Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 481 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СЕЛПӘРӘМӘ КИЛЕҮ
тупраҡты селитралау һәм дары яһау. Д. Бураҡаев.
СЕЛИТРАЛАШТЫРЫУ (селитралаш-тыр-) ҡ. йөкм. ҡар. селитралау, понуд. от селитралау. Баҫыуҙарҙа селитралаштырыуҙы тиҙерәк тамамларға кәрәк.
СЕЛИТРАЛЫ (Р.: селитряный; И.: salt-petrous; T.: güherçileli) с.
Составында селитра булған, селитра ҡатнашҡан. □ Селитряный. Селитралы кислота.
СЕЛКӘҮЕС (Р.: сеяльница (для просеивания муки); И.: kind of wooden sieve; T.: elek) и. диал.
Он иләй торған киң ағас һауыт; һелкәүес.
□ Сеяльница (широкое продолговатое деревянное корыто для просеивания муки). Селкәүескә он иләү.
СЕЛ ҠУРАЙЫ и. диал. ҡар. ялан ҡурайы. Сел ҡурай куп быйыл.
СЕЛЛӘ [фарс. (Р: самый жаркий и самый холодный периоды года по 40 дней; И.: specific seasons of the year; T.: en sıcak veya en soğuk günler) и.
Йылдың иң эҫе (25 июндән 5 авгусҡа тиклем) йәки иң һыуыҡ (25 декабрҙән 5 февралгә тиклем) ҡырҡ көнлөк осоро.
□ Самый жаркий и самый холодный периоды года по 40 дней. Йәйге селлә. Ҡышҡы селлә. Селлә етеу. Селлә һыуығы. Селлә эҫеһе. Селлә башланыу. ■ Ошо буйҙағы күләгәләргә ултырып, йәйге селләләрҙә юлсылар ял итә. Ғ. Вәлиев. Беҙ бәләкәй саҡтарҙа, ниңәлер, ҡышҡы селләнең кондәре хәҙергегә ҡарағанда зәһәрерәк, бурандары уҫалыраҡ .. була торғайны шул. Ғ. Ибраһимов. Ҡыш селләһе тәҙрәләргә сихри сәскәләр һона, ә уларға күбәләктәй аҡ ҡар бөртогө ҡуна. Р. Ғарипов. Үҙәктәргә үтерлек селлә һыуыҡтарында ла, унан һуңғы сасҡау көндәрҙә лә, хатта февраль-март айҙарының ыжғыр бурандарында ла занятиелар туҡталманы. М. Ғәли. • Йүнһеҙ селләлә туңып, туйҙа асығып үлгән. Мәҡәл. Селләлә берәү өшөп үлгән, байрам көндө берәү асығып үлгән. Мәҡәл. Селләлә сәкмәнеңде ҡалдырма. Мәҡәл. Селләлә тун кейгән ҡатып үлгән. Мәҡәл. Сирлегә йәйге селләлә лә һыуыҡ. Мәҡәл.
СЕЛЛӘ БАБАЙ и. миф. ҡар. көн эйәләре.
Эҫе көндөң эйәһе.
СЕЛНИСӘ (Р: широкое продолговатое деревянное корыто; И.: kind of oblong woodenware; T.: bir tür geniş yalak) и. диал.
1. Төйгән ярманы һелкеп, кәбәген айыра торған йәйпәк ялғаш; һелкәүес. □ Широкое продолговатое деревянное корыто (для просеивания крупы, зерна). ■ Ҡаҙанда ҡайнатып киптергән һолоно .. килегә һалып төйәләр. Төйөлгәнен селнисәгә һалып һелкәләр-һелкәләр ҙә килегә кире һалып төйәләр. Я. Хамматов.
2. Он иләй торған киң ағас һауыт; һелкәүес. □ Широкое продолговатое деревянное корыто (для просеивания муки). Селнисәгә он иләү.
3. Оҙонса сөм һауыт; ялғаш; улаҡ. □ Лоток. Алтын ҡомо йыуа торған иңкеү селнисә.
СЕЛПӘРӘ [фарс.о^и. ] р. ҡар. селпәрәмә. Сынаяғым селпәрә килде. Ҡулымдағы һауыт төшөп китеп селпәрә килде.
СЕЛПӘРӘМӘ [фарс. •jbjUq (Р: вдребезги; на мелкие части; И.: into smithereens; T.: paramparça) p.
Ваҡ-ваҡ киҫәктәргә бүленеп, киҫәк-киҫәк булып. □ Вдребезги; на мелкие части. Селпәрәмә онталыу. ■ Бөтәһе лә таралды ла төштө, үҙ-үҙеңә ҡарап һоҡланғанда селпәрәмә килеп ватылған көҙгө төҫлө, донъяһы [Ҡилмештең] ана шулай ярсыҡтарға бүленде. Б. Ноғоманов. Суйын суҡмар [Ҡамыр батырҙың] башына осоп килеп бәрелеп селпәрәмә ватылған да тирә-яҡҡа сәсрәп киткән. Әкиәттән. Күмәкләһәң, үҙеңде сынйырҙың бер быуыны һымаҡ тояһың. Әммә ундай сынйырҙар ҙа селпәрәмә ватыла торҙо. М. Иҙелбаев.
СЕЛПӘРӘМӘ КИЛЕҮ (селпәрәмә кил-) (Р.: разбиться вдребезги; И.: shatter; T.: paramparça olmak) ҡ.
1. Ваҡ-ваҡ киҫәктәргә бүленеү, онталыу. □ Разбиться вдребезги (о стеклянных предметах). ■ Сәйхананың тәҙрә төбөнә бер бомба төштө. Бөтә тәҙрәләре селпәрәмә килде. Д. Юлтый. Урам уртаһында снаряд ярылып, уның шартлауынан тәҙрәләр
481