Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 478 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СЕЛБЕГӘЙ
□ Рябчик (лат. Bonasa bonasia; Tetrastes banana). Сел һыҙғырыуы. Селгә һунар итеу. Сел атып алған. Селдәрҙән башҡа ҡош куренмәй. Я Ялтырап ятҡан ҡаты ҡар төлкө, ҡуян, сел кеуектәрҙең эҙҙәрен йәшерҙе. Т. Ғарипова. Хәким ағаһы [Сәлимгә] бер аҙҙан өҫтәп ҡуя: «Берәй көн һинең менән дә урманда йөрөп әйләнербеҙ. Сел атырбыҙ». С. Шәрипов. Боғара, сел аулаған төлкө һымаҡ, маҡсатына, урау булһа ла, ышаныслы юлды һайланы. Ә. Хәкимов.
СЕЛБЕГӘЙ с. диал. ҡар. селбер. Селбе-гәй сәскә. Селбегәй бармаҡтар.
СЕЛБЕР (Р.: тонкий, неокрепший; И.: still weak; thin; T: ince) c.
Тәбиғәте менән ныҡ түгел, нәҙек кенә.
□ Тонкий, неокрепший. Селбер аяҡ. Селбер улән.
СЕЛБЕРЛӘК (Р: долговязый, неокрепший (о подростках)} И.: lanky, still weak; T.: sırık gibi) c.
Нәҙек оҙон кәүҙәле, һонтор (уҫмерҙәргә ҡарата). □ Долговязый, неокрепший (о подростках). Селберләк кенә бер ҡыҙ. Селберләк егет тупты бер генә урелеп кәрзингә һала ла ҡуя.
СЕЛБЕРЛӘҮ (селберлә-) (Р: тянуться в рост; И.: loft; T: uzamak) ҡ.
Буйға нәҙек оҙон булып үҫеү. □ Тянуться в рост. Я Селберләп тә уҫкән буйҙарымды ҡатындары улгән тол алды. Халыҡ йырынан.
СЕЛБӘРӘ (Р: малёк; И.: fry, juvenile fish; T: balık yavrusu) u.
1. зоол. Иң ваҡ йылға балығы; маймыс, себерҙей. □ Малёк, мальки. Я Яҙын һәм йәйен һыу ҡайтҡандан һуң буленеп ҡалған селбәрәләрҙе ҡотҡарыу бик мөһим эш булып тора. Ш. Нафиҡов. Инйәр йылғаһы йәйрәп ағып ята. Гәлсәрме ни, төбөндәге һәр ташы, һәр селбәрәһе куренеп тора. Г. Ситдиҡова. Көндөҙ ҡармаҡҡа ваҡ-төйәк селбәрә генә сиртә. Ф. Әсәнов. Яцы ғына һөҙгәндәр. Арала селбәрәләр ҙә куп, маймыстарҙы ла аяп тормағандар. Ә. Гәрәев.
2. зоол. Ыуылдырыҡтан яңы сыҡҡан балыҡ балаһы; йотҡолоҡ. □ Малёк (маленькая, только что образовавшаяся из
икры личинка рыбы). Я Суртан һыу баҫҡан болондарға сығып ыуылдырыҡ сәсә. Бында һыу яҡшы йылына һәм ыуылдырыҡтан селбәрә тиҙ сыға. «Башҡортостан», 1 апрель 2012.
3. кусм. Бәләкәй кәүҙәле кеше. □ Маленький ростом (о человеке). Селбәрә килә.
4. кусм. Бала-саға. □ Ребятня. Я Селбәрәләрҙең береһе аҡһыл нескә бармаҡтары менән Кукбуренең бер көсөгөн тотоп алды. Т. Ғарипова.
СЕЛГӘ и. диал. ҡар. сөйәл 3. Селгә сыҡҡан. Селгәһе ҡарайып тора.
СЕЛГӘР I (Р: полевица; И.: Washington bent grass; T.: tavusotu) и. диал.
Ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған ҡыяҡ япраҡлы һаҙ үләне; ҡондораҡ. □ Полевица (лат. Agrostis). Я Бабай байға утын ҡырҡҡан, йукә һуйған, кумер уртәгән, селгәр йолҡҡан, бурәнә ҡырҡҡан, ти. Әкиәттән.
СЕЛГӘР II (Р: неполновесный, слабый; И.: feeble; T.: zayıf) с. диал.
Ҡуйы, нәҙек, ваҡ һабаҡлы, ваҡ башаҡлы (ашлыҡҡа ҡарата); ҡондораҡ. □ Неполновесный, слабый (о колосе). Быйыл иген селгәр булды. Бойҙайҙың башағы селгәр генә.
СЕЛГӘР III (Р: марево; И.: haze; boiling mirage; T: serap) и. диал. ҡар. монар 2.
Ер өҫтөнән земберләп күтәрелгән эҫе һауа; һағым, сағым (1). □ Марево. Йылы көндә селгәр уйнай.
СЕЛЁДКА [боронғо исланд теленән] (Р: селёдка; И.: herring; T: ringa balığı) и. зоол.
Атлантик һәм Тымыҡ океандарҙың төньяҡ өлөшөндә йәшәгән ялпағыраҡ кәүҙәле, аҡһыл күк төҫлө, бик үк эре булмаған диңгеҙ балығы (ғәҙәттә, тоҙлап йәки ыҫлап ашайҙар); сельдь. □ Селёдка, сельдь. / Селёдочный. Ҡаҡланған селёдка. Селёдка тоҙлау. Селёдка һауыты. Селёдка еҫе.
СЕЛЕК (селеге) (Р: чилига; И.: dwarf pea tree; T: karagana) и.
1. Ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған ваҡ япраҡлы, һары сәскәле, ҡуҙаҡ орлоҡло ваҡ ҡыуаҡ йәки ағас. □ Чилига, кустарная ка-рагана. / Чилиговый. Аҡ селек. Бохар селеге. Тау селеге. Ялан селеге. Селек һепертке.
478