Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 480 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СЕЛЕМ
уткәреу. Үҫемлектәр селекцияһы. Селекция станцияһы.
2. Ауыл хужалығының яңы үҫемлек төрҙәре һәм мал тоҡомдары сығарыу менән шөғөлләнгән тармағы. □ Селекция (отрасль сельского хозяйства, занимающаяся селекционной работой). Селекция эштәре. Селекция юлы менән яҡшыртылған сорт. Селекция юлы менән алынған бойҙай сорты. ■ «Дим» тәжрибә хужалығында алып барылған селекцияны ор-яцы нигеҙҙә ҡорорға кәрәк. А. Ғирфанов.
СЕЛЕМ (Р.: чилим; И.: sort of long smoking pipe; T.: bir tür çubuk) и.
Төтөндө һыу аша һура торған оҙон төрөпкә. □ Чилим (курительная трубка). Селем тартыу. Мөштөклө селем.
СЕЛЕН [гр. selene ‘ай’] (Р.: селен; И.: selenium; T.: selen) и. мин., хим.
Химик элемент, ярым үткәргес сифатына эйә булған буҙ төҫтәге кристаллик матдә. □ Селен (химический элемент, хрупкий блестящий неметалл). Селен кислотаһы. Селен ҡатышмаһы. Селен Se символы менән билдәләнә.
СЕЛЕНИТ [гр. selene ‘ай’] (Р: селенит; И.: sodium selenite; T: Ay taşı) и. мин.
1. Гипстың төрлө нәмә яһау өсөн ҡулланылған ялтырауыҡлы ҡыҙғылт һары төҫтәге бер төрө, минерал. □ Селенит; разновидность гипса, кальциевый минерал. / Селенитовый. Селенит приборҙар. Селениттан яһалған нәмәләр.
2. Айҙа йәшәүсе мифик кеше. □ Селенит (мифический обитатель Луны). Селенит айҙа йәшәй, тиҙәр.
СЕЛЕНЛЫ (Р: селенистый, селеновый; И.: selenide (of); T: selenli) c.
Составында селен булған, селен ҡатнашҡан. □ Селенистый, селеновый. Селенлы быяла.
СЕЛЕНОГРАФИК (Р.: селенографический; И.: selenographical; T.: Ay haritacılığı ile ilgili) с.
Селенографияға мөнәсәбәтле, селено-графияға ҡараған. □ Селенографический. Селенографик кицлек. Селенографик координаталар. Селенографик тикшеренеуҙәр.
СЕЛЕНОГРАФИЯ [гр. setine ‘ай’ + graphö ‘яҙам’] (Р: селенография; И.: selenography; T.: Ay haritacılığı) и. астр.
Астрономияның Айҙы тикшерә торған тармағы. □ Селенография. Селенография менән шөғөлләнеу. Селенографияны өйрәнеу.
СЕЛЕНОЛОГИК (Р: селенологический; И.: selenological; T.: Ay bilgisiyle ilgili) с.
Селенологияға мөнәсәбәтле, селеноло-гияға ҡараған. □ Селенологический. Селенологик матдә. Селенологик координаталар. Селенологик тикшеренеуҙәр.
СЕЛЕНОЛОГИЯ [гр. seti™ ‘ай’ + logos ‘тәғлимәт’] (Р: селенология; И.: selenology; T.: Ay bilgisi) и. астр.
Йыһанды өйрәнеүҙә Айҙың төҙөлөшөн һәм химик-минералогик составын тикшерә торған бүлек. □ Селенология (раздел планетологии, изучающий строение и химико-минералогический состав Луны). Селенология менән шөғөлләнеу. Селенологияны өйрәнеу.
СЕЛИТРА [лат. sal + nitrum] (Р: селитра; И.: nitre; T.: güherçile) и. хим.
Аммоний, калий, кальций, натрий Һ. б. һелтеле металдар нитратының дөйөм атамаһы. □ Селитра (общее название нитратов калия, натрия, аммония и др. минералов, содержащих нитраты щелочных и щёлоч-но-земельных металлов). Калий селитраһы. Аммоний селитраһы. Натрий селитраһы. Аммиак селитраһы. Селитра ятҡылыҡтары. Селитра еҫе. Селитра ауыл хужалығы ашламалары эшләуҙә һәм шартлатҡыс нәмәләр яһауҙа ҡулланыла. ■ Селитра һыуҙа ирей, тупраҡтан дым алып торған уҫемлектәр уны бик тиҙ уҙләштерә. Д. Бураҡаев. [Әсләм:] Селитраны ярма килеш һибергә Асҡаров ҡушманымы? А. Ғирфанов.
СЕЛИТРА Л АТЫУ (селитралат-) ҡ. йөкм. ҡар. селитралау, понуд. от селитралау. Иген культураларын селитралатыу.
СЕЛИТРАЛАУ (селитрала-) (Р: селитровать; И.: add nitre; T.: güherçile eklemek) ҡ.
Селитралы итеү, селитра ҡушыу. □ Селитровать. Тупраҡты селитралау. ■ Ун һигеҙенсе быуатта селитраныц фәҡәт ике генә маҡсатта ҡулланылыуы ихтимал:
480