Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 474 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СЕКРЕТЕР
3. Партия, профсоюз һ. б. йәмәғәт ойошмаһының һайлап ҡуйылған етәксеһе. □ Секретарь (название руководящей должности в ряде общественных организаций). Генераль секретарь. М Профком секретары итеп һауынсы Гөлзаданы һайланылар. Б. Бикбай. Секретарь сыҡҡас, Ихсанбай әсәһе менән икәуҙән-икәу генә ҡалды. Т. Ғарипова.
СЕКРЕТЕР [фр. secretaire ‘өҫтәл’] (Р.: секретер; И.: drop-front secretary; T.: masa) и.
Ҡағыҙҙар һ. б. нәмәләр һаҡлау өсөн бик күп тартмалы, яҙышыу өсөн ҡайтармалы таҡтаһы булған бәләкәй өҫтәл төрө. □ Секретер. Тәуге секретерҙар 1730 йылда эшләнгән. Секретерҙар тәуҙә «ҡатын-ҡыҙ өҫтәле» тип йөрөтөлгән.
СЕКРЕТЛЫ (Р: с секретом; И.: having а secret; T.: gizli) с.
Секреты булған. □ С секретом. Секретлы йоҙаҡ.
СЕКРЕТОР [лат. secretio ‘айырыу, бүленеү’] (Р: секреторный; И.: secretory; T.: salgı ile ilgili) с. физиол.
Секрецияға мөнәсәбәтле. □ Секреторный (относящийся к процессу или продуктам секреции). Секретор ағза. Биҙҙәрҙең секретор эшмәкәрлеге.
СЕКРЕЦИЯ [лат. secretio ‘айырыу, бүленеү’] (Р: секреция; И.: secretion; Т.: sekresyon) и. физиол.
Организмға тереклек өсөн кәрәк булған махсус матдәләрҙең биҙ тарафынан яһалыуы һәм бүленеүе. □ Секреция (образование и выделение железами особых веществ, необходимых для жизнедеятельности организма). Биҙҙәр секрецияһы. Тышҡы секреция. Эске секреция.
СЕКРӘЙЕҮ (секрәй ) (Р: выпучивать, выпучить (глаза)', И.: goggle; T.: dikilmek) ҡ.
1. Аптырауҙан, ғәжәпләнеүҙән һ. б. ныҡ төбәлеү (куҙгә ҡарата). □ Выпучивать, выпучить (глаза)', смотреть очень пристально. Куҙҙәре секрәйгән. ■ Әле генә асыулы, куҙҙәре секрәйеп ҡарап торған ҡыҙ ҡапыл уҙгәрҙе лә ҡуйҙы, хатта йылмайырға иткән төҫлө тойолдо. Н. Мусин. Ихсанбай, сараһыҙлыҡтан ауыҙлыҡ сәйнәгән айғыр кеуек борһаланып,
һыңар куҙен секрәйтеп, мендәренә ауҙы. Т. Ғарипова.
2. Бер йүнәлештә ныҡ төбәлеп текләү.
□ Выпучивать, выпучить (глаза)', смотреть очень пристально.
СЕКРӘЙЕШЕҮ (секрәйеш ) ҡ. урт. ҡар. секрәйеү 1. взаимн. от секрәйеү 1. Секрәйешеп ҡарау.
СЕКРӘЙТЕҮ (секрәйт-) (Р: уставиться на кого-что; И.: stare at; T.: dikilmek) ҡ.
Аптырап, ғәжәпләнеп, күҙҙе ныҡ асып төбәү. □ Уставиться на кого-что; смотреть очень пристально, вперить взгляд. Куҙҙе секрәйтеп ҡарау. Куҙҙәрен секрәйтеп баҫып тора. ■ Белов, алдында ултырған кешене яҡшыраҡ курергә теләгән һымаҡ, куҙҙәрен секрәйтеп Буранға ҡараны. Ә. Бикчәнтәев. [Гөлсирә:] Радио һөйләп торғанда, китаптар нимәгә кәрәк? Куҙ секрәйтеп уҡып тормайһың, төймәһен бораһың да тыңлайһың, төшөндөңмө? И. Ғиззәтуллин. • Туҡһан билең бөкрәйтер, ике куҙең секрәйтер. Мәҡәл.
СЕКС [лат. sexus ‘енес’] (Р: секс; И.: sex; T.: seks) и.
Енси мөнәсәбәттәр; енси теләк (дәрт).
□ Секс (всё, что касается половой жизни). Секс тураһында фильм.
СЕКСОЛОГ [лат. sexus ‘енес’+ гр. logos ‘фән’] (Р: сексолог; И.: sexologist; T.: sek-solojist) и.
Сексология белгесе. □ Сексолог. Сексолог кәңәше.
СЕКСОЛОГИК (Р: сексологический; И.: sexologic; T.: seksolojik) с.
Енси мөнәсәбәттәргә бәйле. □ Сексологический. Сексологик тикшеренеуҙәр.
СЕКСОЛОГИЯ [лат. sexus ‘енес’ + гр. logos ‘фән’] (Р: сексология; И.: sexology; Т.: seksoloji,) и. мед.
Медицинаның енси тормош әлкәһенә ҡараған мәсьәләләрҙе өйрәнә торған бүлеге.
□ Сексология. Сексология буйынса белгес.
СЕКСОПАТОЛОГИЯ [лат. sexus енес’ + гр. pathos ‘хис’ + logos ‘фән’] (Р: сексопатология; И.: sexopathology; T.: seksüel patoloji) и. мед.
474