СЕКТОР
звание отделившихся от господствующей религии религиозных течений, противоборствующих ей и образующих отдельные секты). Христиан сектантлығы. Сектантлыҡ идеологтары.
2. кусм. кит. Тар төркөм мәнфәғәтенә бикләнгән кешеләрҙең ҡараш тарлығы һәм догматизмы. □ Сектантство (общественная замкнутость и узость во взглядах, свойственные людям, ограничивающимся своими мелкими групповыми интересами).
СЕКТОР [лат. sector < secare ‘бүлеү, айырыу’] (Р.: сектор; И.: sector; T: sektör) и.
1. мат. Түңәрәктең дуға һәм ике радиус менән сикләнгән өлөшө. □ Сектор (часть круга, заключающаяся между двумя радиусами и дугою). Арауыҡ секторы. Туңәрәк секторы. Шар секторы. Сектор майҙаны.
2. Радиаль һыҙыҡтар менән сикләнгән майҙан. □ Сектор (участок, ограниченный радиальными линиями). Сектор сиге. Атыу секторы. Куҙәтеу секторы. Оборона секторы.
3. Ойошманың билдәле эшкә махсуслаштырылған бүлеге. □ Сектор (отдел учреждения, организации с определённой специализацией). Тел ғилеме секторы. Хеҙмәт һәм эш хаҡы секторы.
4. Халыҡ хужалығының айырым иҡтисади һәм социаль үҙенсәлек менән билдәләнгән тармағы. □ Сектор (часть народного хозяйства, имеющая определённые экономические и социальные признаки). Фермерлыҡ секторы. Ауыл хужалығының колхоз секторы. Сауҙалағы шәхси сектор. Социаль сектор. Н Дөйөм алғанда, кафедраның уҡытыусылары, матди базаһы һәм уҡыу процесының ойошторолоуы аграр секторҙағы буласаҡ белгестәргә тейешле кимәлдәге белем биреуҙе тәьмин итә. М. Хәйбуллин.
5. Һәр нәмәнең асыҡ күренеп торған өлөшө. □ Сектор (часть чего-н. открытого, хорошо видного). Стадиондың көньяҡ секторы.
СЕКУНД [лат. secunda (dwisio) ‘икенсе, артабанғы’] (Р: секунда; И.: second; Т: saniye) и.
1. Минуттың алтмыштан бер өлөшөнә тигеҙ булған ваҡыт берәмеге, халыҡ-ара берәмектәр системаһының төп ете берәмектәренән береһе. □ Секунда (одна из семи основных единиц международной системы, служащая для измерения времени и равная 1/60 минуты). / Секундный. Биш секунд ваҡыт. Секунд стрелкаһы. Я Егеттең [Абдулланың] шулай сихырланып баҫып тороуы әллә бер нисә секунд, әллә бик оҙаҡ булдымы — быныһын уҙе лә иҫләмәй. Н. Мусин. Торбаларҙы кире сығарыр алдынан улар [Хәмит, Буран] элеваторҙы ябалар. Бына шул саҡта уларҙың куҙҙәре бер генә секундҡа осраша. Ә. Бикчәнтәев. Бына көтолгән секундтар килеп етте — ҡала өҫтөн бер юлы тиҫтәләрсә паровоз укергәндәй олоу солғап алды. Г. Ситдикова.
2. Бик ҡыҫҡа ваҡыт араһы. □ Секунда (очень короткий промежуток времени; мгновение). Я Бер секундта Ҡарағуровты алмаштырып ҡуйҙылармы ни!Бөтөнләй уҙгәрҙе лә китте. Д. Бүләков. Тимерғәлин япраҡ аралаш куреп өлгөргәнсе, һиҫкәнгән ат ситкә ырғыны, секундтың бер өлөшөндә ҡарасҡы ялп итеп ауып төштө. М. Ишбулатов. Янғол секунд эсендә уң яҡтағы стражниктың ҡамсыһын тартып алды. Һ. Дәүләтшина.
3. муз. Диатоник өн рәтенең икенсе баҫҡысы. □ Секунда (вторая ступень диатонической гаммы).
4. муз. Музыкаль өндөң күрше баҫҡыстары яһаған интервал. □ Секунда (интервал между двумя соседними звуками такой гаммы).
5. муз. Оркестрҙағы икенсе, ҡабатлаусы инструмент. □ Секунда (второй, вторящий инструмент в оркестре).
6. мат. Мөйөш йәки дуға үлсәү берәмеге. □ Секунда (единица измерения угла или дуги, равная 1/3600 градуса).
СЕКУНДАНТ [лат. secundans ‘ярҙам итеүсе’] (Р: секундант; И.: second (in a duel); T.: düelloda tanık) и.
1. тар. Дуэлдә ҡатнашҡан кешеләр эргәһендә шаһит һәм аралашсы булып йөрөгән кеше. □ Секундант (посредник, сопровожда
ть