СЕЛЕКЦИЯ
■ Олатайым .. һауынсыларҙың: «Һепертке юҡ», — тигән зарын ишеткән дә туғайға селек ҡырҡырға киткән. X. Түләкәев. Әсе елдәр ярғыланы яңағымды, селек сәнсте сыр яланғас аяғымды. Н. Иҙелбай. Мөхәррәм ағай, һатыуға тигән ҡоротон, селек һеперткеләрен алып, халыҡ эсенә инеп китте. Т. Ғарипова. Утрауҙың бер ситендә текә генә ҡая, уның һөҙәк битен муйыл, гөлйемеш, селек, тағы әллә ниндәй ҡыуаҡтар һырып алған. 3. Ураҡсин. Сәлимгәрәй эргәләрен селек ҡаплаған берләм һуҡмаҡтан һөҙәк тауға кутәрелә. Н. Мусин.
2. миф. Яман көстәр йыйыла торған урын. □ Чилига (в мифологии — место обитания злых сил). К Селек уҫкән ерҙә төрлө яман көстәр йыйыла, тиҙәр. «Башҡорт мифологияһы»нан.
СЕЛЕК ЙЫУАҺЫ (Р.: лук прямой; И.: erect onion; T.: bir tür soğan) u.
Тауҙа үҫә торған ваҡ ҡына йомро ҡыяҡлы йыуа; тау йыуаһы. □ Лук прямой (лат. Allium stnctum). ■ Әсе селек йыуаһы теште яҡшырта, таҙарта, микробтарҙы ултерә. С. Сурина.
СЕЛЕКЛЕК (селеклеге) (Р.: чилижник; И.: dwarf pea tree growth; T: karagana çok olan yer) и.
Селек күп үҫкән урын. □ Чилижник. М [Бәхетулла] йә һалабаш төшөрөп, ҡыш селеклектә һепертке бәйләп, уҫаҡтан кәрәк һабы сабып, яҙ тал ҡайыры әрсеп кәсеп итте. С. Шәрипов. Сәскәле оҙон улән, селеклек араһынан уткәндә Кукбуренең моронона ғәжәп таныш еҫ бәрелде. Т. Ғарипова. Селеклектә сыйылып ҡалған эҙҙәр әле булһа яна балтырҙа. Р. Бикбаев.
СЕЛЕКТИВ (Р: селективный; И.: selective; T: selektif) с. махс.
Һайлап, айырып алыу үҙенсәлегенә нигеҙләнгән. □ Селективный. Селектив иреткес. Селектив һеңдергес. Машинаны селектив юл менән йыйыу. Ҡаҙылма байлыҡты селектив юл менән эшкәртеу.
СЕЛЕКТОР [лат. selector ‘һайлап алыусы’] (Р: селектор; И.: selector switch; T: selektör) и.
1. Айырым-айырым һөйләшеүгә ҡоролған телефон бәйләнешендә килгән сигналдарҙы ҡабул иткән электромеханик ҡоролма. □ Селектор (электромагнитный аппарат, включённый в сеть с другими аппаратами для осуществления оперативной телефонной связи нескольких пунктов с центром). / Селекторный. Селектор кнопкаһы. Селектор аша һөйләшеу. Селектор элемтәһе. Селектор аппараты. М [Дежурный] ҡарлыҡҡан тауыш менән селектор трубкаһына поезды ҡасан оҙатыуын һөйләргә, ике сәғәт буйына торған тауар поезын алдағы станцияның ҡабул итмәуе тураһында әйтеп, зарланырға тотондо. Б. Дим. Айсыуаҡов селекторҙың «Генераль директор» тигән кнопкаһына баҫты, әммә Хужа өндәшмәне. Д. Бүләков.
2. кусм. Телефон, компьютер аша барған бер мәсьәләгә бағышланған кәңәшмә. □ Селекторное совещание. Селектор уткәреу. Август кәңәшмәһенә әҙерлек мәсьәләһе селекторҙа ҡаралды.
СЕЛЕКЦИОН (Р: селекционный; И.: selection; T: seçme) с.
Селекцияға бәйле. □ Селекционный. Селекцион эш.
СЕЛЕКЦИОНЕР [рус.] (Р: селекционер; И.: plant breeder; T: seleksiyon uzmanı) и.
Селекция буйынса белгес. □ Селекционер. Селекционерҙар семинары. Селекционерҙар әҙерләу. ■ Селекционер [Сабир Абдулла улы Ҡунакбаевтың] даны бөтә илгә таралды. «Ватандаш», № 1, 2011. Яҡшы сортты яҡшы селекционерҙар бирә, ә яҡшы сортты яҡшы уҫтерергә яҡшы агротехниктар өйрәтә. А. Ғирфанов.
СЕЛЕКЦИЯ [лат. selectio ‘һайлау, һайлап алыу’] (Р: селекция; И.: selection; Т: seleksiyon) и. а. х.
1. Агрономия менән зоотехниканың кешегә кәрәк сифатлы яңы үҫемлек төрҙәре һәм мал тоҡомдары булдырыу ысулдарын өйрәнә торған бүлеге. □ Селекция (раздел агрономии и зоотехнии, изучающий теорию и методы выведения новых и улучшения существующих сортов растений, пород домашних животных). / Селекционный. Селекция
479