Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 477 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СЕЛ
ющий каждого из участников дуэли, свидетель ). Секундант булыу.
2. спорт. Ярышта ҡатнашҡан кешенең ярҙамсыһы һәм аралашсыһы. □ Секундант (посредник и помощник участника состязания). Боксёрҙың секунданты. Шахмат секунданты.
СЕКУНДЛАП (Р.: секундами; И.: persecond; T.: saniyelerle) р.
Секундтар менән һанап. □ Секундами, посекундно, по секундам. Секундлап иҫәп-ләу. Секундлап хисапланыусы тариф.
СЕКУНДЛЫҠ (Р.: секундный; И.: for a second; T.: saniyelik) с.
Бер секунд ваҡытҡа тиң. □ Секундный, рассчитанный на секунду. Секундлыҡ эш. Секундлыҡ мәшәҡәт яһау.
СЕКУНД-МАЙОР [лат. secundus ‘икенсе’ + major ‘ҙур, өлкән’] (Р: секунд-майор; И.: second-major; T.: bir rütbe) и. тар.
XVIII быуатта рус армияһындағы офицер чины (капитандан һуңғы). □ Секунд-майор. ■ Өйрәткән була, йәнәһе, заводчик... Унан башҡа уҙе белмәйме ни секунд-майор [Левашев]? Ғ. Ибраһимов.
СЕКУНДОМЕР [рус.] (Р.: секундомер; И.: watchstop; T.: kronometre) и.
Ваҡытты секундтың ундан бер өлөшөнә тиклем дөрөҫлөк менән үлсәгән прибор. □ Секундомер (прибор для измерения промежутков времени в часах, минутах, секундах и долях секунды). Ике уҡлы секундомер. Кеҫә секундомеры. Ҡул секундомеры. Электрик секундомер.
СЕКЦИЯ [лат. sectio ‘тураҡлау, киҫкеләү, бүлгеләү’] (Р.: секция; И.: section; T.: şube) и.
1. Ойошманың, йәмғиәттең һ. б. билдәле бер йүнәлештә махсуслашҡан бүлеге йәки бүлексәһе. □ Секция (подразделение, организационная единица в составе учреждения, организации с определённым кругом работ). / Секционный. Универмагтағы аяҡ кейеме секцияһы. Спорт секцияһы. Шахмат секцияһы. Шиғыр секцияһы. ■ [Хәйҙәров:] Эш бармай. Секциялар эшләмәй. Бер генә лә спорт мастеры юҡ, тип ыскындырһаҡ — бөттө баш! X. Ризванова. Тәнҡитселәр секцияһын яңынан булдырыу көстәрҙе бер
ләштерергә һәм уңышлыраҡ эшләргә ярҙам итер ине. Ә. Харисов.
2. Съезд йәки конференцияның махсус мәсьәләләр тикшерә торған бүлеге.
□ Секция (на съездах, конгрессах — группа лиц, работающая над определённым кругом вопросов). / Секционный. Секциялар буйынса эш. ■ Икенсе көндө секция ултырышы утте. Бында ла эшлекле, аҡыллы һөйләшеу булды. М. Кәрим. Йәш шағир [Фәррәхов] .. әйләнеп килһә, ағай йәнәшендә — шиғриәт секцияһы сәркәтибе. Р. Камал.
3. Ҡоролманың үҙ сиратында бер нисә өлөштән, бүлектән һ. б. торған өлөшо.
□ Секция (часть какого-л. сооружения, устройства). Йорт секцияһы. Үткәргес торба секцияһы.
СЕКЦИЯЛАП (Р.: секциями; И.: in sections; T.: parça parça) p.
Секция (2) менән. □ Секциями, посекционно, по секциям. Йортто секциялап төҙөу. Машинаны секциялап йыйыу.
СЕКЬЮРИТИ [ингл. security ‘хәүефһеҙлек’] (Р: секьюрити; И.: security; Т.: güvenlik) и.
1. Хәүефһеҙлек хеҙмәте. □ Секьюрити (служба безопасности; служба охраны порядка и безопасности). Президент секью-ритиһы. Билдәле артистарҙың һәр береһенең секьюритиһы бар.
2. Хәүефһеҙлек хеҙмәте органдарында эшләгән хеҙмәткәр. □ Секьюрити. Банкыға секьюрити йыялар.
3. һөйл. Нөгәр, йәнһаҡсы. □ Секьюрити (охранник, телохранитель). Йәш секьюрити.
СЕЛ I (Р: родовое подразделение башкир; И.: Bashkir tribal subdivision: T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡоҙғон-ҡатай ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Сель (название одного из родовых подразделений башкир-ку згу н-катайцев). Сел аймағы йыйыны. Селдәр вәкиле. Сел кешеләре шәжәрә байрамы уткәрә.
СЕЛ II (Р: рябчик; И.: hazel grouse; T.: fındık tavuğu) и. зоол.
Ҡор һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған һорғолт сыбар төҫлө, башы супайлы урман ҡошо.
477