Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 475 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СЕКТАНТЛЫҠ
Медицинаның енси тормоштағы норманан тайпылыштарҙы (енси мөнәсәбәттәр, ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың енси ауырыуҙарының килеп сығыуы һәм дауалау мөмкинлеген) өйрәнә торған бер өлөшө. □ Сексопатология. Ирҙәр сексопатология-һы. Ҡатын-ҡыҙҙар сексопатологияһы.
СЕКСТА [лат. sexta ‘алтынсы’] (Р.: секста; И.: sixth; six; T.: altıncı) и. муз.
1. Диатоник гаммала бирелгәндән алтынсы булып торған баҫҡыс. □ Секста (шестая ступень диатонической гаммы).
2. Бирелгән баҫҡыс менән диатоник гамманың алтынсыһы араһындағы интервал. □ Секста (интервал шириной в шесть ступеней).
СЕКСТАНТ [лат. sextans ‘алтынсы’] (Р.: секстант; И.: sextant; T.: sekstant) и.
Авиация һәм диңгеҙ астрономияһында ҡулланылған астрономик мөйөш үлсәү ҡорамалы. □ Секстант (астрономический угломерный инструмент, применяемый в мореходной и авиационной астрономии). Секстант менән улсәу. Я Ҡулындағы секстант ярҙамында ҡояшты тотоп, штурман координаттарҙы вахта журналына теркәугә, карап кире яҡҡа дуғаландырып бураҙна һалды. Ә. Гәрәев.
СЕКСТЕТ [лат. sextus ‘алтынсы’] (Р: секстет; И.: sextet; T.: sekstet) и. муз.
1. Алты инструмент йәки алты тауыш өсөн яҙылған музыка әҫәре. □ Секстет (музыкальное произведение для шести исполнителей, в опере — для шести действующих лиц с оркестровым сопровождением). «Дон Жуан» операһының 2-се шаршауындасы секстет.
2. Алты башҡарыусынан торған ансамбль. □ Секстет (ансамбль из шести музыкантов (инструменталистов или вокалистов). Думбыра секстеты. Тынлы оркестр секстеты.
СЕКСТИЛЛИОН [фр. < лат. sextillion ‘миллиондың алтынсы дәрәжәһе’] (Р: секстиллион; И.: sextillion; T.: seksilyon) и.
Миллиондың алтынсы дәрәжәһе; миллион квинтиллион; бер эргәһендә 36 нуль булған һан. □ Секстиллион. Секстиллион
һанын яҙыу. Секстиллион операциялы иҫәп-хисап эксперименты.
СЕКСУАЛЛЕК (сексуаллеге) (Р: сексуальность; И.: sexuality; T.: cinsellik) и.
Шәһүәтлек (енси мөнәсәбәттәргә бәйле психик хәл). □ Сексуальность (психическое состояние, связанное с сексом). Сексуаллек артыу.
СЕКСУ4ЛБ (Р: сексуальный; И.: sexual; T.: cinsel) с.
Енси теләкле, шәһүәтле, дәртле. □ Сексуальный. Сексуаль ҡыҙыҡһыныу.
СЕКТА [лат. secta ‘тәғлимәт, йүнәлеш, мәктәп’] (Р.: секта; И.: religious sect; T.: sekt) и.
1. Ниндәйҙер диндән айырылған төркөм; мәҙһәп. □ Секта (религиозная или нерелигиозная, отделившаяся или новая группа, имеющая своё учение и свою практику, отличные от господствующей церкви или идеологии). Секта ағзаһы. Н Белмәйем, ул Ташҡаҙанда маньяктар йыйылып алғанмы әллә дини секта тамыр ебәргәнме, — тип Абдуллин ризалашманы. Б. Рафиҡов.
2. кусм. Халыҡ массаһынан айырылып, сикләнгән, тар мәнфәғәткә бикләнгән кешеләр төркөмө. □ Секта (группа лиц, замкнувшихся в своих мелких, узких интересах (в том числе культовых), не совпадающих с интересами общества, безразличных или противоречащих им). Сектаға барып эләккән.
СЕКТАНТ [лат. secta ‘тәғлимәт, йүнәлеш, мәктәп’] (Р: сектант; И.: sectarian; T.: tarikat mensubu) и.
1. Дини секта ағзаһы. □ Сектант (последователь секты). / Сектантский. Сектанттар йыйылышы.
2. кусм. кит. Тар төркөм мәнфәғәтенә бирелеп, догматик ҡарашы һәм инаныу ы менән айырылып торған кеше. □ Сектант (человек, склонный к сектантству). Сектанттар төркөмө.
СЕКТАНТЛЫҠ (сектантлығы) (Р: сектантство; И.: sectarianism; T: tarikatçılık) и.
1. Ниндәйҙер диндән айырылған, уға ҡаршы торған төрлө дини төркөмдәрҙең дөйөм атамаһы. □ Сектантство (общее на-
475