Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 422 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

САРЛАНЫУ
САРЛАНЫУI (сарлан-) ҡ.
1. төш. ҡар. сарлау 1,1. страд, от сарлау 1,1. Сарланған балта. ■ Баш оҫта [Хөрмәт] әлегә йыуаш ҡына күренгән, әммә тиҙҙән кеше баштарын ҡыясаҡ ҡорос киҫәген тегеләй ҙә, былай ҙа бөгөп ҡараны, уңға-һулға һелтәп һауаны нисек һыҙғыртыуын тыңланы ла: «Ярарлыҡ. Яҡшы сарланған», — тип тимерсегә кире бирҙе. Б. Рафиҡов. Димләй белһәң, йылан да, ҡыҙын бирәм тиер, тип, бүтәнде — ҡылыстың сарланғанын табып, әжерен мул ғына һондо [Туҡтағол]. Ғ. Ибраһимов.
2. күсм. Эштә, тормошта тәжрибә туплап оҫтарыу; йышылыу, шымарыу. □ Становиться бывалым, опытным; поднатореть. Сарланған кеше. ■ Шәүәли телгә шәп. Күрәһең, политкаторжандар менән дә аҙ-маҙ аралашҡандыр инде, яҡшы ғына сарланып алған. Б. Бикбай. Алдына алған «линия »ны уткәреуҙә Яков етерлек сар-ланғайны. Яр. Вәлиев.
♦ Сарлап ҡуйған <кеүек> (тел хаҡында) яуапҡа үтә оҫта, шып-шыма. □ Как заточенный; находчивый. Әхирәтемдең теле сарлап ҡуйған тиерһең.
САРЛАНЫУ II (сарлан-) (Р.: стать протоптанным; И.: become trodden; T.: çığır açmak) ҡ.
Cap һалыныу; йәнлек һуҡмағының та-палыуы; күп йөрөп һуҡмаҡланыу. □ Стать протоптанным (появление лаза) (о следах зверей). Төлкө эҙе сарланған. Ҡуян юлы ла сарланған. Урман йәнлек эҙҙәре менән сарланып бөткән.
САРЛАТЫУ (сарлат-) ҡ. йөкм. ҡар. сарлау I, 1. понуд. от сарлау I, 1. Бысаҡ сарлатыу. Тәпке сарлатыу. Бәке сарлатыу. Балта сарлатыу.
САРЛАУ I (сарла-) (Р: точить; И.: whet; T.: bileği taşında bilemek) ҡ.
1. Сарға (I) тотоп үткерләү. □ Точить, затачивать, натачивать, оттачивать. // Точка, заточка (на точильном станке). Сарлауға ҡаты. Сарлау станогы. Бәке сарлау. ■ Сарланыҡ булат ҡылысты, яндырҙыҡ дошман яуын. Ғ. Әмири. Былар [дейеүҙәр] бик уткер итеп балта сарлай. Әкиәттән. Өйгә ҡайт
ҡас, Фәһимдең атаһы: «Олатайың бында балта сарларға көтә, ә һин әллә ҡайҙа йөрөйһөң», — тип әрләй башланы. И. Ғиззәтуллин.
2. кусм. Күп тәжрибә биреп, күп ныҡып нимәгәлер әҙерләү, оҫтартыу; йышыу, шымартыу. □ Оттачивать; научить, готовить. Эшкә ҡулды сарлау. ■ Алдан сарлап ҡуйылған бисәләр .. күтәрелде лә китте. Б. Бикбай. Илебеҙҙең шаулы йөрәгендә белем менән сарлап аҡылың, уҡы, тырышып уҡы, тиҙерәк инженер бул инде, аҡыллым. X. Ҡунаҡбай. Ваһап бабаһы Сөнәғәтте Гумәр ауылына кире бармау яғына бер аҙ сарлағайны инде. Ж. Кейекбаев.
♦ Тел сарлау юҡ-бар һөйләп һүҙ көрәштереү. □ Точить лясы. ■ [Рахман:] һеҙ, ҡыҙҙар, бында эшләргә килдегеҙме әллә тел сарларғамы? Ә. Вәли. Быларға эшләргә тугел, тел сарларға ғына кәрәк. Д. Бүләков. «һин эшләйһең, ә маҡтауҙы Фомин ишетә», — тип тел сарлаусылар юҡ тугел ине. Ә. Хәкимов.
САРЛАУ II (сарла-) (Р: протоптать тропу (о следах зверей); И.: tread (much); T: çığır açmak) ҡ.
Cap (II) һалыу; күп йөрөп һуҡмаҡлау (ҡуян, төлкөгә һ.б. ҡарата). □ Протоптать тропу (о следах зверей). Ҡуян күп йөрөп, һуҡмағын сарлаған. Төлкө эҙен сарлаған.
САРЛАУ III (сарла-) (Р: визжать; И.: shriek; T: tiz sesle bağırmak) ҡ. диал.
Сарылдау, әсе тауыш сығарыу. □ Визжать, издавать крик, визг. Сусҡа балаһы сарлай. Сарлап илау. ■ Көтөлмәгән хәлдән ҡаушау ғына түгел, бер ауыҡ һушын юғалтыу хәленә еткән Гөлнаһар, саҡ аңына килеп, сарлап ҡысҡырып ебәрҙе. Ғ. Ибраһимов.
САРЛАУЫҠ (сарлауығы) (Р: жаворонок; И.: lark; T: toygar) и. зоол. диал. ҡар. һабан турғайы.
Юғарыла бер урында талпынып-талпынып һайрай торған күсмә ҡош. □ Жаворонок (лат. Alauda arcensis). ■ Сарлауыҡ яңғыратып һайрай һәм оҙайлы сырылдай. Сарлауыҡ яҙғыһын һәм йәйгеһен бөжәктәр,
422