СОР
СОР II, СОР-Р (Р.: подражание трели птиц или свистку; И.: chirp!; T.: cıvıl cıvıl) оҡш.
Ҡош-ҡорт тамағынан йәки һыҙғыртҡыс һыҙғыртҡанда һ. б. ҡалтырап сыҡҡан ҡалы-ныраҡ тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание трели птиц или свистку Сор итеу. Сор итеп ҡалыу. Ҡоштар сор тигән тауыш сығарып ҡалдылар.
СОР III (Р: да ну!; И.: drop it!; T: yok canım? deme?) ымл. диал.
Кире ҡағыу, ҡаршы төшөүҙе белдергәндә әйтелә; ҡуй. □ Да ну! Брось! (междометие, которое выражает несогласие, отказ, запрет и т. п.). Сор, улай тимә! Сор, улай тип һөйләшмә! Сор, яҙып ҡуйма!
СОРА (Р.: заворот кишок; И.: ileus; Т: bağırsak düğümlenmesi) и. диал.
Эсэк уралыуы. □ Заворот кишок. Сораның һыҙаттары. Балаларҙа сора йыш була. Сора менән сирләу.
СОРБИТ [рус.] (Р: сорбит; И.: sorbite; Т.: sorbit) и.
Диабет менән ауырығандар аҙығында файҙаланыла торған глюкозаһыҙ шәкәр.
□ Сорбит. Сорбит ҡулланыу. Аҙыҡҡа сорбит ҡушыу. Сорбит етештереу. Сорбит алыу. Сорбит һатыу.
СОРҒАЛТМА (Р: праща; И.: sling; T.: taş sapanı) и. тар. диал.
Таш ырғытыу өсөн ҡулланылған тоҡанлы бау (боронғо ҡорал)’, һиртмәк, һапҡын.
□ Праща (древнее ручное боевое оружие для метания камней). Сорғалтма һалыу. Сорғалтма яһау. Сорғалтма менән осороу.
СОРҒАУ (сорға-) ҡ. диал. ҡар, сорғотоу. Туп сорғау. Еңеусене һауаға сорғанылар.
СОРҒОЛОУ (сорғол-) ҡ. төш. ҡар. сорғоу., страд, от сорғоу. ■ Көнсығыштағы Биләнтауҙың көмрө тубәһендә таң һарыһы беленергә лә өлгөрмәне, бөтә булған мөрйәләрҙән куккә аҡһыл төтөн сорғолдо. Й. Солтанов. Беҙҙең артыҡ еребеҙ юҡ, — тип ҡысҡырған тауыштар юғарыға сорғолоп яңғырайҙар. Т. Хәйбуллин.
СОРҒОТОУ (сорғот-) (Р: бросать вверх; И.: toss up; T: yukarı atmak) ҡ.
Юғарыға, үргә ырғытыу; һикертеү, атыу. □ Бросать вверх, подбрасывать, стрелять, метать. // Подбрасывание, метание. ■ Һауаларға уҡ сорғоттом, ҡарлуғасҡа тейҙе уҡҡынам. С. Юлаев. [Аҡтуған:] Орош ваҡытында һинең арҡаңа уҡ сорғотто, Нарбайҙан һаҡлан, атаман, яҡын йылыш-тырма шуны. Ғ. Ибраһимов. Ҡыуандыҡ, эйелеп, ҡулына эләккән ташты алды ла уны кул уртаһына табан сорғотоп ебәрҙе. Ә. Хәкимов. Әҙернә йәйәһен сорғотоуы, сәпкә тейҙереуе еңелерәк. Ғ. Хөсәйенов.
СОРҒОУ (сорғо-) (Р: взлетать; И.: sore; T: kalkmak, havalanmak) ҡ.
1. Көс менән юғарыға, өҫкә атылыу. □ Взлетать, подниматься вверх. ■ Ҡауырһын йәбештерелгән уҡ ургә сорғоп, ҡошто утә сығып китте. Р. Ниғмәти. Әҙәм башының ҡыймылдағанын куреп тертләгән ҡарға бер ҡарап алды ла, ҡанаттарын ялп-йолп болғап, кинәт ургә сорғоно, сағыл осона ҡунды. Й. Солтанов, һа-ай, мәрҙәстәр! — тине ул [Арыҫлан], Барғу менән Үтәктең яурындарынан ҡағып, — уҡтарығыҙ ваҡытында сорғоно. Ғ. Ибраһимов.
2. Ҡапыл һикереү, ырғыу. □ Подпрыгнуть, вспрыгнуть. Ат сорғоно. Ҡурҡыштан сорғоп китеу. ■ Был бөйөк хирург тураһындағы баяғы Төбәк әкиәтен иҫенә төшөрҙө лә Тимур, уҙе лә белештермәй, ауыл урамында йөрөгәндәгесә, әсе һыҙғырып, койкаһынан сорғоно. Й. Солтанов.
СОРҠА (Р: сурок; И.: marmot; T.: köstebek) и. зоол. диал. ҡар. һыуыр.
Тейен һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған, өң ҡаҙып йәшәй, ҡыш йоҡлай торған кимереүсе йәнлек. □ Сурок (лат. Marmota). Сорҡа өңө. Сорҡа тиреһе. Оҙон ҡойроҡло сорҡа, һоро сорҡа. Аляска сорҡаһы.
СОРҠОЛДАЙ (Р: кадык; И.: Adam’s apple; T: gırtlak kıkırdağı) и. анат. диал. ҡар. күмәгәй 1.
Ирҙәр үңәсендәге сурайып торған кимерсәк. □ Кадык. Сорҡолдайы сығып тора. Ҙур сорҡолдайлы ир.
СОРҠОЛДАҠ (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of
584