Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 583 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СОР
СОҢҒОРЛАУ (соңғорла-) (Р.: журчать;
И.: murmur; babble; T.: şarıldamak) ҡ. диал.
Тәрән йылғаның ағыуы. □ Журчать (о глубоководной реке). Соңғорлап ҡына ағыу. Йылға соңғорлап ята. Йылға соңғорлап сауҡалыҡҡа инеп юғала.
СОҢҠА I (Р: бугорок затылочной кости; И.: occipital bone papilla; T: artkafa dış tümseği; tepe) и.
1. анат. Баш һөйәгенең арт яҡтан тупайып торған өлөшө; сәкәк. □ Бугорок затылочной кости. ■ Айыу тырнаҡтары Етембайҙың соңҡа тәңгәленә эләккән, тиреһен өс иле тирәһе аҡтарып сығарған. Б. Рафиҡов. [Зифа] сәсен тарап үргәс, толомдарын түңәрәкләп урап, соңҡаһына беркетеп ҡуйҙы. Н. Мусин.
2. геогр. Тауҙың иң бейек урыны; түбә.
□ Вершина горы. ■ Болоттарға терәп ҡаҡ соңҡаңды, һәр саҡ мәғрур тор һин, Ирәндек. А. Игебаев. Яңы йылда таңдан Ер шарының соңҡаһына баҫҡан көйөнсә, ҡысҡыраһы килә бар тарафҡа: Һөйөнсө! Һөйөнсө! һөйөнсө! С. Әлибаев.
СОҢҠА II с. диал. ҡар. сөмгөл II. Соңҡа һыулы. Соңҡа йылға. Соңҡа күл.
СОҢҠАЙЫУ (соңҡай-, соңҡая) (Р: выпячиваться; И.: bulge; T: şişmek) ҡ.
Сурайып (1) ҡалҡып сығыу. □ Выпячиваться, опухать. ■ Күҙҙәре өңрәйеп эскә батҡан, яңаҡ һөйәктәре соңҡайып сыҡҡан балалар .. йәш түгеп илап ҡала. Н. Ҡәрип.
СОҢҠОУ (соңҡо-) (Р: прыгать в воду; И.: dive, spring into water; T: suya atlamak) ҡ.
Баш түбән һыуға ҡолау йәки һикереү.
□ Прыгать в воду (головой вниз), нырять. Һыуға соңҡоу. Ун метр бейеклектән соңҡоу. ■ Башы менән соңҡоп, шамбыр-шомбор итеп барып сумды ул [Алпар]. Ғ. Ибраһимов. Сусаҡ башынан сөмбәйгә соңҡоном. Т. Морат.
СОПКА [рус.] (Р: сопка; И.: knoll, bald mountain; T: tepe; küçük yanardağ) и. ҡар. сусаҡ.
1. Байкал артында һәм Алыҫ Көнсығышта түңәрәк түбәле ҡалҡыулыҡ йәки тау; түбәсек. □ Сопка. ■ Тәпәшерәк, әммә текә генә сопканың ҡуйы шыршылы ҡыразын уҙып, түбәһендәге алаңғыртҡа яҡынлашҡанда,
Сәлим йыуан ғына аҡ шыршы ботаҡтары араһында бер сыбар ҡошто шәйләне. С. Шәрипов. Әхмәдиҙең күҙ алдынан тоноҡ бер картина кеүек кенә булып, Маньчжурия ерендәге исемһеҙ номер менән йөрөтөлгән ағас заты булмаған шыр яланғас сопкалар үтте. Ж. Кейекбаев. Йылға ярында — хәрби ҡаласыҡтың көнбайыш ситендә — артыҡ бейек булмаған сопка бар. Н. Мусин.
2. Камчаткала һәм Курил утрауҙарында вулкан, шулай уҡ Ҡырымда һәм Кавказда ләмле вулкан. □ Сопка (вулкан). Ключевский сопкаһы. Һүнгән сопка. Янар сопка. Кавказ сопкалары.
СОПЛО [рус.] (Р: сопло; И.: nozzle; muzzle; T: boru) и. тех.
Шыйыҡлыҡ, пар, газдың бәреп сығыу тиҙлеген арттырыу һәм билдәле йүнәлеш биреү өсөн нәҙегәйтеп ҡуйылған махсус ябыҡ канал. □ Сопло. Турбина соплоһы. Яҫы сопло. Ракета соплоһы. Реактив сопло.
СОПРАНО [ит. soprano < sopra ‘юғары’] (Р: сопрано; И.: soprano; T: soprano) и. муз.
1. Йырсы ҡатын-ҡыҙҙарҙа иң юғары тауыш. □ Сопрано (голос). Драматик сопрано. Лирик сопрано. Сопрано тауышлы булыу.
2. Шундай тауыш менән йырлаған йырсы ҡатын. □ Сопрано (женщина, обладающая таким голосом). Сопрано йырлай. Сопрано башҡарыуындағы йыр тыңлау. Сопрано сығышы.
3. Күп тауышлы музыкаль әҫәрҙәге иң нәҙек (беренсе) тауыш. □ Сопрано (партия в хоре). Сопрано партияһы. ■ Катын-ҡыҙҙарҙан беренсе сопранолар: «Мәс-кәү-ҙә-ге Кремль йон-до-ҙо...» — тигән һүҙҙәр менән, көйҙө үтә ныҡ һуҙып, тамамлап ҡуйҙылар. М. Садиҡова.
СОР I (Р: точно; И.: exactly; straight; T: tam, doğru) р. диал.
1. Дөрөҫ, тап килә торған. □ Точно. Уның төшө бик сор була торған. Яуабы сор булды.
2. Тура, тапҡыр. □ Прямо. Сор барыу. Сор үҙебеҙгә инеп сыҡ. ■ [Булат Ишемғол ] ҙур ҡара күҙҙәре менән Ғәлимйән Ибраһимовҡа сор ҡарап, баҫып тора ине. С. Ҡудаш.
583