СОРОЛДАТЫУ
балар сыуалсығы сорнаған. Д. Исламов. Гөлйөҙөм ауырыуҙың башын яңы яулығы менән сорнап бәйләп ҡуйҙы. Ф. Иҫәнғолов.
2. диал. ҡар. солғау 3. ■ Әллә ниндәй сихри хыялдарға сорнай аҡ йондоҙҙар сәсмәһе. Ә. Таһирова. Шул саҡтағы иҫтәлек, һағышҡа сорнап, Мәрйәмдең күңелен елкендерҙе, зиһенен балҡытты. С. Шәрипов. Беҙҙә ҡырлы ҡурайҙар Ерҙе моңға сорнайҙар. Р. Шәкүр.
3. Солғап, биләп алыу, ялмау. □ Охватывать, захватывать целиком. ■ Ялҡын теле, оҙонайғандан-оҙоная барып, ҡағыҙҙы сорнай. Т. Килмөхәмәтов. Ҡағыҙ тәуҙә теләр-теләмәҫ кенә көйрәне, торған һайын уны ялҡын нығыраҡ сорнаны. Ғ. Хисамов. Төндө ут таҫмалары сорнап ала. Ғ. Хәйри.
СОРОЛДАТЫУ (соролдат-) (Р.: заставить верещать; И.: make churr; T.: cırlatmak) ҡ.
1. Сор-сор итеп ҡысҡыртыу. □ Заставить верещать. Тауыҡтарҙы соролдатып ебәреү. Соролдатып ҡыуыу.
2. Сор-сор иткән тауыш сығартыу; сор-латыу. □ Свистеть, трубить, гудеть, һыбыҙғы соролдатыу. ■ Ҡала яғынан бер-бер артлы өс тапҡыр кемдеңдер һыҙғыртҡыс соролдатҡаны ишетелгәс, Билал уҙ отрядына ҡайтырға булды. А. Таһиров.
СОРОЛДАУ (соролда-) ҡ. ҡар. сорлау I, 1, 2. Н Мәҙинә менән Әптеләхәт умырзая һипкенендә күҙ күрмәҫлек бейеклектә соролдаған һабантурғай йырын тыңлап оҙаҡ яттылар. Т. Ғарипова. Бер өҙлөкһөҙ соролдаған сиңерткәләр менән үлән араһы тулған, һирәк-мирәк кенә иҫеп ҡуйған елгә яҫы уҫаҡ япраҡтары шаптыр-шоптор килеп, һиҫкәндереп ҡуя. Д. Бүләков.
СОРОЛДАШЫУ (соролдаш-) ҡ. урт. ҡар. соролдау, взаимн. от соролдау. ■ Ҡайҙалыр аҫтараҡ тәлмәрйендәр соролдаша. X. Ғиләжев. Волость писары Үлмәҫов ҡарлыҡҡан тамағы менән яңынан аңлатырға кереште: «Ағай-эне! Соролдашмағыҙ әле!» Р. Өмөтбаев.
СОРОТАЛАҠ (сороталағы) и. диал. ҡар. сора. Сороталаҡ менән ауырыу. Күп өйрөлмә, сороталаҡ булыр.
СОР-СОР (Р: подражание многократным звукам, издаваемым птицами; И.: chirpchirp!; T: çır çır) оҡш.
Ҡабат-ҡабат сор иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание многократным, повторяющимся звукам, издаваемым птицами. Сор-сор итеу. Сор-сор килеу. Сор-сор ҡысҡырыу.
СОРТ [фр. sorte] (Р: сорт; И.: sort; T: çeşit, cins) и.
1. Берәй тауарҙың, аҙыҡтың сифат, хаҡ менән билдәләнгән төрө, категорияһы; төр. □ Сорт, вид, разновидность чего-л. Ондоң юғары сорты. Туҡыма сорты. Сәйҙең осһоҙ сорты. ■ Буяуҙар әллә нисә төрлө, йомғаҡтар күп, әсәйем шуларҙы сорттарға айырып, һәр береһен кәрәкле урынға ултыртып бара. И. Ғиззәтуллин. Ҡымыҙҙы баштан уҡ төрлө сорт итеп яһап була. М. Ғөбәйҙуллин. Әҙһәм ҡарт Әхмәди юҡ саҡта кешеләрҙең килтергән һалабашын һанап ала, уны сорттарға айыра тора. Ж. Кейекбаев. Мин ауылдағы халыҡтан осһоҙ хаҡҡа иген һатып алам да Ҡыҙыл тирмәненә алып барып тарттырам, уны сорттарға — крупчаткаға, ябай размолға бүлеп, йөктәргә тейәйем дә һыпыртам Верхнеурал баҙарына. Р. Өмөтбаев.
2. Бер төркөм эсенә ҡараған культуралы үҫемлектәрҙең айырым төрө. □ Сорт. Бойҙай сорты. Картуф сорты. Һыуыҡҡа сыҙамлы сорт. К Рәшит арбанан төшөп, сей ҡалдырылған урындарға аптырап ҡарап торҙо, үҫентеләрҙе йолҡоп, ниндәй сорт сәселгәнен билдәләргә тырышты, ләкин үҙ-үҙенә ышаныслы яуап бирә алманы. Б. Рафиҡов. Көҙгө сорт алмалар әле сәскәлә ултырғанлыҡтан, ҡорттар шунда оса. Н. Мусин.
СОРТИМЕНТ [фр. assortment] (Р: сортимент; И.: range of products; T.: çeşit; takım) u.
Бер төрҙәге тауар сорттары, типтары, үлсәмдәре йыйылмаһы. □ Сортимент. Аҙыҡ сортименты. Машиналар сортименты. Ағас, таҡта материалдары сортименты.
СОРТИРОВКА [рус.] и. тех. ҡар. сортлағыс. Картуф сортировкаһы. ■ Уйнайбыҙ
586