СОРНАУ
Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡарағай-ҡыпсаҡ ырыуына ҡараған бер аймаҡ исеме. □ Суркулдак (название одного из родовых подразделений башкир рода карагай-кыпчак). Сорҡолдаҡтар йыйыны. Сорҡолдактар шәжәрәһе. Сорҡолдаҡтар байрамы.
СОРҠ-СОРҠ (Р.: подражание тревожным голосам мелких птиц; И.: sound imitative word; T.: kuş sesi taklidi) оҡш.
Ваҡ ҡоштарҙың хафалы тауыштарына оҡшатыу һүҙе. □ Подражание тревожным голосам мелких птиц. Турғайҙар сорҡ-сорҡ килә. Сорҡ-сорҡ итеу. Урман эсе сорҡ-сорҡ килгән ҡоштар тауышы менән тулды.
СОР ҠУРАЙ (Р.: сор-курай; И.: kind of short Bashkir flute; T.: (kısa) sor koray (çalgı) и. этн.
Һыҙғыртып уйнай торған ҡыҫҡа ҡурай; ҡатын-ҡыҙ уйнай торған ҡурай. □ Сор-ку-рай (вид короткого курая). ■ Таштуғайҡай, һинең ҡамышыңдан сор ҡурайҙар яһап тартайым. Халыҡ йырынан. [Башҡорттарҙа] ҡатын-ҡыҙ уйнай торған ҡыҫҡа ғына ҡурайҙы сор ҡурай тип атағандар. «Башҡортостан уҡытыусыһы», № 12, 2010.
СОРЛАТЫУ I (сорлат-) ҡ. ҡар. соролдатыу 2. Һыҙғыртҡысты сорлатыу. Сорла-тып ебәреу. Оҙаҡ сорлатыу.
СОРЛАТЫУ II (сорлат-) (Р.: морить голодом; И.: starve out; T: (birine) açlık çektirmek) ҡ. диал.
Ныҡ асыҡтырыу. □ Морить голодом. Сорлатты бөгөн. Ашатмай сорлатыу. Халыҡты сорлатыу.
СОРЛАУ I (сорла-) (Р: верещать; И.: chirp; churr; T.: cırlamak, cır cır ötmek) ҡ.
1. Cop итеп ҡысҡырыу; cop итеү, соролдау (ҡоштарға һ.б. ҡарата). □ Верещать, стрекотать; ворковать; петь (о птицах). Тәлмәрйен сорлай. ■ Ялан еркәйенең буҙ турғайы һауаларға сыҡмай сорламай. Халыҡ йырынан. Туғайға ҡайҙандыр ҡоштар килеп тула. .. Сорлай-сорлай, куккә һабантурғай оса. М. Хужин. Сыуаҡ көн юрап, кесерткәнлектә сиңерткәләр сорлай. Д. Шәрәфетдинов.
2. Эс боғорлау, көтөрләү. □ Урчать. Эсе сорлай, ашарға һорай. ■ «Әйҙук, Бәхетул-ла тиңдәш, әйҙук. Зерә йәтеш һуғылдығыҙ әле. Тамаҡ сорлап тора ине», — тип өй хужаһы Сафый ҡаршы сыҡты. С. Шәрипов.
СОРЛАУ II (сорла-) (Р: струиться; И.: stream; flow; T.: akmak) ҡ.
Нәҙек кенә булып, туҡтауһыҙ ағыу (ҡан, йәш һ. б. нәмәгә ҡарата). □ Струиться, течь струйкой. ■ Ҡайҙа баҡма — унда һыу, сорлап аҡҡан шишмә. Д. Бүләков. Әсә аҡылы менән йыуанысҡа ынтылған һайын йомшара барған һәм ахырҙа һынып туҡталған тауышын, ихтыярынан тыш сорлап аҡҡан куҙ йәштәрен курһәтмәу өсөн йомарланып бөткән ҡулъяулығын йөҙөнә ҡапланы. М. Садиҡова. Ғилмишәриф сорлап аҡҡан ҡанын индивидуаль пакетындағы жгут менән бәйләп туҡтатты, яралы аяғын өҫкә кутәреп, ергә салҡан ятты. Р. Өмөтбаев.
СОРЛАУ ЫҠ (сорлауығы) (Р: жаворонок; И.: lark; T.: çayır kuşu) и. зоол. диал. ҡар. һабан турғайы.
Күккә менеп һайрай торған һорғолт буҙ һыртлы эре турғай; буҙ турғай. □ Жаворонок (лат. Alauda arvensis L). Сорлау ыҡ һайрау ы. Сорлау ыҡ ояһы. Инә сорлау ыҡ. Сорлау ыҡ балаһы.
СОРЛО (Р: точный; И.: exact; T.: tam, doğru) с. диал. ҡар. дөрөҫ.
Ысынбарлыҡты теүәл күрһәткән, факттарға, хәҡиҡәткә тура килгән; ысын, тапҡыр. □ Точный, верный. Сорло һуҙ. Сорло яуап. Уның төшө бик сорло була.
СОРНАЛЫУ (сорнал ) ҡ. төш. ҡар. сорнау, страд, от сорнау. ■ Бер нисә танк йә ҡап-ҡара төтөнгә сорналып, йә тәгәрмәс таҫмаһы өҙөлөп туҡтап ҡалды, бутәндәре, сафты боҙоп, ҡотороноп ата башланы. Ә. Хәкимов. Шул саҡ был тау аҫтынан кутәрелде аҡ томан, аҡ томанға сорналып һылыу бер ҡыҙ ултырған. 3. Биишева.
СОРНАУ (сорна-) ҡ.
1. диал. ҡар. сырмау. Башты яулыҡ менән сорнау. Бау менән сорнау. ■ Гөлнаһар, иренә яҡыныраҡ килеп, илай-илай, уны сорнаған бауҙы сисергә тырышты. Ғ. Ибраһимов. Бөтә тирә-яҡты урмәксе ояһы кеуек тор
585