СЕЙӘЛӘШЕҮ
Үҙ-ара алышыу; бәхәсләшеү; тартҡылашыу. □ Тягаться с кем. // Тяжба. Ер өсөн сейәләшеу. Ҡыҙ өсөн сейәләшеу.
СЕЙӘЛӘШЕҮ II (сейәләш-) (Р.: противиться; И.: resist; make a stand; T: direnmek) ҡ. диал. ҡар. ҡарышыу I.
Риза булмай талашыу; ҡаршылашыу.
□ Противиться, сопротивляться. Бармаҫҡа сейәләшеу. Тегеләр бирмәй сейәләшә икән документты. ■ Бына, ҡоҙа, аҙаҡ һуҙ: беләбеҙ аҡсаң барын, буләк бирмәй сейәләшһәң, кейҙерәбеҙ сей ҡарын. Туй йырынан.
СЕЙӘПӘ (Р: грязнуля; И.: grubby urchin; T: pis adam) и. диал.
1. Үҙен тотоуҙа, эш башҡарыуҙа йыйнаҡлыҡ, бөхтәлек етешмәгән, тейешле тәртипте, таҙалыҡты һаҡламаған, әрпеш, бысраҡ кеше. □ Грязнуля. Сейәпә кеше. ■ [Хисмәтулла:] Улар бик сейәпә шул. .. Миңә таҙа кеше кәрәк. Я. Хамматов.
2. Эш рәте белмәгән, булдыҡһыҙ. □ Растяпа. ■ [Ғәйшә — Айбикәгә:] Килен, бында ҡомғаныңда һыу бөткән, шуны ла ҡарап ҡуйырға ярамайһың. .. Был тиклем сейәпә булырһың икән. һ. Дәүләтшина.
СЕКАНС [лат. secans ‘киҫеүсе’] (Р: секанс; И.: secant; T: sekant) и. мат.
Мөйөштөң тригонометрик функцияларының береһе — тура мөйөшлө өсмөйөштә гипотенузаның күрһәтелгән мөйөш эргәһендәге катетҡа нисбәтенән ғибәрәт. □ Секанс. Мөйөш секансы.
СЕКАТОР [фр. secateur < лат. secare ‘киҫеү’] (Р: секатор; И.: clipper; T.: bahçıvan makası) и.
Ботаҡ ҡырҡа торған ҙур баҡса ҡайсыһы.
□ Секатор. Секатор менән ҡырҡыу.
СЕКВЕСТР [ингл. < лат. sequestrum ‘тышҡа сығарыу, айырыу’] (Р: секвестр; И.: sequestrum; T.: haciz, seküistro) и.
1. юр. Хөкүмәттең дәүләт мәнфәғәтендә ниндәйҙер милектән файҙаланыуҙы тыйы-уы йәки сикләүе. □ Секвестр (запрет или ограничение, устанавливаемые органами государственной власти на использование или распоряжение каким-л. имуществом). Секвестрға алыу. Секвестр һалыу. Мөлкәткә секвестр һалыу.
2. Бүленә торған милекте суд ҡарары буйынса еңеүсегә тапшырыу өсөн өсөнсө кешегә (управляющийға йәки һаҡлаусыға) биреп тороу. □ Секвестр (передача делимого имущества третьему лицу (управляющему или хранителю) в целях последующей передачи выигравшему судебный процесс). Ирекле секвестр. Мэжбури секвестр.
3. мед. Һөйәктең һиҙеү һәләтен юғалтҡан, үлек өлөшө. □ Секвестр (омертвевший участок кости). Секвестрҙарҙан таҙартыу. Секвестрҙарға операция яһау.
4. иҡт. Дәүләт бюджетын йәки айырым статьяларын үтәгәндә сығымдарҙы кәметеү. □ Секвестр (сокращение расходов при исполнении отдельных статей или всего государственного бюджета). Секвестрҙың төрлө сәбәптәре булыуы мөмкин. Бюджет төҙөгәндә йәки алдан куҙалламаған хәлдәрҙә секвестр ҡулланырға мәжбур булаһың.
СЕКВЕСТРЛАНЫУ (секвестрлай-) ҡ. төш. ҡар. секвестрлау, страд, от секвестрлау. Секвестрланған милек.
СЕКВЕСТРЛАУ (секвестрла-) (Р: секвестрация; И.: sequestrate; T.: haczetmek) ҡ. юр.
Секвестр һалыу; секвестрға алыу. □ Секвестрация. Хөкумәттең мөлкәтте секвес-трлауы.
СЕКВОЙЯ [Америка индеецтары теленән] (Р: секвойя; И.: sequoia, red wood; T.: sekoya) и. бот.
Төньяҡ Америкала таралып, 2000—2500 йәшкә еткән бик мөһабәт мәңге йәшел ылыҫлы ағас. □ Секвойя (лат. Sequoia). Секвойяның бейеклеге 110 метрға, ҡабығының ҡалынлығы 30 сантиметрға етә. Секвойя дымлы урында уҫә, бигерәк тә диңгеҙ ярында була.
СЕКЕРЕЙ (Р: узкоглазый; И.: narroweyed; T.: kısık gözlü) с. диал.
1. Бәләкәй күҙле. □ Узкоглазый. Секерей куҙле малай. Секерей куҙен тағы ла секерәйтеп ҡарап тора.
2. Тиҫкәре. □ Упрямый. Бигерәк секерей бала.
472