Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 483 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СЕЛТӘР
2. миф. Мифлаштырылған, яман көстәрҙе ҡыуыу көсөнә эйә металл әйбер. □ Монета (мифологизированный предмет).
СЕЛТЕР-СЕЛТЕР (Р: подражание журчанию ручья; И.: sound imitation word; T.: şırıl şırıl) оҡш.
1. Шишмә сылтырауына оҡшатыу һүҙе. □ Подражание журчанию ручья. Селтер-селтер итеу. Селтер-селтер килеу. Селтер-селтер шишмә аға. ■ Тыңлайыҡ әле шишмәләрҙең селтер-селтер аҡҡанын, һин бит йәшлегемдә тәуге мөхәббәтем -тапҡаным. Ә. Кәшфуллин. Тик Әминә генә әллә ни шатлыҡ та белдермәй, ҡайғыһын да һиҙҙермәй, был донъяға битараф кешеләй, селтер-селтер иткән шишмә эргәһендә һаман хәрәкәтһеҙ ултыра бирҙе. Р. Байымов.
2. Йоҡа сынаяҡ, быяла йәки ваҡ тимер бер-береһенә бәрелгәндә, ҡапыл ҡойолоп киткәндә сыҡҡан нескә тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звяканью железа, звону стекла: звяк, дзинь. Быяла селтер-селтер итеп ҡойолоп төштө.
СЕЛ ТЕРӘТЕҮ (селтерәт-) ҡ. ҡар. сылтыратыу. ■ Ярым ҡараңғыла ҡыҙ [Гөлниса] селтерәтеп көлөп ҡуйҙы. Р. Байымов.
СЕЛТЕРӘҮ (селтерә-) ҡ. ҡар. сылтырау. Сынйыр селтерәй. Шишмә селтерәй. ■ Шулар [ҡыуаҡтар] араһынан селтерәп кенә шишмә ағып ята. 3. Ураҡсин.
СЕЛТЛӘҮ (селтлә-) ҡ. ҡар. сылтлау.
Сәғәт селтләп йөрөп ята.
СЕЛТ-СЕЛТ (Р: подражание морганию, миганию; И.: imitation of blinking; T.: göz kırpma yansıması) оҡш.
1. Ҡабат-ҡабат күҙ йомоуҙы белдергән һүҙ. □ Подражание морганию, миганию. Селт-селт итеп куҙ йомоу. ■ Ишек төбөндә ҡулдарын ыуғылап торған Йәмиғә әбей куҙҙәрен селт-селт йомдо. Н. Мусин. Ҡараштар осрашты. Куҙен селт-селт йомғослаған ҡыҙ [Миңъямал]кундәм генә башын баҫты. Ф. Аҡбулатова. Ҡатын куҙҙәрен селт-селт йомдо, ауыҙын бер асты, бер япты, ахырҙа йылмайҙы. Ф. Сәлимова.
2. Сәғәт тауышын белдергән һүҙ. □ Подражание тиканью. Сәғәттең селт-селт тауышы ғына тынлыҡты боҙа.
СЕЛТӘР I (Р: кружево; тюль; И.: tulle; Т.: dantel) и.
1. Тигеҙ итеп йәки биҙәкләп туҡылған, бәйләнгән эре күҙле, үтә күренмәле еңел туҡыма (ғәҙәттә, тәҙрә пәрҙәһе итеп, кулдәк биҙәу һ. б. өсөн ҡулланыла). □ Кружево; тюль. / Кружевной, тюлевый. Селтәр бәйләу. Селтәр бәйләусе. Селтәр энәһе. Тәҙрә селтәре. Селтәр элеу. Селтәр ашъяулыҡ. Селтәр яға. ■ Варя куҙҙәрен сылт-сылт йомғолай ҙа ҡабаланып селтәрен бәйләргә керешә. Ә. Бикчәнтәев. Урталағы ҙур ғына өҫтәлгә ашамлыҡ, эсемлек нәмәләре ҡуйылып, өҫтө йоҡа селтәр менән ябылғайны. И. Насыри. Тәҙрә селтәрҙәре аша яҡтырып килгәне беленде. А. Ғирфанов. Ул арала горничная Ҡлава, селтәр ситле аҡ алъяпҡыс, аҡ башлыҡтар кейеп, тағы ла ялт итеп килеп етте. Һ. Дәүләтшина.
2. Селтәргә оҡшатып киҫелгән төрлө нәмә. □ Что-л., сделанное в виде кружева. ■ Самауырҙың боҫо балалар епкә теҙеп тубәгә элгән ҡағыҙ селтәрҙәрен, суҡтарын елпелдәтте. Һ. Дәүләтшина.
3. Арҡыс-торҡос үреп, бәйләп, төрлө маҡсат өсөн яһалған нәмә. □ Сетка, сеть. / Сетчатый. Селтәр уреу. Селтәр бәйләу. Тимер селтәр. ■ Әҙерләгәс, тотош әҙерләп бирәйем инде тип, мин селтәр менән мәкенән боҙ киҫәктәрен һирпеп тугергә керештем. Ф. Иҫәнғолов. Ҡаһым, тартынып тормайынса, көмөш ҡаш менән селтәр баҫып биҙәлгән һаҙағынан алған уҡты йәйәгә ҡуйғас, кукрәк тултырып тын алды ла, ныҡ тартылған кереште ысҡындырҙы. Я. Хамматов.
4. Металл һ. б. киҫәктәренән арҡыс-торҡос беркетелгән рәшәткә. □ Клетка, решётка. Ҡупер селтәре. Ҡойка селтәре. Суйын ҡойма селтәре. ■ Мин, палубаның тимер селтәренә таянып, пароходты оҙатып пристандә ҡалған .. халыҡҡа ҡараным. Ғ. Хәйри.
5. Үрмәксе ауы. □ Паутина. Үрмәксе селтәре.
6. Утлы нәмәнең һауа үтә торған тишек-ле-тишекле өлөшө. □ Сеточка. Самауыр селтәре. Шәм селтәре. Мейес селтәре.
483