СЕЛПӘРӘМӘ КИЛТЕРЕҮ
селпәрәмә килде. Б. Хәсән. Фатима йән асыуы менән өҫтәлгә шундай ҡаты итеп һуҡты, хатта ҡара һауыты, иҙәнгә төшөп, селпәрәмә килде. Б. Бикбай.
2. Тотош ваҡ-ваҡ киҫәктәргә, ярсыҡтарға бүленеү. □ Разбиться, разлететься в щепки (о деревянных и др. предметах). Ағас йәшен һуғыуҙан селпәрәмә килгән.
3. кусм. Юҡҡа сығыу, юҡ булыу. □ Уничтожаться, исчезнуть, расстраиваться (жизнь, дружба, мечты). Абруйығыҙ селпәрәмә киләсәк. Ҡорған пландар селпәрәмә килде. ■ Иң тәуҙә беҙгә уҙебеҙҙең ҡулда властны, Советты нығытырға кәрәк. Шунһыҙ беҙҙең бөтә көсөбөҙ селпәрәмә киләсәк. Я. Хамматов. Иң аянысы — тимер юл буйлап йырып сығыу өмөтө селпәрәмә килде. Ф. Иҫәнғолов. Һис юғы, Морат ағай хәлде дөрөҫ аңлар, ниндәйҙер мөғжизә эшләр ҙә Хәсәнде упҡындан һөйрәп алыр, моғайын, тип куңелдең ҡайһылыр ерендә быҫҡыған өмөттәр селпәрәмә килде. М. Ишбулатов.
СЕЛПӘРӘМӘ КИЛТЕРЕҮ (селпәрәмә килтер-) (Р: разбить вдребезги; И.: shatter; T.: paramparça etmek) ҡ.
1. Ваҡ-ваҡ киҫәктәргә бүлеү, онтау. □ Разбить вдребезги (оконное стекло, посуду). Тәҙрәне селпәрәмә килтереу. Һауыт-Һабаны селпәрәмә килтереу. ■ Унда шәшкеләр ватып, бында тәҙрәне селпәрәмә килтереуҙәре бар ине. Ш. Бабич. Утын Раузаға теймәһә лә, һикеләге етеле шәмдең ҡыуығын селпәрәмә килтерҙе. Т. Ғарипова.
2. кусм. Ҡапыл ғына юҡҡа сығарыу, емереү, ҡыйралтыу. □ Уничтожать, расстраивать, разбить (окончательно, совершенно). И Өҙҙө баланың өмөтөн Фәузиә, селпәрәмә килтерҙе. Т. Ғарипова. Ниндәй генә ҙурлыҡта булмаһын, ҡаршы килгән бөтә көстө емергән революция тулҡындары барлыҡ кәртәләрҙе лә селпәрәмә килтерҙе. И. Насыри. Рәсәй тупрағына ябырылған фашист яуы Фәһимәнең бөтә өмөттәрен селпәрәмә килтерҙе. Д. Исламов, һуғыш беҙҙең хыялдарҙы селпәрәмә килтерҙе. Ш. Янбаев.
СЕЛТ (Р: подражание морганию; И.: imitation of blinking; T.: göz kırpma yansıması) оҡш.
Күҙ йомоуҙы белдергән һүҙ. □ Подражание морганию, миганию. Селт итеп куҙен йомоп алды.
СЕЛ ТАУЫҠ (тауығы) (Р: рябая курица; И.: speckled hen; T: benekli tavuk) и.
Сыбар тауыҡ. □ Рябая курица. Сел тауыҡ йомортҡа һала башлаған. Сел тауыҡ баҫырға йөрөй. Сел тауыҡ юғалған.
СЕЛТЕЛДӘҮ (селтелдә-) (Р: тикать; И.: tick; T.: tik tak etmek) ҡ.
Селт-селт (йәки сылт-сылт) итеү, сылтылдау. □ Тикать (о часах). Булмә тып-тын, тик сәғәт кенә селтелдәй. Сәғәт тигеҙ генә селтелдәй.
СЕЛТЕР (Р: звяк, дзинь; И.: bing!; Т.: çağıl çağıl) оҡш.
1. Йоҡа сынаяҡ, быяла йәки ваҡ тимер бер-береһенә бәрелгәндә, ҡапыл ҡойолоп киткәндә сыҡҡан нескә тауышты белдергән һүҙ; сылтыр. □ Подражание звяканью железа, звону стекла: звяк, дзинь. Селтер итеу. Тәҙрә селтер итеп ҡалды. ■ Илшат йоҙроғо менән быялаға килтереп һуҡты. Быяла селтер итеп ҡойолоп төштө. А. Ғирфанов.
2. Сылтырап аҡҡан һыу тауышын белдергән һүҙ. □ Подражание журчанию воды. М Селтер итеп кенә шишмә атылып сыға тау итәге сауыл төбөнән. Халыҡ йырынан.
СЕЛТЕРЛӘҮ (селтерлә-) ҡ. ҡар. сылтырау. Селтерләп аҡҡан йылға. Селтерләп торған тәңкә. И Быларҙың [Шәриф менән Зөһрәнең] тормошо тигеҙ ерҙән селтерләп аҡҡан шишмә кеуек бер яй менән генә бара бирҙе. 3. Ураҡсин. Ике тау араһынан селтерләп кенә ағып ятҡан йылға буйына еткәс, Иҫәкәй атын туҡтатты. Н. Мусин.
СЕЛТЕРМӘК (селтермәге) (Р: монета; И.: coin [for decoration]; T.: süs eşyası olarak maden para) и. диал.
1. Тәңкә (биҙәуес). □ Монета (в качестве украшения). Беләҙеккә селтермәк тағыу. Селтермәкле балдаҡ.
482