Сарпинка салбар.
САРПЫ [ғәр. (Р: щепка; осколок; И.: chip; T.: yonga) и.
Бәләкәй бер киҫәк; осмот. □ Щепка; осколок. Кирбес сарпыһы. Осҡон сарпыһы. Осҡондан бер сарпы.
САРПЫЛЫУ I (сарпыл-) ҡ. төш. ҡар. сарпыу I. страд, от сарпыу I. Ағас сарпылыу. Ҡайын сарпылған. М Сарпылып киткәндәй булды кинәт тояҡтар тупыл-дауы. Ф. Күзбәков. һалдат бәләкәй генә крәҫтиән өйөнөң снаряд ярсыҡтары менән сарпылған тупһаһына ултырған да, котело-гынан ҡатыҡ эсә. Н. Иҙелбай.
САРПЫЛЫУ II (сарпыл ) (Р: расплёскиваться; И.: spill; T.: çalkalanmak) ҡ.
Ниндәйҙер бер көс тәьҫир итеп, сайҡалып, тулҡынланып ситкә ҡағылыу; сайпылыу. □ Расплёскиваться, разливаться. Сарпылып китеү. S Кинәт ер тетрәне. Күлдәр сарпылдылар, күк сайҡалды. X. Түләкәев. Француздар менән нисәмә йыл йөҙгә-йөҙ килештеләр. Ҡылысҡа ҡылыс сарпылып сыңланы. Ф. Аҡбулатова.
САРПЫЛЫУ III (сарпыл-) (Р: заболеть от прикосновения нечистой силы; И.: fall sick due to a hex; T.: cin musallatı) ҡ. миф.
Ен ҡағылғандан ауырыу. □ Заболеть от прикосновения нечистой силы. Ен еле сарпылыу.
423