СЕКРЕТАРЬ
СЕКЕРЕШ (Р.: прочный, плотный; крепкий; И.: dense; sturdy; T.: sağlam) с. диал. ҡар. беше 1,1.
Ныҡ. □ Прочный, плотный; крепкий. Се-кереш туҡыма.
СЕКЕРӘЙЕҮ (секерәй-) (Р: выпучивать, выпучить глаза (со злостью); И.: go bug-eyed; T.: gözleri faltaşı gibi açmak) ҡ. диал.
Асыу менән текләп ҡарау. □ Выпучивать, выпучить глаза (со злостью). ■ Штаб офицеры Сафыйға секерәйеп ҡараны ла шыҡ-шыҡ баҫып китеп барҙы. С. Шәрипов. Ҡарт кейәүгә ишһенмәү генә түгел, Аҡҡалпаҡ уны ендән яман күрҙе. Биттәре сирышып бөткән, күҙҙәре секерәйгән. Ғ. Ибраһимов.
СЕКРЕЙ (Р.: пучеглазый; И.: bug-eyed; Т.: patlak gözlü) с.
Мызлап янып, секрәйеп торған (күҙгә ҡарата). □ Пучеглазый. Секрей күҙ кеше.
СЕКРЕТ I [фр. secret < лат. secretum ‘сер’] (Р: секрет; И.: secret; T.: sır) и. ҡар. сер.
1. Ниндәйҙер йәшерен нәмә. □ Секрет (тайна, что-то скрываемое). Секретта тотоу. Кешенец секретын һатмайҙар.
2. Йәшерен ысул. □ Секрет (тайный способ). Производство секреты. Эшләү секреты.
3. Йәшерен, кеше белмәгән сәбәп. □ Секрет (скрытая причина). Йәш булып ҡалыу секреты. Матурлыҡ секреты.
4. Механизмдағы йәшерен нәмә. □ Секрет (потайное устройство в механизме). Йоҙаҡтың секреты.
СЕКРЕТ II [фр. secret < лат.] (Р: секрет; И.: listening post; T.: pusu) и. хәрби.
Дошман яғынан күренмәҫлек итеп ҡуйылған өҫтәмә йәшерен һаҡ. □ Секрет (передовой военный наблюдательный сторожевой пост). Секрет ҡуйыу. Секретка йөрөү.
СЕКРЕТ III [лат. secretus ‘бүленеп сыҡҡан’] (Р: секрет; И.: discharge; T.: salgı) и. физиол.
Кеше һәм хайуандарҙа биҙ эшләп һәм бүлеп сығарған төрлө матдә (төкөрөк, тире майы, гормондар, һөт һ. б.). □ Секрет (вещество, вырабатываемое клетками различных желёз и необходимое для деятельности организма). Ашҡаҙан аҫты биҙе секреты. Секрет сығарыу.
СЕКРЕТАРИАТ [фр. secretariat] (Р: секретариат; И.: secretariat; T.: müdüriyet) и.
1. Ойошманың көндәлек ойоштороу -башҡарыу эшен алып барған бүлек һәм шул бүлектә эшләгән кешеләр төркөмө. □ Секретариат (отдел учреждения, орган, выполняющий организационно -руководящую или секретарскую работу). Секретариат ултырышы. И Әсғәт Мирзаһитов.. идаранан тыш, секретариат тигән нәмә булдырғайны. Н. Мусин.
2. Ҙур йыйылыштарҙа протокол яҙыу өсөн һайланған кешеләр. □ Секретариат (лица, избираемые на собрании для ведения протокола ).
СЕКРЕТАРЛЫҠ (секретарлығы) (Р: секретарство; И.: secretaryship; T.: sekreterlik) и.
Секретарь эше һәм вазифаһы. □ Секретарство. Секретарлыҡ осоро. ■ Хәйер, әллә ни тырышырға тура килмәй уға, сөнки секретарлыҡҡа конкурс булмай. Ә. Хәкимов.
СЕКРЕТАРЬ [фр. < лат. secretarius ‘ышаныслы кеше’] (Р: секретарь; И.: secretary; Т.: sekreter) и.
1. Ойошманың йәки айырым бер кешенең бөтә төр эш ҡағыҙҙарын алып барған кеше. □ Секретарь (служащий, ведающий делопроизводством учреждения, отдельного лица). / Секретарский. М Секретарь ҡыҙ уның [Вәлимәнең] ярһыуын, бөтә йөҙөн, хатта керпектәрен саң баҫып бөтәүен шул саҡта ғына абайланы, аптырап, урынынан ырғып төрҙо. Н. Мусин. Секретарь ҡатын уның өндәшеүенә иғтибар итмәгән кеүек булһа ла, ҡапыл көплө ҡалын ишекте асып эскә инеп китте. Д. Бүләков. Тимерғәлин, кәрәк булһа, барғас берәй оперативник саҡыртырмын әле, тип секретарға ғына үҙенең ҡайһы ауылға барыуын әйтте. М. Ишбулатов.
2. Йыйылышта протокол алып барған кеше; сәркәтип. □ Секретарь (лицо, ведущее протокол собрания, заседания и т. п.). Йыйылыш секретары. Секретарь һайлау. Дәүләт секретары.
473